Бөйөк Стефан III

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөйөк Штефан осорондағы кенәзлектәр (ок. 1500)

Бөйөк Стефан III (шулай уҡ Степан Бөйөк һәм Изге, рум. Ștefan cel Mare și Sfânt, Штефан чел Маре ши Сфынт; 1429[1] — 2 июль, 1504) — господарь, Молдова кенәзлегенең иң күренекле хакимдарының береһе.

Ил менән 47 йыл идара итә. Был осорҙа ул Молдова кенәзлегенең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшә. Ғосман империяһы, Польша, Венгрия кеүек көслө көндәштәренә ҡаршы тора. Бөйөк Стефандың полководец, дипломат һәм сәйәсмәнлек һәләттәре арҡаһында Молдова кенәзлеге уҙаллылығын һаҡлай һәм Көнсығыш Европала мөһим сәйәси көс булып таныла. Валахия господаре Влад Цепештың союздашы була.

Тәхеткә килеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петр III Арон, Бөйөк Штефандың ике туғаны, тәхеткә ынтылып, бер туған ағаһын үлтерә. Петр Арон үҙенән элгәре ултырған хакимдар кеүек, кенәзлек тураһында әҙ уйлай, уның иҡтисади үҫешен, һаҡланыу торошон хәстәрләмәй[2]. Хатта сағыштырмаса ҙур булмаған Төркиә яһағы ла Молдова өсөн күтәрә алмаҫтай ауыр була.

1457 йылда Штефан Молдоваға алты меңлек ғәскәр менән инә. Уның төп көстәрен Валахия господаре Влад Цепеш бирә. Петр Арондың ғәскәре Должешть янындағы алышта 12 апрелдә еңелә. Ул үҙе Польшаға ҡаса. Штефанды Молдова иле Йыйылышы тәбрикләй һәм митрополит Феоктист үҙ фатихаһын бирә[3][4].

Илде нығытыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәхеткә ултырыу менән яңы хаким үҙ эшен илде нығытыуҙан башлай. Илдән ҡасҡан боярҙарға ул ерҙәрен, хоҡуҡтарын кире ҡайтарырға вәғәҙәләй. Ул бер нисә тапҡыр Польшаға хәрби поход яһай. Бәхәсле биләмәләрҙе тартып алыу менән янап, Польшаны килешеү төҙөргә мәжбүр итә. Штефан бер үк мәлдә төрөктәргә яһаҡ түләүҙе дауам итә.

Яҙма сығанаҡтар раҫлауынса, кенәзлектә игенселек, малсылыҡ, йәҙәм үҫтереү һәм умартасылыҡ үҫешә. Шулай уҡ балыҡсылыҡ продукттары тураһында ла әйтелә. Молдова кенәзлеге ҡалаларында сит ил сауҙагәрҙәре менән сауҙа итеү ойошторола. Бөйөк сауҙа юлын тергеҙеү ҡалаларҙың иҡтисади -ҫешенә булышлыҡ итә. Штефан хакимлығы осоронда шулай уҡ һөнәрселек тә киң йәйелә. Металл эшкәртеү, ҡорал эшләү, көршәкселек, туҡыма туҡыу кеүек шөғөлдәр күбәйә. Господарь грамоталарында илдә мәғҙән сығарыу эштәре лә теркәлгән. Ятҡылыҡтар Молдова, Бистрица, Прут йылғаһы буйҙарында була.

Бөйөк Штефан бик ҡаты финанс сәйәсәте алып бара. Ул заманда ике серия тәңкәләр баҫыла: грошь (грошь) һәм ярым грошь (жумэтате де грошь), улар өсөн Сучаве тәңкә ихатаһында 1457—1476 һәм 1480—1504 йылдарҙа юғары пробалы көмөш ҡулланыла.

Венециан документтар буйынса, Бөйөк Штефан ососронда молдова флоты Урта Ер диңгеҙендә була һәм Венеция менән Генуяға[5] йөрөй.

Тышҡы сәйәсәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Венгрия ғәскәре менән алыш

Молдова тарихында Бөйөк Штефандың урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫтәлекле алтын тәңкә. Молдова, 2004 йыл
1 лей банкнотаһы. Молдова Республикаһы

Бөйөк Штефан 1504 йылдың 2 июлендә вафат була. Ул үҙе төҙөткән Путна монастырендә ерләнгән. Бөйөк Штефан хаким иткән осорҙа Молдова бик ныҡ үҫешә. Уның менән халыҡ-ара аренала иҫәпләшә башлайҙар. Туҡтамаҫ һуғыштар алып барылыуға ҡарамаҫтан Молдова иҡтисади яҡтан да алда бар. Штефан сәйәси аренала оҫта эш итеп, иле мәнфәғәтен яҡлап, уҙен бик яҡшы дипломат булараҡ иҫбатлай.

Штефандың полководец булараҡ һәләте инҡар иткеһеҙ — ул Ғосман империяһы, Польша, Венгрия кеүек көслө илдәргә ҡаршы тора. Уның тарафынан яңы ҡәлғәләр төҙөлә — Сороки, Иҫке Орхей, Хотин һәм Четатя-Албэ.

Бынан тыш ул молдова мәҙәниәтен ныҡ күтәрә. Добровец, Нямц, Бистрица, Воронец һәм башҡа монастырҙар төҙөй.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шолданешт районының Кобыльня ауылында Штефан имәне тип аталған ағас үҫә. Легенда буйынса, был имән төбөндә хаким бер алыштан һуң ял иткән[6].
  • Бөйөк Штефан хөрмәтенә советҡа ҡаршы булған Лучники ойошмаһы атала.
  • 2004 йылда Молдова президенты Владимир Воронин йылды Бөйөк Штефан III тип атай. 2004 йылда хакимдың үлеүенә 500 йыл була[7].
  • Air Moldova авиапаркында 2010 йылдан Штефан хаким исемендә заманса Embraer 190 лайнеры бар[8].
  • Бөйөк Штефан Влад III Цепештың (Дракула) яҡын дуҫы һәм союздашы була (URL Матей Казаку Дракула / Dracula: suivi du capitaine vampire (Тәржемәсе: В. Удовиченко) — М.: Этерна, 2011 й. ISBN 978-5-480-00195-2, ISBN 2-84734-143-9)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Штефандың тормошо һәм шул осор бик күп әҙәби әҫәрҙәрҙә сағыла:

  • «Закат солнца» («Apus de soare») (1909 й.) Барбу Штефанеску.
  • Трилогия «Братья Ждер» («Fraţii Jderi») (1935—1942 йй.) Михай Садовяну.
  • «Жизнь Штефана Великого» («Viața lui Ștefan cel Mare») (1934 й.) Михай Садовяну.

Кино[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылдың сентябрендә Криуленала Бөйөк Штефанға икенсе мөһабәт һәйкәл асыла[9].

</gallery>

Филателия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

</gallery>

Йырҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Румынияның (1994 йылға тиклем Молдованыҡы ла) «Deşteaptă-te, române» гимнында Бөйөк Штефан даны телгә алына.
  • Молдованың Che-MD рок-төркөмө Бөйөк Штефан тураһында бер нисә йыр яҙа. Улар араһында Славэ Нямулуй Водэ һәм Воевод.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Открытие молдавского историка Александра Никитича. Фильм «Молдавский господарь Святой Штефан Великий». 2004 год
  2. Стати В. История Молдовы. — Кишинёв: Tipografia Centrală, 2002. — Б. 64. — 480 б. — ISBN 9975-9504-1-8.
  3. Стати В. История Молдовы. — Кишинёв: Tipografia Centrală, 2002. — Б. 65. — 480 б. — ISBN 9975-9504-1-8.
  4. Ожог И. А., Шаров И. М. Краткий курс лекций по истории румын — Кишинёв, 1992.
  5. Gaina A. Astronomy, Geodesy and Map-Drawing in Moldova Since the Middle Ages Till the World War I // Serbian Astronomical Journal. — 2001. — Т. 162. — С. 122.
  6. Дуб Штефана чел Маре в селе Кобыля  (рус.)
  7. Президент объявил 2004 год в Молдове — годом Штефана чел Маре // Новости-Молдова. — 24.12.2003.
  8. В мае пассажиропоток Air Moldova вырос на 14 % // Сайт Interlic — Самые главные новости Молдовы, 04.06.2010
  9. В Криулень открыли монумент господарю Штефану чел Маре, moldnews.md (1 сентябрь 2014). 2 сентябрь 2014 тикшерелгән.

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элек эшләүсе:

Пётр III Арон

Правитель Молдавского княжества

14571504

Алмашҡа килеүсе:

Богдан III Слепой (Богдан III Орб)