Эстәлеккә күсергә

Сурин Вениамин Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вениамин Сурин битенән йүнәлтелде)
Сурин Вениамин Константинович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 июль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө партия эшмәкәре
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXIII съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Сурин Вениамин Константинович (10 март 1929 йыл24 июль 1995 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1964—1988 йылдарҙа КПСС-тың Белорет ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының VII—X саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII съезы делегаты. Октябрь Революцияһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1996).

Вениамин Константинович Сурин 1929 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда урындағы Белорет металл эшкәртеү заводында слесарь-электрик булып башлай.

1948 йылда Белорет металлургия техникумын тамамлай һәм урындағы ҡорос сым-канат заводына мастер булып эшкә урынлаша: артабан бында смена мастеры итеп үрләтелә, тағы ла һуңыраҡ цех начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1956 йылда предприятиеның партком секретары итеп һайлана.

1963 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын[1] тамамлай.

1964 йылда Вениамин Константинович Сурин КПСС-тың Белорет ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм был яуаплы вазифала сирек быуатҡа яҡын, 1988 йылғаса эшләй. Был ваҡыт арауығында бөтә илдәге кеүек Белоретта ла сәнәғәт һәм социаль йүнәлештәге бик күп объекттар төҙөлә, ҡала бар йәһәттән һиҙелерлек үҫеш кисерә. Бөтә был ваҡиғалар В. К. Сурин исеме менән бәйле.

Принципиал һәм талапсан етәксе булараҡ, В. К. Сурин ҡалала ғына түгел, республикала ла оло ихтирам ҡаҙана. Ул Башҡорт АССР-ының дүрт (7-се, 8-се, 9-сы һәм 10-сы[2]) саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы була, ҡала һәм район коммунистары исеменән КПСС-тың XXIII съезында ҡатнаша.

  • Славные традиции. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 139 стр. (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Октябрь Революцияһы ордены
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Белорет ҡалаһының Почётлы гражданы (1996, үлгәндән һуң)[3].
  • Белореттың 3-сө мәктәбе В. К. Сурин исемен йөрөтә.
  • Мәктәп янында Суринға бюст ҡуйылған (10.03.2007).
  • Белорет ҡалаһының бер урамына Венимаин Сурин исеме бирелгән.
  • В. К. Сурин йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.