Эстәлеккә күсергә

Латипов Валерий Мәркәз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Валерий Латипов битенән йүнәлтелде)
Латипов Валерий Мәркәз улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 16 февраль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Атаһы Латипов Мәркәз Карам улы
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Кемдә уҡыған Полак Алексей Филиппович

Латипов Валерий Мәркәз улы (16 февраль 1956 йыл) — ғалим-инженер-төҙөүсе, уйлап табыусы. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2002 йылдан төҙөлөш конструкциялары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта хужалыҡ иҫәбендәге «„Стройтехэкспертиза“ Өфө ҡала үҙәге» ғилми тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Нефть сәнәғәте эшмәкәре Мәркәз Латиповтың улы.

Валерий Мәркәз улы Латипов 1956 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

1978 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлағандан һуң шунда эшләй: ассистент, уҡытыусы, доцент, профессор, төҙөлөш конструкциялары кафедраһы мөдире.

Ғилми эштәренең төп йүнәлештәре — төҙөлөш конструкцияларының ныҡлығы өлкәһендә тикшеренеүҙәр. 150-нән ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 1 монография авторы («Ағастан һәм пластмассанан эшләнгән конструкциялар», Өфө, 2005[1]). Уйлап табыуға 8 автор таныҡлығы бар. М. К. Латиповтың улы.

Өфө дәүләт нефть техник университетының Ғилми советы, Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш факультеты фәнни-техник һәм ғилми-методик советы ағзаһы, ӨДНТУ ҡарамағындағы Д 212.289.02 диссертация советы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы төҙөүселәренең фәнни-техник йәмғиәте Президиумы ағзаһы, «Башниистрой» институтының ғилми советы ағзаһы, 1997 йылдан — йыл һайын уҙғарылған «Уралстрой» һәм «Ҡала. Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ» махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙең ойоштороу һәм жюри комитетының даими ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм проект ойошмалары етәкселәре өсөн квартал һайын үткәрелгән кәңәшмәләр ҡатнашсыһы һәм лекторы[2]

Академик П. Г. Комохов етәкселегендәге авторҙар коллективы составында «Долговечность бетона и железобетона» монографияһы өсөн Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһының (РААСН, № 22, 2002) Ҙур алтын миҙалы менән бүләкләнгән.

М. В. Латипов етәкселегендәге «Төҙөлөш ҡоролмалары» кафедраһы 2003, 2004, 2005 йылдар йомғаҡтары буйынса сығараусы кафедралар араһында призлы урынға сыға[3].