Хафизов Вадим Феликс улы
Хафизов Вадим Феликс улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 февраль 1970 (54 йәш) |
Тыуған урыны | Энгельс, Һарытау өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | футбол тренеры, футболсы |
Спорт командаһы ағзаһы | Химки[d] |
Спорт төрө | футбол[1] |
Хафизов Вадим Феликс улы (6 февраль 1970 йыл) — Рәсәйҙең футбол тренеры. 2018 йылдан Баҡсаһарай ҡалаһының «Ҡыҙылташ» футбол клубы етәксеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вадим Феликс улы Хафизов 1970 йылдың 6 февралендә Энгельс ҡалаһында тыуған. 8 йәшендә урындағы «Авангард» футбол командаһында уйнай башлай. 14 йәшендә етди янбаш йәрәхәттәре ала, тик 17 йәшенә тиклем генә футбол уйнай. Һуңғараҡ Хафизов армия сафына алына. 1991 йылдағы Грузия низағы ваҡытында армияла вертолетсы булып хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, автозаводта эшләй. Был мәлгә автозаводтың футбол командаһы тергеҙелә. Хафизов, үҫмер сағында алған йәрәхәттәре арҡаһында уйынсы була алмағанлыҡтан, тренерҙарға ярҙам итә башлай. 31 йәшендә баш тренер була[2].
Тренер карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002—2005 йылдарҙа Энгельс ҡалаһының «Искра» футбол командаһында тренер булып эшләй. Бында эшләгән ваҡытта ул бер нисә тапҡыр Нидерландтың «Аякса» һәм Испанияның «Вильярреал» командаларына стажировкаға бара, тренерлыҡ тәжрибәһе ала. 2006 йылда «Искра» ябылғандан һуң Хафизов Губкин ҡалаһының «Губкин» клубына саҡырыла, әммә унда оҙаҡ эшләмәй. 2008 йылда Хафизов Вадим Феликс улы Башҡортостан Республикаһы Учалы ҡалаһының, чемпионатта яңы ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, унда дүртенсе урын яулаған «Горняк» командаһына тренер булып күсә.
2009 йылда Түбәнге Новгород ҡалаһының «Түбәнге Новгород» футбол клубына техник директор итеп эшкә саҡыралар һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул дубль-тренер булып китә. Әммә тиҙҙән ул элекке вазифаһына кире ҡайтарыла һәм клубты ташлап сыға. 2011—2014 йылдарҙа Дзержинский ҡалаһының «Химик» футбол клубында эшләй. 2012/13 йылдар миҙгелендә Дзержинский ҡалаһы футбол командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр финалға сыға. Вадим «Химик» командаһын Рәсәй кубогының 1/16 һәм 1/8 этаптарына еткерә, клуб бары тик «Краснодар» һәм ЦСКА командаларынан ғына еңелә.
2015 йылда «Химки» футбол клубын етәкләй, уны бик тиҙ генә «Көнбайыш» зонаһында 1-се урынды алыуға еткерә[3].
2016 йылдың июнендә «Сокол» футбол клубы менән килешеү төҙөй, уға ярашлы команданың 1+1 схемаһы буйынса баш тренеры итеп тәғәйенләнә[4].
2018 йылдың ғинуарында Баҡсарай ҡалаһының ФКС Премьер лигаһында сығыш яһаусы «Ҡыҙылташ» футбол клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнә[5].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән. Улы бар, ул футбол менән шөғөлләнә.
Тренер статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙгел | Клуб | Лига | Вазифаһын |
---|---|---|---|
2003 | «Искра» (Энгельс) | ПФЛ, «Центр» зонаһында | Баш тренер |
2004 | «Искра» (Энгельс) | ПФЛ, «Центр» зонаһында | Баш тренер |
2005 | «Искра» (Энгельс) | ПФЛ, «Центр» зонаһында | Баш тренер |
«Сокол» (Һарытау) | Беренсе дивизион ПФЛ | Тренер | |
2006 | «Губкин» (Губкин) | ПФЛ, "Центр"зонаһында | Баш тренер |
2007 | «Губкин» (Губкин) | ПФЛ, "Центр"зонаһында | Баш тренер |
2008 | «Горняк» (Учалы) | ПФЛ, «Урал-Волга» зонаһында | Баш тренер |
2009 | «Нижний Новгород» (Түбәнге Новгород) | Беренсе дивизион ПФЛ | Тренер |
2010 | «Нижний Новгород» (Түбәнге Новгород) | Беренсе дивизион ПФЛ | Тренер |
2012/13 | «Химик» (Дзержинск) | ПФЛ, «Көнбайыш» зонаһында | Баш тренер |
2013/14 | «Химик» (Дзержинск) | ФНЛ | Баш тренер |
2015/16 | «Химки» (Химки) | ПФЛ,"Көнбайыш" зонаһында | Баш тренер |
2016/17 | «Сокол» (Һарытау) | ФНЛ | Баш тренер |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ FootballFacts.ru (урыҫ)
- ↑ Интервью Вадима Хафизова . Дзержинский журнал «Светский». svetsky.com. Архивировано 5 ноябрь 2015 года.
- ↑ Профиль Вадима Хафизова. Официальный сайт ФК «Химки». fckhimki.ru. Архивировано 4 марта 2016 года.
- ↑ Главным тренером «Сокола» назначен Вадим Хафизов. om-saratov.ru.
- ↑ Бахчисарайский «Кызылташ» возглавил Вадим Хафизов
- ↑ Профиль на сайте FootballFacts.ru
- ↑ Профиль Вадима Хафизова. news.sportbox.ru.