Бәшкәрт халҡы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бәшкәрт
Һаны һәм йәшәгән урыны

Иран Иран:
100 мең

Тел

Бәшкәрт теле

Дин

ислам

Раса тибы

Памир-Фирғәнә, Европеоид расаһы,

Туғандаш халыҡтар

Иран төркөмө

Бәшкәрт халҡыИрандың көньяҡ-көнсығышында ятҡан Хармузган провинцияһында йәшәгән аҙ һанлы халыҡтарының береһе. Уларҙың иҫәбе бынан 1900 йылдарҙа 70 мең тирәһе булһа, бөгөн — 100 меңдән ашыуыраҡ. Бәшкәрттәр иран төркөмөнә ҡараған телдә һөйләшә.

Антропологик күрһәткестәр буйынса, оҙон буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәлеләр, тышҡы ҡиәфәттәре менән, фәндәге бүленешкә ярашлы, «Памир-Фирғәнә» тибындағы кешеләргә ҡарайҙар. Вахит, Надир, Наиб, Риза һәм Хәбиб исемлеләр осраны. Ғаиләләре беҙҙекеләргә оҡшаш, бер нисә ҡатын алыу юҡ. Йорт мәшәҡәттәрен ҡатын-ҡыҙға һәм ир-атҡа бүлеү күренмәй.

Көнкүреш һәм ғөрөф-ғәҙәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күптән түгел [Иран]]да экспедицияла булып ҡайтыусы ғалим-этнолог Закирйән Әминев билдәләүенсә улар — тыныс һәм ғорур, шул уҡ ваҡытта ҡунаҡсыл халыҡ. Итле аш бешерәләр, ҡара сәй эсәләр. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандарҙы бөтөнләй күрмәнек. Ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлайҙар, Ислам динен тоталар, ниндәйҙер фанатизм күренештәре күҙгә салынманы. Ҡатын-ҡыҙ яулыҡ ябына, әммә пәрәнжәлә йөрөмәй. Ҡорбан байрамында зыяратҡа барып, ҡорбан салалар, аят уҡыйҙар.

Йола үтәгәндә ҡатын-ҡыҙ бөркө тип аталған битлек кейә.

Фарсы ҡултығында урынлашҡан һәм Ирандың иң ҙур диңгеҙ порты һаналған Бендер-Аббас тигән ҡала — бәшкәрт биләмәләренә иң яҡыны. Унан 70-80 саҡрымдағы 50 меңдән ашыу кеше йәшәгән Минаб ҡалаһы халҡының күпселеген дә бәшкәрттәр тәшкил итә.

Рәсәй тураһында беләләр, илебеҙгә ихтирам менән ҡарайҙар. Урал башҡорттары тураһында мәғлүмәттәре бөтөнләй юҡ.

Торлаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бәшкәрттәр 10—15 йортло ауылдарҙа көн күрә. Торлаҡтары ныҡлы итеп кирбестән һалынған, һәр береһендә һыу үткәргес һәм канализация бар. Әйтеүҙәренсә, йорт төҙөүҙә дәүләт ныҡлап ярҙам итә: мохтаждар процентһыҙ заемдар ала.

Заманса төрлө техник ҡорамалдарҙың күплеге күҙгә ташлана: һәр ғаиләлә сит илдә (күберәге Ҡытайҙа) сыҡҡан еңел машина, мотоцикл һәм скутер, смартфон, айфон. Йорттарға кондиционер мотлаҡ ҡуйыла, бәғзеләрендә ул бер нисә тәбиғәт шарттары шуны талап итә. Балалар баҡсаһы һымаҡ учреждение юҡ, кескәйҙәр тейешле йәштән мәжбүри рәүештә мәктәпкә уҡырға йөрөй. Йорттары янында беҙҙең тирмәләрҙе хәтерләткә ҡоролмалар бар, бәшкәрттәр уны кәпәр тип нарыҡлай.

Мәшғүллек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың күпселеге ситтә — эре ҡалаларҙа, хатта күрше дәүләттәрҙә эшләй (беҙҙәге вахта ысулы һымағыраҡ). Урында ҡалғандар йорттарына яҡын урынлашҡан махсус ҡаралтыларҙа һарыҡ һәм кәзә аҫрай. Ауыл хужалығында финикка өҫтөнлөк бирәләр. Һөйләүҙәре буйынса, бәшкәрттәр элегерәк был яҡтарҙа күп булған айыу һәм сыбар ҡапланға һунар иткән,бының өсөн махсус аттар үҫтергән. Бөгөн улар араһында һунарсылар бөтөнләй юҡ, йылҡы тотоу ҙа туҡталған. Шуныһы ҡыҙыҡ: бесәй етерлек осраны, әммә эттәр күренмәне. «Хәҙер мал кәмене, һунарға ла йөрөмәйбеҙ, шуға ла эттәр бөттө», —тип аңлаттылар.

Халыҡтың тағы ла бер кәсебе — тау ярыҡтарына оялаған ҡырағай ҡорттарҙың балын йыйыу. Уны тәмләп ҡараныҡ: беҙҙекенән әсерәк, кәрәҙҙәре лә икенсе төрлө. Күстәнәскә алып барған башҡорт балын бигүк оҡшатманылар, үҙҙәренеке яҡшыраҡ булыуы хаҡында туранан- тура әйттеләр.

Халыҡ мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уларҙа «нәй» тип аталған (инде юғала барған)музыка ҡоралы бар, уның моңо ҡурайҙыҡына тартым. Беҙҙең ҡыл ҡумыҙҙы хәтерләткән «гыджак» тигән ҡыллы музыка ҡоралы иһә формаһы һәм атамаһы яғынан да, уйнау ысулы менән дә төркмән халыҡ музыка ҡоралын ҡабатлай. Бәшкәрт һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре бер-береһенә ныҡ оҡшаш булып сыҡты.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Floyer F.A. Unexplored Baluchistan. London, 1882.
  • Gershevitch I. Dialect variations in early Persian/Transactions of the Philological Society London, 1964.
  • Gershevitch I. Iranian chronological adverbs//Indo-Iranica.Wiesbaden, 1964.
  • Gershevitch I. Out door terms in Iranian // A locusUsleg. Studies in honour of S. H. Taqizadeh. London, 1962.
  • Gershevitch I. Philologia Iranica / Selected and ed. By N. Sims-Williiams, Wiesbaden, 1985.
  • Gershevitch I. The Sogdian word for advice, and some Muy documents//Central Asiatic Journal, 1962, vol. 7, №1.
  • Gershevitch I. Travels in Bashkardia // Journal of the Royal Central Asian Society, 1959, vol. 46.
  • Morgcnstierne G. Balochi miscellanea // Acta Orientalia, 1948, XX.
  • Morgenstieme G Neu-iranische Sprachen // Handbuch der Oreintalistik von Spaler... Iranistik Abschnitt I. Linguistik. Leiden; Koln, 1958, Bd. 4.
  • Redard G. Other Iranian Languages // Current Trends in Linguistics. The Hague; Paris, 1970, vol. 6.
  • Skjarvo P. O. Languages of Southeast Iran: Larestani, Kumzari, Baskardi// Compendium Linguarum Iranicarum. Wiesbaden, 1989.
  • Skjarvo P. O. Notes on dialects of Mirtab and Honnoz // Norsk Tidsskrift for Sprogvidenskap. Oslo, 1975, №29.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]