Эстәлеккә күсергә

Буҙайғыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буҙайғыр
Ҡайҙа ҡоя Тәйрүк
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Оҙонлоҡ 7,329 km
Карта

Буҙайғыр[1] (рус. Бузайгыр) — Башҡортостандың Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы биләмәләрендәга шишмә (башҡа сығанаҡтарҙа, мәҫәлән, Ишембай ҡалаһы район кадастрының кадастр кварталдары биләмәләренең сиктәрен тасуирлағанда — йылға[2], Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте документтарында[3][4][5] йылға тураһында йылғаның атамаһы һөйләй. Ағиҙел йылғаһына ҡойоуы алдынан Тәйрүк йылғаһының һуңғы уң ҡушылдығы. Ишембай ҡалаһының Смаҡай ҡасабаһы аша аға. Сығанағы урманда, алыҫ булмаған Арҡауылтау түбәһендә. Ҡушылдығы — Һалҡын шишмә.

Йылғаның теүәл оҙонлоғо — 7,329 км.

Шишмә йырындар барлыҡҡа килтерә.

Йылға эргәһендә Богдановка һәм Смаҡай ауылдары урынлашҡан.

Смаҡай тормошондағы роле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылда Буҙайғыр шишмәһе эргәһендә таҙалау эштәре башҡарыла, шишмә башы кәртәләнеп алына[6][7].

2002—2004 йылдарҙа ғәмәлдә булған Ишембай ҡалаһының Көньяҡ муниципаль берәмеге сиге. 2002 йылдың 25 декабрендә ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһы „Көньяҡ“ муниципаль берәмек сигенең тасуирламаһы» Законының 426-з һанлы күсермәһенән:

Төньяҡ-көнсығыш өлөштә Ишембай-Салауат автомобиль юлы, артабан Индустриаль шоссе буйлап, Ағиҙел йылғаһын киҫеп үтә, Бульвар урамы буйлап Тәйрүк йылғаһына етә, йылғаны киҫеп үтә, Ишембай ҡалаһының «Тәйрүк-1» баҡсасылар йәмғиәтенең сиге һәм Ишембай урмансылығының дәүләт урман фонды сиге буйлап килә (62-се квартал), һуңынан 62, 68, 61, 59-сы кварталдар ҡырҡынтыһы араһынан Ишембай районының Урманбишҡаҙаҡ ауыл советы муниципаль берәмеге сигенә тиклем, көнсығышҡа ҡарай борола һәм дәүләт урман фонды сиге буйлап (59-сы квартал) Буҙайғыр шишмәһенә тиклем; Көнсығыш өлөштә сик Буҙайғыр шишмәһе буйлап Смаҡайға килә, артабана Ишембай районының Урманбишҡаҙаҡ ауыл советы муниципаль берәмеге сиге буйлап Тәйрүк йылғаһына тиклем, һуңынан Ишембай районының Байғужа ауыл советы муниципаль берәмеге сиге буйлап Ишембай ҡалаһының көньяҡ сигенә тиклем.