Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Ҡараһыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Ҡараһыу
укр. Біюк-Карасу, ҡырымтат. Büyük Qarasuv
Ҡараһыубаҙар ҡалаһы эргәһендә
Ҡараһыубаҙар ҡалаһы эргәһендә
Характеристика
Оҙонлоғо 86 км
Бассейн 1160 км²
Һыу сығымы 0,61 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Ҡарабөйө йәйләү
 · Бейеклеге 945 м
 · Координаталар 44°58′40″ с. ш. 34°36′26″ в. д.HGЯO
Тамағы Салғыр
 · Координаталар 45°28′13″ с. ш. 34°47′14″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Салғыр → Азов диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы/Украина Украина[1]
Регион Ҡырым
РДҺР 21020000212106300002560
Бөйөк Ҡараһыу (Ҡырым)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы
Бөйөк Ҡараһыу Викимилектә

Бөйөк Ҡараһыу (укр. Біюк-Карасу, ҡырымтат. Büyük Qarasuv, Буюк Къарасув) — Ҡырымдағы йылға. Салғыр йылғаһының уң яҡтан иң ҙур ҡушылдығы. Йылғаның башы Ҡарабөйө йәйләү тау массивы итәгенең, Ҡараһыу башы карст сығанағында урынлашҡан. Салғыр йылғаһына Сейиттәр ҡасабаһы тирәһендә ҡоя.

Йылғаның оҙонлоғо — 86 км. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 1160 км². Йылғаның уртаса һыу сығымы 0,61 м³/с тирәһе. Йылғаның үҙәнендә Аҡ ҡая тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан.

Иң ҙур ҡушылыдыҡтары — Танаһыу, Һарыһыу, Кесе Ҡараһыу.

Йылғала ике һыуһаҡлағыс урынлашҡан — Ҡараһыубаҙар (күләме 23,3 млн м³) һәм Тайған (күләме 13,8 млн м³)

  1. Был географик объект , күп өлөшө низағлы территорияны контролләүсе Рәсәй менән Украина араһында территориаль фекер ҡапма-ҡаршылығы объекты булған, Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Рәсәйҙең федератив төҙөлөшө буйынса, Ҡырымдың бәхәсле территорияһында РФ субъекты булған Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәте булған Севастополь ҡалаһы урынлашҡан. Украинаның административ бүленеше буйынса, бәхәсле территорияла Украинаның регионы - Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм махсус статусы булған Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.