Бәйғәт мәсете
Мәсет | |
Бәйғәт мәсете | |
Ил | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Провинция | Мәккә (административ округ) |
Ҡала | Мәккә |
йүнәлеш, мәктәп | сөнни |
Төҙөлөштө башлаусы | Әбү Жәғәфәр әл-Мансур |
Төҙөлөш | ???—761 йыл йылдар |
Торошо | эшләй |
Мәсет Викимилектә |
Бәйғәт мәсете (ғәр. مسجد البيعة; рус. Мечеть Байя) — Сәғүд Ғәрәбстанының Мәккә ҡалаһы эргәһендәге мәсет. Шулай уҡ Әл-Ғәҡәбә убаһындағы мәсет булараҡ та билдәле.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәйғәт мәсете 761 йылда хәлифә Әбү Жәфәр әл-Мансур бойороғо буйынса әл-Бәйғәт тигән урында, Ғәрәфәт тауы менән Мина үҙәне араһындағы юлдан алыҫ түгел әл-Ғәҡәбә тауы битләүендә һалына[1].
Тап ошо урында 621 йылда Ғәүс һәм Хәзрәж ғәрәп ҡәбиләләре вәкилдәре һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән осрашҡан. Ун ике ансар (10 хәзрәжи һәм 2 ауси) Мөхәммәт Пәйғәмбәргә урлашмаҫҡа, зина ҡылмаҫҡа, балаларҙы үлтермәҫкә, яла яҡмаҫҡа һәм ғәйбәт һөйләмәҫкә тантаналы Бәйғәт (ант) килтерә[2]. Улар шулай уҡ Мөхәммәткә, Пәйғәмбәр булараҡ, буйһонорға, Аллаһ ихтыярын үтәргә, Рәсүлгә шатлыҡта ла, ҡайғыла ла тоғролоҡ һаҡларға ант иткән[3]. Ғәҡәбә янындағы ант һүҙмә-һүҙ Әл-Мүмтәхәнә сүрәһенең 12 аятынан өҙөктө ҡабатлай[1].
Атама шул Ғәҡәбә янында беренсе бәйғәткә бәйле килеп сыҡҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәйғәт мәсете Мәккәнән көнсығышҡа табан, әл-Ғәҡәбәләге джәмрәнән 300 метр алыҫлыҡта, Джәмәрәт күперенең уң яғында урынлашҡан.
Мәсеттә асыҡ ихата бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Watt W. Montgomery, 1960—2005
- ↑ В доисламской Аравии язычники часто закапывали заживо новорождённых девочек из-за их пола.
- ↑ Али-заде, 2007
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- تاريخ مسجد البيعة في مشعر منى
- مسجد «البيعة» في مشعر منى يؤرخ مراحل العصور الإسلامية 2022 йыл 11 декабрь архивланған.
- Али-заде, А. А. [64 Акаба] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- al-ʿAḳaba / Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |