Эстәлеккә күсергә

Варламов Виктор Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Варламов Виктор Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР[1]
Тыуған көнө 28 апрель 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2] (76 йәш)
Тыуған урыны Петропавловск[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө конькобежец
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Спорт төрө Конькиҙа йүгереү спорты[3][2]
Спорт дисциплинаһы бег на коньках на классической 400 м дорожке[d]
Ҡатнашыусы Ҡышҡы Олимпия уйындары 1976[d]

Варламов Виктор Иванович (28 апрель 1948 йыл) — спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1975). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993)[4]. Инсбруктағы Ҡышҡы олимпия уйындарында ҡатнашыусы, Европа чемпионы, донъя чемпионаттарының бронза призеры, өс тапҡыр 10000 метрлыҡ дистанцияла милли беренселектрҙә еңеүсе. Спорт ярыштарында «Буревестник» йәмғиәте һәм Башҡорт АССР-ы исеменән сығыш яһай, халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Виктор Иванович Варламов 1948 йылдың 28 апрелендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең Петропавловск ҡалаһында тыуған. Конькиҙа йүгереү менән Өфөлә шөғөлләнә башлай, «Буревестник» ирекле спорт йәмғиәте ағзаһы, тренеры — Владимир Константинович Кяк[4].

1973 йылғы сезонда конькиҙа уҙышыуҙа тәүге етди уңышҡа өлгәшә: РСФСР беренселегендә 10 000 метрлыҡ дистанцияла еңеү яулай һәм СССР-ҙың милли йыйылма командаһы составына инә. Бер йылдан Свердловск ҡалаһында үткән СССР халыҡтарының ҡышҡы спартакиадаһында ошо уҡ дистанцияла уңышын ҡабатлай. 1975 йылда ун мең километрлыҡ дистанцияла ил чемпионы исемен яҡлай, Херенвенда Европа чемпионатында бөтәһен дә уҙып үтә. Осло ҡалаһында уҙғарылған донъя чемпионатында ошо уҡ дистанцияла бронза миҙал яулай һәм күп көрәш суммаһы буйынса туғыҙынсы урынды ала. Миҙгел йомғаҡтары буйынса «СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры» почетлы исеменә лайыҡ була[4].

1976 йылда Варламов 10000 метрлыҡ дистанцияла өс тапҡыр рәттән СССР чемпиоы була, классик күпбәйгелә өсөнсө урынды биләй, унан алда тик Владимимр Лобанов һәм Сергей Марчук булалар. Херенвенда донъя беренселеге үҙенең дистанцияһында ҡабаттан бронза миҙалын яулай һәм күпбәйге һөҙөмтәләре буйынса 11 урынды яулай. Уңышлы сығыштары арҡаһында Инсбрук Ҡышҡы олимпия уйындарында 5000 һәм 10000 метрлыҡ дистанцияға йүгерә, ике осраҡта ла 4 урынды ала.

Аҙаҡҡы ваҡытта бөтә Союз кимәлендә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшмәһә лә, 1978 йылға тиклем СССР йыйылма командаһы составында ҡала.

Юғары белемгә эйә, 1976 йылда тамамлай Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлаған[4]. 1993 йылда «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» исеме бирелә.