Бәширов Мусса Ғүмәр улы
Бәширов Мусса Ғүмәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 16 октябрь 1954 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм кафедра мөдире[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бәширов Мусса Ғүмәр улы (рус. Баширов Мусса Гумерович; 16 октябрь 1954 йыл) — ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2002 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2002).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мусса Ғүмәр улы Бәширов — 1954 йылдың 16 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Кесе Аллағыуат (хәҙер Салауат ҡалаһы эсендә ҡалған) ауылында тыуған[1]. 1972 йылда Салауат ҡалаһының унынсы һанлы урта мәктәбен тамамлай.
1981 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетының «Химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу һәм комплекслы механизациялау» бүлеген отличноға тамамлай. 1988 йылда — Мәскәү ғилми-тикшеренеү институты эргәһендәге аспирантурала инженер-электромеханик һөнәре буйынса ситтән тороп уҡый[2].
2002 йылда техник фәндәре докторы диссертацияһын яҡлай.
Хеҙмәт юлын 1972 йылда Ленин орденлы Салауат нефтехимия комбинатында электр слесары булып башлай
1975 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалында: лаборант, өлкән лаборант, өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, филиал директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, профессор һәм «Сәнәғәт предприятиеларының электр ҡоролмалары һәм автоматикаһы» кафедраһы мөдире[2].
Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни тикшеренеүҙәре емермәүсе контролдең электромагнит ысулдарын эшләү һәм үҫтереүгә бәйле. Мусса Ғүмәр улы Бәширов төрлө механик көсөргәнеш ваҡытында конструкция ҡоростарының механик һәм электрофизик үҙенсәлектәренең үҙ-ара бәйләнеше законлыҡтарын таба, механик характеристикаларҙың сиктәге һәм критик ҡиммәттәренә тап килгән электрофизик параметрҙар ҡиммәттәрен билдәләй, күп элементлы электромагнит үҙгәрткесле диагностика ҡорамалдарын төҙөү принциптарын, телевизион дефектоскобын уйлап таба. 240-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы[1].
- Электромагнитная диагностика оборудования нефтехимических и нефтеперерабатывающих производств. Өфө, 2001 йыл (авторҙаш);
- Диагностика электрических сетей и электрооборудования промышленных предприятий. Өфө, 2004 йыл (авторҙаш);
- Экономика электропотребления в промышленности. Өфө, 2004 йыл (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләкитәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре ()