Васильев Игорь Евгеньевич (әҙәбиәтсе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Васильев Игорь Евгеньевич (әҙәбиәтсе)
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Тыуған көнө 2 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2] (74 йәш)
Тыуған урыны Зырянка[d], Юрғамыш районы, Ҡурған өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Васильев Игорь Евгеньевич (2 сентябрь 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты филология факультетының XX һәм XXI быуат рус әҙәбиәте кафедраһы профессоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игорь Евгеньевич Васильев 1947 йылдың 2 сентябрендә Ҡурған өлкәһе Юрғамыш районының Зырянка станция хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуа, хәҙер ҡасаба шул уҡ райондың Чинеев ауыл советына инә[3].

1971 йылда А.М.Горький исемендәге урал дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1971—1973 йылдарҙа — Свердловск өлкәһенең Березовка ҡала район мәғариф бүлеге уҡытыусыһы.

1972—1976 йылдарҙа А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетының аспиранты.

1976—1979 йылдарҙа — Катовицала (Польша Халыҡ Республикаһы) Силезия университетының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

1973 йылдан алып — Урал дәүләт университеты уҡытыусы: ассистенты, доценты (1983). 2007 йылдан алып — XX быуат рус әҙәбиәте кафедраһы профессоры (хәҙер Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университетының XX һәм XXI быуат рус әҙәбиәте кафедраһы).

1980 йылда В.И.Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында «Стихотворный сказ в советской литературе (На материале сов. поэзии 20—30-х годов)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1980 йылдың 14 ғинуарынан — филология фәндәре кандидаты.

1999 йылда А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетында «Русский литературный авангард начала XX века (группа „41°“)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. XX быуат башында рус авангард шиғриәте тарихы буйынса белгес. 2000 йылдың 19 майынан — филология фәндәре докторы.

1996 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Археология һәм тарих институты хеҙмәткәре (өлкән, аҙаҡ әҙәбиәте тарихы секторының төп ғилми хеҙмәткәре).

Бер нисә гуманитар фәндәр буйынса идаралыҡ советы ағзаһы (филология, культурология, сәнғәт) Ҡурған дәүләт университетында дәүләт имтихандары комиссияһының рәйесе булып тора.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы.
  • Польша -совет дуҫлығы йәмғиәтенең Алтын Почет билдәһе
  • «Силезия университеты алдындағы хеҙмәттәре өсөн» көмөш билдәһе
  • Катовица воеводалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре исеме
  • Иң яҡшы фәнни-тикшеренеү эше өсөн Урал дәүләт университеты премияһы лауреаты (2002, «Русский поэтический авангард XX века» китабы[4])
  • Уҡытыу-методик эшендә ҡаҙаныштары өсөн Урал дәүләт университеты премияһы (1996, 2001)

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Васильев Игорь Евгеньевич 120-нән ашыу ғилми баҫма авторы[5]. 1974 йылдан әҙәбиәт белгесе булараҡ баҫылып сыға.

  • Васильев И. Е. Обэриуты: теоретическая платформа и творческая практика. — Свердловск: УрГУ, 1991. — 93 с. — 500 экз.[6]
  • Васильев И. Е. Русский литературный авангард начала XX века (группа «41°»). — Екатеринбург: УрГУ, 1995. — 89 с. — ISBN 5-230-06752-7.[7]
  • Васильев И. Е. Русский поэтический авангард XX века. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 1999. — 315 с. — ISBN 5-7525-0719-7.
  • Васильев И. Е. Русский поэтический авангард XX века. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 2000. — 320 с. — ISBN 5-7525-1095-3.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]