Эстәлеккә күсергә

Варламова Нина Константиновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Варламова Нина Константиновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 11 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Чкаловск[d], Түбәнге Новгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 декабрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны Кандалакша[d], Мурманск өлкәһе, Рәсәй

Варламова Нина Константиновна (11 февраль 1954, Чкаловск, Горький өлкәһе — 16 декабрь, 2008, Кандалакша, Мурманск өлкәһе) — Мурманск өлкәһенең Кандалакша районы башлығы (20072008 йылдарҙа).

Нина Константиновна Варламова 11 февраль 1954 йылдың 11 февралендә Горький өлкәһенең Чкаловск ҡалаһында тыуған (әммә уның тыуған урыны тип һуңыраҡ киң мәғлүмәт сараларындаТүбәнге Новгородты атайҙар)[1][2][3].

Варламова тураһында мәғлүмәттәр бик әҙ. Билдәле булыуынса, Мурманск өлкәһенең Кандалакша районында ул 1979 йылда йәшәй башлай. Башта Алакуртти ауыл хакимиәтендә эшләй, ә 1980-се йылдар башында Кандалакша ҡала советы депутаты була[3].

1980-се йылдар аҙағында(башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1990-сы йылдар башында)[1] Варламова Кандалакша ҡала советы рәйесе итеп һайлана[3], ә 1998 йылда Кандалакша хәкимиәтенең башлығы Виталий Голубевтың урынбаҫары вазифаһын биләй. 2000 йылда ул Мәскәү дәүләт индустриаль университетының филиалын тамамлай, һәм 2001 йылда ҡала хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау идаралығы менән етәкселек итә. Матбуғатта яҙыуҙарынса, был осорҙа Варламова, «начальниктар менән даими конфликттарға инеүенә ҡарамаҫтан, бер нисә социаль программаны тормошҡа ашырыуҙа уңышлы эшләй ала»[4][5]. 2006 йылда уның хеҙмәте Мурманск өлкәһе Губернаторының Почет грамотаһы менән билдәләнгән.

2007 йылдың апрелендә Варламова Кандалакша муниципаль районы башлығы Александр Вихоревтың урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1][2]. Шул уҡ йылдың август айында Вихоревтың район башлығы вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатыла — ул вазифалы кешеләргә ришүәт биреүҙә ғәйепле тип таныла һәм уны Кандалакша ҡала суды ике йыл ярымға иркенән (шартлыса) мәхрүм ителеүгә хөкөм итә һәм өс йыл дауамында дәүләт һәм муниципаль үҙидара органдары хеҙмәтендә вазифа биләү һәм һайланыу хоҡуғынан мәхрүм ителә. Ул саҡта район Советы ҡарарына ярашлы Варламова муниципаль район башлығы вазифаһын башҡарыусы булып тора[4][5][6]. Шул уҡ йылда Варламова район башлығы һайлауҙарында үҙ кандидатураһын тәҡдим итә. Өлкә матбуғатында, һайлау кампанияһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булған Варламова «үҙ кандидатураһын иң көслө итеп күрһәтә», тип билдәләнә. Ваҡытлы матбуғат саралары, Варламова был вазифаға кандидаттар араһында иң саф, таҙа күңеллеһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. «Уның иң ажар дошмандары ла уға ҡаршы бер ниндәй ҙә ғәйеп табып, бәйләнә алмай», — тип яҙа Мурманскиҙың «Аргументы и факты» гәзите. 2007 йылдың декабрь айында һайлауҙарҙың икенсе турында Варламова еңеү яулай, һәм муниципаль берәмектең тулы хоҡуҡлы башлығы була[7].

2008 йылдың 16 декабрендә Варламова 55 йәшендә үҙе йәшәгән йорттоң подъезы янында һәләк була. Енәйәтсе уға бысаҡ менән һөжүм итеп бер нисә тапҡыр яралай, һәм Варламова дауаханаға килтергән юлда вафат була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, «тиҙ ярҙам» машинаһы дауаханаға алып барғандан һуң, күп ҡан юғалтыуҙан вафат була[8]). Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Варламова үҙенең үлеме алдынан енәйәтсенең исемен әйтеп өлгөрә (ләкин табиптар мәғлүмәттәре буйынса, Варламованың йәрәхәттәре бик етди була, шуға күрә ул бер ни ҙә әйтерлек хәлдә булмай)[1][9].

Варламованың үлтерелеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ҡыҙыу эҙҙәр буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе ҡулға алына. Енәйәтсе Дмитрий Киреев була, «Коммерсантъ» гәзите мәғлүмәте буйынса, ул 1980-се йылдар аҙағында Афғанстанда хеҙмәттә саҡта, һуғышта ҡатнашып, контузия ала. Демобилизациянан һуң, Варламова Кандалакша ҡалаһы халыҡ депутаттары советын етәкләгән осорҙа, Киреев шул совет составына һайлана. Һуңыраҡ ул ҡаланың « Вестник апреля» гәзитенең етәксеһе була, әммә «һуңғы йылдарҙа … бер ҡайҙа ла эшләмәй, фатирын һата». Киң мәғлүмәт саралары уның тураһында, Киреев Варламоваға физик язалау менән янай, әммә Варламова, үҙенә ярҙам һорап хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй, Киреевтың янауын ысынға ҡабул итмәй, тип яҙа Киреевтың енәйәт ҡылыуының сәбәбе, башта Варламованың Киреевҡа матди ярҙам күрһәтеүе, әммә пенсия һәм өҫтәмә пособиеларҙы арттырыуҙа ярҙам итмәүе булған, тип аңлатыла[1][7][8].

2009 йылдың июнендә Киреевҡа психиатрия экспертизаһы шәхес үҫешендә паранойя формаһы булыуын асыҡлап ҡуя[10] . 2009 йылдың 1 сентябрендә билдәле булыуынса, суд уны Варламован үлтереүҙә ғәйепле тип таный, әммә енәйәт яуаплылығынан азат итә һәм уны мәжбүри дауалау урынына йүнәлтә[11] .

Хакимиәт вәкилдәре мәғлүмәттәре буйынса, Варламованы Түбәнге Новгородта ерләйҙәр. Кандалакшала уның менән бергә йәшәгән ире һәм 1985 йылғы улы тороп ҡала[1][2].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Нина Константиновна Варламова. Биографическая справка, РИА Новости (17.12.2008). 7 декабрь 2012 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 Жители Кандалакши простятся с мэром города. — РИА Новости., 18.12.2008
  3. 3,0 3,1 3,2 Варламова Нина Константиновна. — Мурманский вестник, 18.12.2008
  4. 4,0 4,1 Голову — за главу района. — Аргументы и факты, 28.11.2007. — № 048
  5. 5,0 5,1 Женщина-мэр. — Вечерний Мурманск, 24.08.2007. — № 155
  6. 1/1 бросили «под танк»? — Мурманский вестник, 24.08.2007. — № 159
  7. 7,0 7,1 Конец предвыборной клевете. — Аргументы и факты, 19.12.2007. — № 051
  8. 8,0 8,1 Ольга Михайлова, Николай Сергеев. Мэра убили по неадекватным мотивам. — Коммерсант, 18.12.2008. — № 231(4048)
  9. Елена Изварина. В Мурманской области убита мэр Кандалакши. — Первый канал, 17.12.2008
  10. Убийца мэра Кандалакши признан невменяемым. — Коммерсант-online, 03.06.2009
  11. Убийца мэра Кандалакши направлен на принудительное лечение. — РИА Новости, 01.09.2009

Ҡалып:Лентапедия