Бызынғы (боҙлоҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бызынғы
Рәсем
Тау һырты Оло Кавказ
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Бызынғы боҙлоғо (ҡарас.-балҡ. Уллу чыран — «Ҙур боҙлоҡ»; рус. Безенги (ледник)) — Кавказдың таулы Бызынғы төбәгендәге боҙлоҡ. Кавказдың ҡатмарлы үҙән боҙлоҡтарының иң ҙуры[2]. Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында урынлашҡан.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бызынғы боҙлоғо төбәге Кавказдың иң матур урындарының береһе булып тора. Альпинистарҙың күтәрелеү шарттары буйынса был Кавказдың иң ҡырыҫ районы. Бында альпинистар араһында популяр башҡа тарлауыҡтар менән сағыштырғанда ҡар, боҙло яуым-төшөм иң аҙы.

Бызынғы боҙлоғо һәм уны уратып алған һырттар төбәгендә Кавказ биш меңлектәренең күп өлөшө тупланған. Төп Кавказ Һыртында был Шхара—Джангитау—Ҡатынтау массивы, һуңғыһы 5000 метр билдәһенән бер аҙ түбән. Һырттың был участкаһы төньяҡҡа «Бызынғы диуары» исеме алған текә битләүҙәр менән өҙөлә.

Бызынғы боҙлоғо Бызынғы диуарын икенсе массивтан — шулай уҡ биш меңлек Дыхтауҙан, Пушкин түбәһенән, Мижирганан торған Мижирга массивынан айыра. Саҡ ҡына көнсығыштараҡ, бер аҙ ситтәрәк Ҡуштантау массивы ята.

Боҙлоҡтың үрге өлөшөндә «Австрия төнәүлектәре» — альпинистар өсөн уңайлы майҙансыҡ (бейеклеге 3200 м) урынлашҡан[3].

Топографик карта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лист карты K-38-27 Верх. Балкария. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1984 год. Издание 1988 г.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Безенги. water-rf.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2020. Архивировано 25 февраль 2021 года.
  3. Михаил Пинчук. Безенги. Mountain.RU. Дата обращения: 7 февраль 2015. Архивировано 30 май 2013 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]