Эстәлеккә күсергә

Бәҙәмшин Рөстәм Әхмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәҙәмшин Рөстәм Әхмәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 12 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Уяҙытамаҡ, Ҡарат аулы советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Бәҙәмшин Рөстәм Әхмәр улы (12 сентябрь 1950 йыл) — ғалим-инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Халыҡ-ара юғары мәктәп фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[1][2].

Рөстәм Әхмәр улы Бәҙәмшин 1950 йылдың 12 сентябрендә Башҡорт АССР‑ының Туймазы районы Уяҙытамаҡ ауылында тыуған.

1973 йылда инженер-электромеханик һөнәре алып авиация институтын (ӨАИ, хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты, ӨДАТУ) тамамлай һәм шунда уҡ эшләй башлай: инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, ассистент, доцент, профессор. 1990 йылдан алып фәнни эштәр буйынса проректор урынбаҫары, 2003 йылдан — фәнни һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса проректор; бер үк ваҡытта 1994 йылдан башлап Башҡортостан инновациялы фәнни-технологик паркының генеральный директоры, 2012 йылдан — «Башҡортостан технопаркы» коммерцияға ҡарамаған партнёрлыҡ идараһы рәйесе. «Вестник УГАТУ» журналының редакция коллегияһы ағзаһы. Н. А. Пилюгин исемендәге Рәсәй Федерацияһы Космонавтика федерацияһы миҙалы менән бүләкләнгән (2008)[2][1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге төрлө физик тәбиғәтле ҡатмарлы системалар менән идара итеү проблемаларына арналған. Хәрәкәтле энергия сығанаҡтары булған бүленгән системалар менән оптималь идара итеүҙе анализлау һәм синтезлауҙың һөҙөмтәле математик ысулдарын, ток үткәреүсе есемдәрҙе индукцион ысул менән йылытыуҙың идара итеү системаларын булдырыуҙы тәьмин итеүсе техник алымдарҙы уйлап тапҡан. Был юғары етештереүсәнле һәм энергия талап иткән йылытыу ҡорамалдарын яһағанда ҡиммәтле һәм оҙайлы натураль эксперименттарҙан баш тартырға мөмкинлек биргән. Башҡортостан инновациялы фәнни-технологик паркын («Башҡортостан» технопаркы) ойоштороу инициаторҙарының береһе һәм директоры (1994 йылдан алып). Төрлө технологик процестар өсөн индукцион йылытыу ҡулайламаларын проектлауҙың ул уйлап тапҡан ысулдары Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының бер нисә предприятиеһында индерелгән. Н. А. Пилюгин исемендәге Рәсәй Федерацияһы Космонавтика федерацияһы миҙалы менән бүләкләнгән (2008). Халыҡ-ара юғары мәктәп фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[2][1][3].

150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография авторы, 7 уйлап табыуҙарға Рәсәй Федерацияһының авторлыҡ танытмаһы һәм патенты бар[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).
  • Н. А. Пилюгин исемендәге Рәсәй Федерацияһы Космонавтика федерацияһы миҙалы (2008)
  • Оптимальное терминальное управление системами с распределёнными параметрами при неполном измерении их состояния. Өфө, 1997 (авторҙаш);
  • Проблемы управления сложными динамическими объектами в критических ситуациях на основе знаний. М., 2003 (автор7аш);
  • Интеллектуальные системы управления и контроля газотурбинных двигателей. М., 2008 (авторҙаш).