Эстәлеккә күсергә

Виеру Григоре Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Григоре Виеру
Grigore Vieru
Тыуған көнө:

14 февраль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Румыния короллеге, Бессарабия, Хотин өйәҙе Перерыта ауылы

Вафат булған көнө:

18 ғинуар 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (73 йәш)

Вафат булған урыны:

Кишинёв, Республика Молдова

Гражданлығы:

Молдова Молдова

Эшмәкәрлеге:

Шағир

Ижад йылдары:

1957—2009

Йүнәлеше:

лирика, балалар өсөн шиғырҙар

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

молдаван, рус

Дебют:

1957

Премиялары:

Б. Главан ис. Молдавия комсомолы премияһы (1967) һ.б.

Наградалары:
Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены  — 1967
Эминеску ордены (2005, Румыния)

Григоре Виеру (рум. Grigore Vieru; 14 февраль 1935 йыл — 18 ғинуар 2009 йыл) — СССР һәм Молдова шағиры. Молдова Яҙыусылар союзы ағзаһы. Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге республика премияһы лауреаты (1967).

Григоре Виеру 1935 йылдың 14 февралендә Бессарабияның Хотин өйәҙе Перерыта ауылында (хәҙер Молдова Республикаһы Бричан районы) Павел һәм Евдокия Виеру ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә берҙән-бер бала була.

Тыуған ауылында ете класс тамамлай һәм артабан белемен Липканы ҡалаһында икенсе урта мәктәбендә дауам итә.

1958 йылда Иона Крянгэ исемендәге Кишинев дәүләт педагогия институтының тарих һәм филология факультетын тамамлай. Студент сағында, 1957 йылда «Alarmă» (балалар өсөн шиғырҙар «Шом») исемле беренсе китабы сыға. Шул уҡ йылда «Ленин осҡоно» гәзите мөхәррире вазифаһында эш башлай.

1959 йылдың 8 июнендә Раиса Накуға өйләнә. 1960 йылдың 16 июнендә Григоре Виеруның улы тыуа, уға Теодор исемен ҡушалар.

«Молдаван китабы» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй, бында уның балалар өсөн ике шиғырҙар йыйынтығы сыға — «Făt-Frumos curcubelul» һәм «Bună ziua, fulgilor!». 1963 йылда балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы « Mulţumim pentru pace» («Тыныслыҡ өсөн рәхмәт») һәм шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр йыйынтығы — «Făguraşi» нәшер ителә. 1965 йылдың 19 июнендә Григоре Виеру ғаиләһендә икенсе улдары Кэлин тыуа, ә 1967 йылда ул Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге республика премияһы менән бүләкләнә.1968 йылда рус телендә «Һинең исемең» («Исеме твое») шиғырҙар йыйынтығы сыға. Был китапты республика әҙәби тәңҡитселәре юғары баһалай.

1973 йылда Г. Виеру совет яҙыусылары делегацияһы составында Румынияға бара, «Secolul XX» («XX быуат») румын гәзите мөхәррирҙәре менән осраша. Һуңынан «Әсәй» исемле (шиғырҙар, 1975), мәктәпкәсә йәштәге бала өсөн «Albinuţa» («Бал ҡорто») (1980), «Fiindcă iubesc» («Сөнки яратам») (шиғырҙар, 1979) китаптары сыға.

1984 йылда «Мелодия» фирмаһы «Дискоклуб» серияһында Виеру шиғырҙарына Сильвия Кирияк, София Ротару, Штефан Петраке, Анастасия Лазарюк башҡарыуындағы Анатолий Кирияк йырҙар йыйынтығын сығара. Григоре Виеру шиғырҙарына («Adio», «Amor», «Молодость-цветок», «Песня о моей жизни», «Нежная мелодия», «Романтика»") йырҙарҙы София Ротару башҡарҙы[1].

Күп кенә молдаван композиторҙары Григоре Виеру шиғриәтенән илһам алған:

  • Злата Ткач;
  • Аркадий Люксембург;
  • Ян Фрайбург;
  • Петр Теодорович;
  • Давид Гершфельд;
  • Александр Муляр;
  • Евгений Доға;
  • Соломон Шапиро;
  • Дмитрий Георгицэ;
  • Павел Ривилис;
  • Юлия Цибульская;
  • Семен Лунгул;
  • Марк Копытман;
  • Василий Загорский;
  • Ион Алдя-Теодорович.

Шағир үҙе йыр көйҙәре авторы була («Să creşti mare»), «Poftim de intraţi») һәм уның «Cine credе» йырҙар йыйынтығы сыға. Яҙыусының башҡа шиғырҙары ла йырға һалына — «Павлик Морозов: ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге галстук» (Pavlik Morozov: Cravata lui cea purpurie…), «Гүзәл Молдова» (Moldovă frumoasă), «Беҙ колхозда йәшәйбеҙ» (Noi vom trăi în comuna, Злата Ткач музыкаһы), «Ҡыҙыл Октябрь» (Octombrie cel roşu, Злата Ткач музыкаһы), «Беҙҙең флаг» (Steagul nostru, Валерий Ротару музыкаһы), «Пионерҙар килә» (Trec pionerii, Павел Ривилис музыкаһы)[2][3].

Сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

80-се йылдар аҙағында Румыния һәм Молдавияны берләштереү Хәрәҡәтенең иң актив ҡатнашыусыларының береһе була. 1989 йылда Молдавия ССР-ның халыҡ депутаты итеп һайлана. Кишиневта күп һанлы патриотик митингтарҙа ҡатнаша.

2001 йылдан һуң хакимлыҡ иткән Коммунистар партияһына оппозицияла була[4].

2009 йылдың 15 ғинуарынан 16-на ҡараған төндә Басарабяска — Кишинев трассаһында Яловен районы Дэнчень ауылынан алыҫ түгел ерҙә автомобиль аварияһына эләгә. Виеру үҙе пассажир була, руль артында Милли академия халыҡ бейеүе «Жок» ансамбленең директор урынбаҫары Георгий Мунтяну була. Кишинев ҡалаһы полицияһы авария сәбәбе тиҙлекте арттырыуҙа һәм машина йөрөтөүсенең арығанлығында тип белдерҙе[5][6].

Григоре Виеру Кишинев ҡалаһы «Ашығыс ярҙам» машинаһында больницаға алып киләләр, бында ул төндә — 2009 йылдың 18 ғинуарында сәғәт 1:20 вафат була[7]. 2009 йылдың 20 ғинуары шағирҙың үлеме айҡанлы Молдавияла Матәм көнө тип иғлан ителә[8].

Кишиневта Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнгән[9].

Исемен мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Молдова почта маркаһы, 2015 йыл

Кишиневта шағир исеме проспектҡа бирелгән һәм Классиктар аллеяһында уға бюст ҡуйылған. 2010 йылдың 31 авгусында шағир хөрмәтенә бюст шулай уҡ Страшеналарҙа ла ҡуйыла. Г. Виеруға һәйкәл Бухареста Херестрэу паркында ла урынлаштырылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены (16.11.1984)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (28.10.1967)
  • Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге республика премияһы (1967)
  • Молдавияның Дәүләт премияһы (1978)
  • Г. Х. Андерсен Почётлы дипломы (1988)
  • Әҙәбиәт буйынса «Геркулес» премияһы (1991)
  • «Молдова Республикаһы халыҡ яҙыусыһы» титулы (1992)
  • Шиғриәт өлкәһендә Лучиана Благ Халыҡ-ара премияһы (1992)
  • Молдова Республикаһы Яыусылар союзының махсус премияһы (1994)
  • «Эминеску. Тыуыуына — 150 йыл» медале (2000, Румыния)
  • Ион Крянге исемендәге педагогия университетының фән докторы почётлы дәрәжәһе (2005, Кишинев)[7].
  1. София Ротару | фан клуб «ФОРТУНА» 2010 йыл 21 апрель архивланған.
  2. Библиография Григория Виеру 2012 йыл 24 сентябрь [https://web.archive.org/web/20120924071252/http://www.hasdeu.md/ro/resources.html?pg=13 архивланған.
  3. Григоре Виеру и музыка 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Справка ИА REGNUM
  5. Григоре Виеру был доставлен в реанимацию после ДТП. Moldova Azi. Дата обращения: 5 август 2014. 2014 йыл 12 август архивланған.
  6. Полиция восстановила картину дорожно-транспортного происшествия, в котором погиб поэт Григоре Виеру. Moldova Azi. Дата обращения: 5 август 2014. 2014 йыл 12 август архивланған.
  7. 7,0 7,1 Поэт Григоре Виеру ушел из жизни. Moldova Azi. Дата обращения: 5 август 2014. 2014 йыл 12 август архивланған.
  8. В Молдавии 20 января объявлен днем национального траура. Радио "Свобода". Дата обращения: 5 август 2014. Архивировано 1 июнь 2012 года.
  9. Памятник Григоре Виеру был открыт на могиле поэта. Moldovenii. Дата обращения: 5 август 2014.