Бәсра
Бәсра | |
ғәр. البصرة | |
Нигеҙләү датаһы | 638[1][2] |
---|---|
Рәсми атамаһы | البصرة |
Этнохороним | Basran, بصري һәм بصراوي |
Дәүләт | Ираҡ |
Административ үҙәге | Басра[d] |
Административ-территориаль берәмек | Басра[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 1 326 564 кеше (2018)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 5 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Баҡы[4][5], Детройт, Дубай һәм Венеция |
Майҙан | 181 км² |
Рәсми сайт | basra.gov.iq |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Basra[d] |
Бәсра Викимилектә |
Бәсра (ғәр. البصرة; рус. Басра) — Ираҡтың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ҡала, илдең төп порты, Шатт-әл-Ғәрәп йылғаһы буйында, Күвейт менән Иран араһында урынлашҡан. Исеме шундай уҡ исемле мөхәфазаның административ үҙәге. Бағдадтан һуң ҙурлығы буйынса икенсе һәм Ираҡта иң күп халыҡлы ҡала[6], шулай уҡ йәйгеһен температураһы 50 °C градустан юғары булған донъялағы иң эҫе ҡалаларҙың береһе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡала Шумерҙың тарихи өлкәһенең бер өлөшө булып тора. Ул Синдбад-диңгеҙсенең тыуған ере һәм Библиялағы Эдем баҡсаһы урынлашҡан тип күҙалланған урындарҙың береһе тип һанала.
Исламға тиклемге дәүерҙә был төбәк ғәрәптәргә Әл-Хариба исеме менән билдәле булған, сөнки боронғо Әл-Харба ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан булған. Хәҙерге Бәсра рәсми булмаған күп кенә исемдәр менән атала, шул иҫәптән «Ираҡ әсәһе», «ғәрәп бишеге», «Шәреҡ Венецияһы» тигән атамалары ла бар[7].
Бәсраға 636 йылда йәки 637 йылда Ғүмәр ибн әл-Хәттаб үҙе яулап алған Месопотамияла ғәрәптәрҙең терәк пункты булараҡ нигеҙ һала.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәсраның климаты — тропик сүл. Йәйге айҙарҙа, июндән авгусҡа тиклем, Бәсра планеталағы иң эҫе ҡалаларҙың береһе, температура даими +50 °C арта. Ҡышын Бәсраның уртаса температураһы +20 °C тирәһе, әммә ҡайһы берҙә ҡышҡы төндә температура 0°C-тан түбән төшә. Яуым-төшөм йылына 150 мм, башлыса ҡышын була. Юғары дымлылыҡ — ҡайһы берҙә 90%-тан аша — был Фарсы ҡултығына яҡын булыуы менән аңлатыла.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 27 | 31 | 35 | 41 | 46 | 52 | 51 | 49 | 47 | 46 | 37 | 29 | 54 |
Уртаса максимум, °C | 18 | 20 | 24 | 29 | 35 | 38 | 40 | 41 | 39 | 34 | 27 | 21 | 30,4 |
Уртаса температура, °C | 12,5 | 15,1 | 20,1 | 20,4 | 27,3 | 31,6 | 33,1 | 30,4 | 30,3 | 28,5 | 22,4 | 12,7 | 23,7 |
Уртаса минимум, °C | 7 | 9 | 13 | 17 | 24 | 27 | 27 | 26 | 22 | 18 | 14 | 9 | 17,8 |
Абсолют минимум, °C | −4 | −2 | 2 | 8 | 9 | 21 | 22 | 20 | 14 | 7 | 3 | −2 | −4 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 30 | 20 | 20 | 21 | 10 | 0 | 0 | 0 | 0 | 1 | 20 | 40 | 152 |
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Шатт-әл-Ғәрәп
-
Хәлифә Али мәсете
-
Иҫке Бәсра
-
Бәсра, 1913 йыл.
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://kids.britannica.com/students/article/Basra/317092
- ↑ Iraqi parliament recognizes Basra as economic capital
- ↑ https://cosit.gov.iq/documents/population/projection/projection2015-2018.pdf
- ↑ http://baku-ih.gov.az/page/26.html
- ↑ http://azerbaijans.com/content_1719_az.html
- ↑ Basra Governorate Profile . UN Joint Analysis Unit. Дата обращения: 5 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 26 сентябрь 2015 года.
- ↑ Sam Dagher. In the 'Venice of the East,' a history of diversity . In the 'Venice of the East,' a history of diversity. The Christian Science Monitor (18 сентябрь 2007). Дата обращения: 22 декабрь 2015. Архивировано 20 июнь 2018 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hallaq Wael. The Origins and Evolution of Islamic Law. Cambridge University Press, 2005
- Hawting Gerald R.[en]. The First Dynasty of Islam: The Umayyad Caliphate AD 661—750. — 2nd ed. — L.; N. Y.: Routledge, 2002. — 176 p. — ISBN 0-415-24072-7. (инг.)
- Madelung Wilferd. «Abd Allah b. al-Zubayr and the Mahdi» in the Journal of Near Eastern Studies 40. 1981. pp. 291—305.
- Vincent Stephen. Into The Red Zone: A Journey Into the Soul of Iraq. ISBN 1-890626-57-0.
- Басра // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Густерин П. В. Ғәрәп Көнсығышындағы Ҡалалар. — М.: Көнсығыш—Көнбайыш, 2007. — 352 б. — (Энциклопедик белешмә). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Басра темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Густерин П. В. Роль Басры в религиозной и культурной жизни Арабского халифата.