Эстәлеккә күсергә

Варес Эвальд Янович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Варес Эвальд Янович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 17 июнь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 декабрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Львов, Украина
Һөнәр төрө стоматолог, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Донецкий национальный медицинский университет[d]
Львовский национальный медицинский университет имени Данила Галицкого[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Валерий Радько[d]
Уҡыусылар Валерий Радько[d] һәм Алексей Павленко[d]

Варес Эвальд Янович (укр. Евальд Янович Варес; 19252010) — совет һәм украин табип-стоматологы, ғалим, медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1968).

Яҡынса 150 ғилми эш, шул иҫәптән 10 монография авторы, шулай уҡ бер нисә патент эйәһе[1].

Ленинградта 1925 йылдың 17 июнендә интеллигент ғаиләһендә тыуа, уның атаһы билдәле архитектор була[2].

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ғаиләләре Эстонияға күсеп килә. Бында Эвальд Тарту университетының медицина бүлегенә уҡырға инә. Немец ғәскәрҙәре Эстон ССР-ы сиктәренә еткәс, уларҙың ғаиләһе, Ҡазанға эвакуациялана. Бында Эвальд Ҡазан университетының медицина факультетында уҡыуын дауам итә, ләкин РККА-ға саҡырыла һәм 1949 йылда ғына университетты отличие менән тамамлай.

Университетын тамамлағас, 1950—1953 йылдарҙа Омск теш табибы мәктәбендә уҡытыусыы булып эшләй. Артабан аспирантурала белем ала, 1955 йылда 1-се Мәскәү медицина институтында «Реакция соединительной ткани на полиметилметакрилат и реакция тканей пародонта на имплантацию зубов» темаһына медицина фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. 1955—1959 йылдарҙа 2-се Мәскәү медицина институтында (хәҙер Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты) өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Одесса стоматология Ғилми-тикшеренеү институтының ортодонтия булегендә 1959—1965 йылдарҙа мөдирбулып эшләй. 1965—1971 йылдарҙа — Донецк медицина институтының ортопедик стоматология кафедраһы мөдире (хәҙерге Донецк Милли медицина университеты)[3]. 1968 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, ошо уҡ йылда профессор дәрәжәһен ала. 1972 йылда Львов медицина университетында (хәҙерге Данила Галицкий исемендәге Львов Милли ниверситеты) ортопедия стоматология кафедраһы мөдире(1972—1982), теш протезы технологиялары лабораторияһы мөдире (1983—1993), һәм хирургик, ортопедик стоматология кафедраһы профессоры (1993—1995).

2010 йылдың 10 декабрендә Львов ҡалаһында вафат була.

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә (1985 йыл)[4].

Варес Эвальд Янович йырсы Аида Ведищева башҡарған «Солдатский котелок» йырының һүҙҙәрен яҙған[2][5].

  • Евальд Янович Варес (До 70-річчя з дня народження). // Новини стоматології. 1995. № 1-2(2-3).