Буре Роза Семёновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буре Роза Семёновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 май 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 7 март 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Эшмәкәрлек төрө педагогика
Эш урыны Мәскәү дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]

Роза Семёновна Буре (13 май 1925 йыл7 март 2012 йыл) — СССР һәм Рәсәй педагогы, педагогия фәндәре докторы (1987), Мәскәү дәүләт педагогия университеты мәктәпкәсә педагогика һәм психология факультетының мәктәпкәсә педагогика кафедраһы профессоры (1990)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роза Семёновна 1925 йылдың 13 майында Мәскәүҙә тыуған. Мәскәү дәүләт педагогия институтының ситтән тороп мәктәпкәсә факультетында юғары белем ала, уны 1962 йылда тамамлай[2]. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң балалар баҡсаһында, аҙаҡ Мәскәү ҡалаһында мәктәпкәсә тәрбиә буйынса методик кабинетында эшләй[2]. Роза Семёновна РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының педиатрия һәм балалар хирургияһы ғилми-тикшеренеү институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. РСФСР Педагогия фәндәре академияһының мәктәпкәсә тәрбиә биреү ғилми-тикшеренеү институтында аспирантура тамамлай, семинарҙарҙа ҡатнаша. 1969 йылда «Развитие взаимоотношений детей старшего дошкольного возраста в процессе совместной трудовой деятельности» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (етәксеһе Е. Радина)[1][2]. 20 йыл тирәһе эшләй мәктәпкәсә тәрбиә биреү ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, унда кесе ғилми хеҙмәткәрҙән алып әхлаҡи тәрбиә лабораторияһы мөдиренә тиклем юл үтә, был йылдарҙа Л. Ф. Островская, Г. Н. Година менән авторҙашлыҡта Роза Семеновна Буреның китаптары баҫылып сыға. 1986 йылда «Теория и методика воспитания у детей нравственно-волевых качеств в детском саду» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 20 йылдан ашыу Мәскәү дәүләт педагогия университетында эшләй, мәктәпкәсә педагогика һәм психология факультетының мәктәпкәсә педагогика кафедраһы профессоры була һәм «балалар баҡсаһында педагогик процесты гуманлаштырыу» йүнәлеше буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә.

Роза Семёновна 26 фән кандидаты һәм (шул иҫәптә сит илдән) бер фән докторы әҙерләгән[1].

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы булып тора, улар араһында: «Воспитание в процессе обучения на занятиях в детском саду» (1981), «Учите детей трудиться» (балалар баҡсаһы тәрбиәселәре өсөн ҡулланма, Г.Н. Година менән авторҙашлыҡта, 1983), «Воспитатель и дети» (балалар баҡсаһы тәрбиәселәре өсөн ҡулланма, Л. Ф. Островская менән авторҙашлыҡта, 1985), «Когда обучение воспитывает» (2002), «Дошкольник и труд. Теория и методика трудового воспитания» (2004), «Дружные ребята. Воспитание гуманных чувств и отношений у дошкольников» (2004), «Современные проблемы социального становления личности дошкольника» (2009), «Социально-нравственное воспитание дошкольников» (методик ҡулланма, 2011)[1].

2012 йылдың 7 мартында Мәскәүҙә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]