Эстәлеккә күсергә

Ванкувер (утрау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ванкувер
ингл. Vancouver Island
Спутниковая фотография
Спутниковая фотография
Характеристики
Майҙаны32 100 км²
Иң бейек нөктәһе2200 м
Халҡы799 400 чел. (2016)
Урынлашыуы
49°36′32″ с. ш. 125°38′52″ з. д.HGЯO
АкваторияТымыҡ океан
ПровинцияБритан Колумбияһы
Канада
Красная точка
Ванкувер
 Ванкувер Викимилектә

Ванку́вер (ингл. Vancouver Island) — Төньяҡ Америкала Британ Колумбияһы провинцияһында Канаданың көнбайыш ярында урынлашҡан утрау. Төньяҡ Американың көнбайыш ярындағы иң ҙур утрау, донъяның иң ҙур майҙанлы 50 утрауы иҫәбенә инә. Бында Британ Колумбияһының баш ҡалаһы Виктория урынлашҡан.

Утрау картаһы

Төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған утрау Британ Колумбияһының континенталь ярының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан[1]. Канаданың яры буйынан уны Королева Шарлотта, Джонстон һәм Джорджия боғаҙҙары, ә көньяҡта Вашингтон штатынан (АҠШ) Хуан-де-Фук боғаҙы айыра[2].

Ванкувер — Төньяҡ Американың Тымыҡ океан яры буйындағы иң ҙур утрау. Ул донъяның иң ҙур майҙанлы 50 утрауҙарының береһе һанала[3]. Уның оҙонлоғо 460 саҡрым самаһы тәшкил итә, киңлеге — 50-нән 120 саҡрымға тиклем. Канада утрауҙары араһында Ванкувер ҙурлығы буйынса 11-се [4]. Утрауҙың майҙаны — 31 285 км² (яҡынса Бельгия майҙанына тап [5]), яр буйының оҙонлоғо — 3226 км.

Яр буйы ныҡ йырғыланған, айырыуса көнбайыш яры буйында, унда фьордҡа оҡшаш бер нисә ҡултыҡ бар, уларҙың иң оҙоно — Альберни һәм Мучалат. Ванкувер ер аҫты тау һыртының өҫтөндәге өлөшө булып тора. Утрауҙың өҫкө йөҙө тәрән үҙәнле тауҙарҙан тора. Бейек түбәләре — Голден-Хайнд (2200 м), Элкхорн (2195 м), Колонел-Фостер (2135 м) һәм Виктория (2163 м). Үҙәк бейек өлөшөн өҙлөкһөҙ ҡулса кеүек яр буйы уйһыулыҡтары уратып алған, айырыуса утрауҙың төньяҡ һәм көнсығышында улар киң.

Утрау биләмәһендә бик күп сөсө һыулы күлдәр урынлашҡан, уларҙың иң ҙурҙары — Нимпкиш, Ковичан, Баттл, Спроут, Грейт-Сентрал һәм Кэмпбелл. Төп йылға системаһы юҡ, шулай ҙа тау үҙәндәре буйлап диңгеҙгә табан йыш ҡына киң дельта һәм эстуарий ҙар барлыҡҡа килтереп аҡҡан йылғалар күп. Көнбайышта океанға ҡойған йылғаларҙа йыш ҡына бейек стеналы тар үҙәндәр осрай[2].

Утрауҙың климаты һәм тәбиғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙың климаты уртаса йомшаҡ, әммә дымлы, бигерәк тә көнбайыш яры буйында. Яуым-төшөм күләме тауҙарҙың көнбайыш армыттарында йылына 3000 мм етеп, Нанаймо уйһыулығының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә йылына 800 мм тиклем кәмей. Яуым-төшөмдөң күпселек өлөшө ҡышҡы айҙарҙа ямғыр формаһында яуа. Ғинуарҙа температураның түбәнге сиге −0,1 °C, үргеһе — 5,9 °C, июлдә түбәнге сиге — 10,9 °C, үргеһе — 21,9 °C. Утрауҙың көнбайыш һәм көнсығыш ярҙары араһында уртаса температураның үҙгәреүе 4 градус тәшкил итә; көнсығышта температура 20°C юғары йылына 80 көн күтәрелһә, көнбайышта ни бары 30 көн генә. Икенсе яҡтан, ҡыш көнө һауа температураһы эске яр буйында түбәнерәк[6].

Утрауҙың көнбайышында һәм көнсығышында климат шарттарының айырмаһы үҫемлектәр донъяһында өҫтөнлөк иткән типтарында ла сағыла. Ванкуверҙың көнбайыш өлөшөнә ҡуйы ылыҫлы урмандар хас, унда һалҡын һәм дымлы климатты үҙ иткән йыйырсыҡлы туя, көнбайыш тсуга һәм Ситхин шыршыһы кеүек ағастар үҫә. Эске ярға яҡынайған һайын уларҙы ҡорораҡ шарттарға яраҡлашҡан тоҡомдарҙан торған һирәк урмандар алмаштыра. Улар араһында мензис псевдотсугаһы, Quercus garryana имәне һәм башҡалар. Утрауҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң йылы, уңайлы климаты баҡсасылыҡ өсөн бай мөмкинлектәр бирә, һәм Британ Колумбияһының баш ҡалаһы — Виктория ҡалаһы тирәләй күп һанлы даими парктар бар. Дөйөм алғанда Британ Колумбияһында осраған 2700 үҫемлек төрөнән 1600-ҙән ашыуы Ванкувер утрауында ла билдәле, өҫтәүенә уларҙың 150-һе провинцияның континенталь өлөшөндә осрамай. Ванкувер утрауында үҫкән үҫемлектәр араһында эндемиктар юҡ, әммә ике төрҙө — Limnanthes macounii һәм Bidens amplissima — эндемиктар тип атарға була, сөнки башҡа ерҙә бик һирәк осрайҙар[6].

Ағас эшкәртеү сәнәғәте өсөн урманды күпләп ҡырҡыу менән бәйле утрауҙа кеше аяғы баҫмаған урмандар бөтөнләй ҡалмағанда тиерлек. Уларҙы артабан ҡырҡыу өсөн тәғәйенләнгән ағас ултыртмалары алмаштыра. Ҡырағай урман участкалары утрауҙың 6% биләгән тәбиғәтте һаҡлау зоналары территорияһында, бухта һәм ҡултыҡтар ярҙарында, тау үҙәндәре төбөндә күпмелер дәрәжәлә һаҡланып ҡалғандар. Көнбайыш яр буйында, Кармана үҙәнендә Канадалағы иң ҙур ағас — бейеклеге 95 метрлыҡ Ситхин шыршыһы үҫә. Был шыршылар, ғәҙәттә, 30-50 метр бейеклеккә етә, әммә еүеш климат арҡаһында улар һәм башҡа ылыҫлы ағастар бөтә типик үлсәмдәрҙән артып китәләр.

Ванкувер һыуыры

Утрауҙың хайуандар донъяһы континенттағынан аҙ айырыла. Шуға ҡарамаҫтан, Ванкуверҙа имеҙеүселәрҙең бер эндемик төрө — ҙур (кәүҙә ауырлығы 7 кг тиклем) ванкувер һыуыры йәшәй, уның ареалы икенсе төр менән сикләнгән — яҡындағы Вашингтоннан олимпик һыуырына туғандаш. Утрауҙың урманлы ярҙарына башҡа ерҙәрҙә һирәк осраған диңгеҙ ҡошо — оҙон суҡышлы пыжик оя ҡора. Ванкувер ярҙарында шулай уҡ аҡсарлаҡтар һәм бакландар оялай, йыш ҡына аҡ башлы бөркөт осрай. Утрау тирәләй диңгеҙҙә кит, дельфин, диңгеҙ арыҫландары һәм тюленььдәр теркәлгән.

Утрауҙа йыш ҡына пумаларҙың кешеләргә ташланыуы теркәлә. Был Ванкуверҙа бер яҡтан кешеләрҙең тығыҙ ултырыуы, икенсе яҡтан, уның ҡырағай өлөшө һәм ҡала кварталдары тирә-яғы пумалар популяцияһының йәшәү ере булып тороуы менән бәйле.

Һуңғы боҙлоҡ дәүерендә утрауҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшө боҙлоҡтарҙан ирекле була. Боҙлоҡ сигенгән һайын, Төньяҡ Американың көнбайыш яры буйлап Азиянан Америкаға Берингия муйынынан килгән тәүге кешелек ҡәбиләләренең тиҙ таралыуы күҙәтелә. Һөҙөмтәлә утрауҙың уңдырышлы яр буйҙарына кешеләр 12 мең йыл элек үк күсеп ултырған[6]. Ванкувер утрауында тәүгеләрҙән булып төньяҡ-көнбайыш яр буйындағы индеецтар: квакиутл, нутка халыҡтары һәм яр буйы салиштары вәкилдәре булған[7]. Квакиутл утрауҙың төньяҡ өлөшөндә, нутка — көнбайыш өлөшөндә урынлаша, ә салиштар көньяҡ өлөшөндәге ҙур территорияны биләйҙәр.

Дионисио Алкала Гальяно — Ванкувер утрауы тирәләй йөҙөүсе беренсе Европа кешеһе

Төбәккә тәүге европалыларҙың килеүенә утрауҙың индеецтар халҡында ҡатмарлы структуралы үҫешкән ижтимағи мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә, йорттары эрбет бүрәнәләрҙән төҙөлгән индеецтар торамалары диңгеҙҙән алыҫ түгел йылғалар буйында йәки елдән һаҡланған бухталар ҙа төҙөлгән. Һунар миҙгеле ваҡытында ҡәбиләләр үҙҙәренең билдәле бер биләмәһе буйлап күсеп йөрөгән. XIX быуат башында утрауҙа яҡынса 15 000 кеше йәшәгән. Ҡәбиләләр араһында биләмә һәм тәбиғәт ресурстары өсөн даими көрәш барған, ә Европанан килгән ҡорал ҡан ҡойошто көсәйтә.

Европалылар Ванкуверға ҡыҙыҡһыныуын 1774 йылда, испандар, урыҫтарҙың был территорияларға үтеп инеүенән ҡурҡып, бер нисә экспедиция ебәргәндән һуң күрһәтә башлай. 1778 йылда утрауҙың көнбайыш ярына британ капитаны Джеймс Кук төшә. Шул уҡ ваҡытта бында тире менән сауҙа итеүсе беренсе бина төҙөй, ул 1788 йылдың аҙағына тиклем тора.

1789 йылда Эстебан Хосе Мартинес Фернандес утрауҙа артиллерия батареяһы менән нығытылған испан тораҡ пунктын булдыра. Испандар британ караптарын баҫып ала башлайҙар һәм был ике державаны һуғыш сигенә еткерә. Бәхәс 1790 йылда хәл ителә, ә 1792 йылда төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы, британ Джордж Ванкувер менән испан Хуан Франсиско де ла Бодега-и Куадраның осрашыуы үтә. Һөйләшеүҙәр барышында аңлашылмаусанлыҡтар хәл ителмәй, шулайҙа осрашыу дуҫтарса мөхиттә үтә һәм яңы ерҙе «Ванкувер һәм Куадра утрауы» тип атарға ҡарар ителә. XIX быуатта был төбәктә Испанияның йоғонтоһо бөтөнләй юҡҡа сыға, һәм утрау хәҙерге исемен ала. Шулай уҡ 1789 йылда беренсе булып утрау тирәләй йөҙөп үткән европалы — испан штурманы Дионисио Алькала Гальяно була.

1843 йылда Гудзонов залив Компанияһы Дуглас Джеймсты Ванкуверға утрауҙа форт һәм фактория булдырыу өсөн ебәрә. Һөҙөмтәлә беренсе даими британ тораҡ пункты — Форт-Камосака барлыҡҡа килә, һуңыраҡ ул Форт-Виктория тип үҙгәртелә[8]. 1846 йылда АҠШ һәм Бөйөк Британия араһындағы килешеү буйынса Ванкувер утрауы Британия территорияһы тип таныла. Договор буйынса АҠШ һәм Британияның Төньяҡ Америкалағы биләмәләре араһындағы рәсми сик төньяҡ киңлектең 49-сы параллеле булһа ла, Бөйөк Британия Ванкувер утрауын һәм ҡултыҡтың көньяҡ утрауҙарын һаҡлап ҡалһын өсөн, сик был райондан көньяҡтараҡ үтәсәк тип килешелә[9]. 1849 йылда Ванкувер утрауына Британия колонияһы статусы бирелә.

1850 йылдар аҙағына тиклем Европа халҡының әкренләп үҫеүе күҙәтелә, уны европалылар индергән һуғыштар һәм ауырыуҙар арҡаһында ерле халыҡ һанының әкренләп кәмей барыуы оҙатып килә (1881 йылға Ванкуверҙа индеецтар һаны 5600 кешегә тиклем төшә). Ванкуверҙа алтын һәм күмер табылғас та халыҡ һанының артыуы шәбәйә. Күскенселәрҙең күпләп килеүенә алтындың биҙгәге сәбәпсе була, һуңыраҡ күп кенә старателдәр тиҙ арала байыу мөмкинлегенә өмөтөн өҙөп, утрауҙа игенсе һәм шахтер булып ҡалалар. Викториянан тыш, Ковичан һәм Куртне-Комокстың уңдырышлы үҙәндәре күсеп ултырыуҙарҙың тәүге үҙәктәренә әйләнә, ә 1860 йылдарҙа ағас әҙерләү һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫешә башлай[2].

Утрауҙың беренсе закондар сығарыу йыйылышы 1856 йылда ойошторола[10]. Колонияның әһәмиәте әкренләп юҡҡа сыға һәм 1866 йылда Британ Колумбияһы составына инә[11], ә ул, үҙ сиратында, 1871 йылда суверенлы Канада провинцияһына әйләнә[2].

1886 йылда Эскимо һәм Нанаймо тимер юлы эшләй башлай, был урман ҡырҡыусыларға һәм шахтерҙарға утрауҙың яңы райондарына инергә мөмкинлек бирә. Был, үҙ сиратында, халыҡ һанының тиҙ артыуына килтерә һәм 1900 йылға 51 мең кешегә етә. Был үҫеш 1920-се йылдарҙа һөрөнтө ерҙәр етешмәүе һәм күмер ятҡылыҡтарының әкренләп ярлыланыуы арҡаһында әкренәйә[2].

Канада утрауҙарынан Ванкувер халҡы һаны буйынса Монреаль утрауынан ҡала икенсе урында тора һәм Ньюфаундлендтан күпкә алда бара[12]. 2016 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Ванкувер утрауының халҡы яҡынса 800 000 кеше тәшкил итә. Халыҡтың уртаса йәше 47,8 йәшкә етә, халыҡтың 23,3 % пенсия йәшендәгеләр (65 йәштән өлкәнерәктәр), 13,5% — 14 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр тәшкил итә. Халыҡтың яҡынса 5% Америка ерле халыҡтарынан. 2019 йылда утрау халҡы 870 297 кеше тәшкил итә[13]. Был халыҡтың яртыһы тиерлек (401 700) баш ҡаланың Ҙур Виктория районында йәшәй

Викторияның яр буйы
Викторияның яр буйы

Утрау халҡының 80% тиерлек ҡала халҡы тәшкил итә. Иң ҙур ҡала — Виктория, Британ Колумбияһының баш ҡалаһы, утрауҙың көньяҡ-көнсығыш осонда урынлашҡан. Викториянан тыш, халыҡ һаны буйынса иң ҙур ҡалалар иҫәбенә Нанаймо, Кэмпбелл-Ривер, Норт-Ковичан, Кортни, Порт-Альберни, Данкан һәм Порт-Харди инә.

Ванкувер утрауының эске тулайым продукты Британ Колумбияһының эске тулайым продуктының яҡынса 14% тәшкил итә, был 2018 йылда яҡынса 37 миллиард доллар тәшкил иткән. Утрау иҡтисады, бөтә провинциялағы кеүек үк, күп осраҡта тәбиғи ресурстар менән билдәләнә. Ылыҫлы ағастарҙы эшкәртеү һәм экспортлау (тәү сиратта был утрауҙың төньяғына һәм көнбайышына ҡағыла[2]), шулай уҡ балыҡсылыҡ һәм һөмбаш балығын үрсетеү, ауыл хужалығы һәм һуңғы йылдарҙа үҫешкән виноградсылыҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа иҡтисадтың яңы тармаҡтары — туризм һәм күңел асыу иҡтисады, юғары технологиялы предприятиелар һәм бәләкәй сәнәғәт тармаҡтары үҫешә[2].

  1. Vancouver Island (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 7 июнь 2020.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Alan F. J. Artibise. Vancouver Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (24 октябрь 2010). Дата обращения: 7 июнь 2020. Архивировано 7 июнь 2020 года.
  3. Joshua Calder. Largest Islands of the World (ингл.). WorldIslandInfo.com. Дата обращения: 7 июнь 2020. Архивировано 1 ғинуар 2021 года.
    Kevin Yarr. Canada well represented on 100 largest islands poster (ингл.). CBC (25 ғинуар 2019). Дата обращения: 7 июнь 2020.
  4. List of Islands (ингл.). The Atlas of Canada. Natural Resourced Canada. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 22 ғинуар архивланған.
  5. Tristin Hopper and Cameron Welch. What Vancouver Island Would Look Like As An Independent Country (ингл.). The Capital. Дата обращения: 7 июнь 2020. Архивировано 8 июнь 2020 года. 2020 йыл 8 июнь архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 Vancouver // Encyclopedia of Islands (инг.) / Edited by Rosemary G. Gillespie and D. A. Clague. — University of California Press, 2009. — P. 937—938. — ISBN 978-0-520-25649-1.
  7. History and Heritage of Vancouver Island, British Columbia. Дата обращения: 8 июль 2007. Архивировано из оригинала 23 октябрь 2012 года. 2012 йыл 23 октябрь архивланған.
  8. Places. Our History. Hbc Heritage. Дата обращения: 8 март 2008. Архивировано 6 декабрь 2004 года.
  9. Britain and the United States agree on the 49th parallel as the main Pacific Northwest boundary in the Treaty of Oregon on June 15, 1846. History Link (13 июль 2013). Дата обращения: 13 ғинуар 2020. Архивировано 13 ғинуар 2020 года.
  10. Vancouver Island History timeline. Tourism Vancouver Island (11 июль 2016). Дата обращения: 13 ғинуар 2020. Архивировано из оригинала 13 ғинуар 2020 года. 2020 йыл 13 ғинуар архивланған.
  11. Discover Vancouver Island and The Gulf Islands (ингл.). The Victoria, Vancouver Island & Gulf Islands Travel Guide. Дата обращения: 14 июль 2014. Архивировано из оригинала 16 декабрь 2008 года.
  12. The Ultimate Canadian Geography Quiz: Photo Edition (ингл.). Canadian Geographic. Дата обращения: 8 июнь 2020.(недоступная ссылка)
  13. Sub-provincial Population Estimates. 2019 йыл 15 август архивланған. BC Stats. Retrieved 2020-01-24.