Викимәғлүмәттәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викимәғлүмәттәр
ингл. Wikidata
Логотип
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 29 октябрь 2012[1]
Ҡыҫҡаса атамаһы WD, ВД һәм ВЗ
ХФА-лағы транскрицияһы ˌwɪ.ki.ˈdeɪ.tə
Спонсор Фонд Гордона и Бетти Мур[d], Allen Institute for Artificial Intelligence[d] һәм Google[d]
Хөрмәтенә аталған Вики һәм данные[d]
Нигеҙләүсе Денни Врандечич[d][2], Маркус Крёч[d][2] һәм Wikimedia
Девиз тексы the free knowledge base that anyone can edit
Хужаһы Wikimedia
Төп тема связные открытые данные[d]
Алыштырған WikiProject Persondata[d] һәм Интервики
Булдырыусы редакторы Викиданных[d] һәм Викимедиа Германия[d]
Автор Сообщество Викимедиа[d]
Әҫәрҙең теле бер нисә тел[d]
Каталог коды 104349
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәтләндереүсе Wikimedia[3][4]
Эшләүсе Викимедиа Германия[d][4] һәм Wikimedia
Движок Wikibase[d] һәм MediaWiki[d]
Страница для сообщений об ошибках phabricator.wikimedia.org/…
Рәсми асылған ваҡыты 29 октябрь 2012
Рәсми сайт wikidata.org[5][6]
URL-да тасуирланған viaf.org/viaf/partnerpag…[7]
dashboard.wikiedu.org/tr…[8]
theguardian.com/news/dat…
Каналдың URL-ы wikidata.org/w/api.php?h…
Точка доступа SPARQL query.wikidata.org/sparql[9]
Ссылка на условия использования foundation.wikimedia.org/…
Учётная запись в социальных медиа Identi.ca[d]
Хештег Wikidata
Файл с отсканированными данными
Способ распространения набора данных формат дампа Wikidata RDF[d] һәм JSON-дампы Викиданных[d]
Лицензия CC0[d] һәм 🅭🅯🄎 3.0[d]
Правовой статус защищено авторскими правами, но передано в общественное достояние владельцем авторских прав[d]
Заказчик Wikidata funder[d]
Значок
Число зарегистрированных участников 4 498 339[10]
Ранг Alexa 7136[11]
Фолловерҙар һаны 24 560
Number of triples 15 019 738 576[12]
Similarweb ranking 11 159[13]
Пустое значение Q4115189, Q13406268, Q15397819, P369 һәм Q17339402
IRC-канал irc.libera.chat/wikidata
Эндпоинт API wikidata.org/w/api.php
wikidata.org/w/rest.php
Service status information URL wikimediastatus.net
FAQ URL wikidata.org/wiki/Help:F…
Рәсми форум wikidata.org/wiki/Wikida…
Login URL wikidata.org/wiki/Specia…[14]
Registration page URL wikidata.org/wiki/Specia…[15]
IM channel URL https://chat.wmcloud.org/wikimedia/channels/wikidata
Маска URL для поиска https://www.wikidata.org/w/index.php?search=$1
 Викимәғлүмәттәр Викимилектә

«Викимәғлүмәттәр» (ингл. Wikidata) — Викимедиа Фонды булдырған белем базаһын бергә мөхәррирләүҙе ойоштороу. Википедия мәҡәләләрендә булған мәғлүмәтте үҙәкләштерелгән һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн ҡулланыла — мәҫәлән, интервики-һылтанма, йәки статуслы мәҡәләләрҙең, исемлектәрҙең йәки статистика мәғлүмәттәренең: тыуыу датаһы, халыҡ һаны һ.б. значоктары (билдәләмәләре).[16] Викимәғлүмәттәр йөкмәткеһе Creative Commons CC0[17] лицензияһы буйынса таратыла.

Проект рәсми рәүештә 2012 йылдың 30 октябренән эшләй, Wikimedia Deutschland — немец Викимедиаһы — етәкселегендә эшләй башланы. 2006 йылдан алып «Викимәғлүмәттәр» Викимедиа фондының тәүге яңы проекты булды[18]. Проект урындағы Allen Institute for Artificial Intelligence, Gordon and Betty Moore Foundation һәм Google (компания) милекселәренең дөйөм суммаһы — 1,3 миллион евро тәшкил иткән иғәнәләре иҫәбенә тормошҡа ашырылған[19][20].

Викимәғлүмәттәрҙә раҫлауҙар терминологияһы

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Проектты тормошҡа ашырыу өс этапҡа бүленде:

  • 1-се фаза — интервики-һылтанмаларҙы үҙәкләштерелгән һаҡлауға булышлыҡ итеү (2013 йылдың мартында тормошҡа ашырыла);[21]);
  • 2-се фаза — мәҡәлә объекты тураһында раҫлауҙарға булышлыҡ итеү белем базаһы элементтары (индерелгән мәғәнәләр типтары буйынса ҡайһы бер сикләүҙәр менән 2013 йылдың февраленән башланды; 2013 йылдың апреленән Википедияның бөтә бүлектәре өсөн Викимәғлүмәтте файҙаланыу мөмкинлеге әүҙемләштерелде[22]);
  • 3-сө фаза — Википедия мәҡәләләрендә ирекле эҙләү һорауҙарына төрлө исемлектәрҙе, уларҙың һөҙөмтәләрен файҙаланыу мөмкинлеге менән, автоматик яңыртыуға ярҙам итеү (әҙерләмәлә).

Раҫлауҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Раҫлауҙар — ул билдәле элемент тураһында теләһә ниндәй мәғлүмәтте һаҡлау ысулы. Формаль яҡтан, улар бер йәки бер нисә үҙенсәлектәрҙең (мәҫ., «автор», йәки «баҫманың датаһы») тап килеүен һаҡлаған асҡыс-мәғәнә парҙан тора (мәҫәлән, «Артур Конан-Дойл» йәки «1902»). Мәҫәлән, рәсми булмаған раҫлама «һөт — аҡ» (ингл. milk is white) парҙы һаҡлаған раҫлама ярҙамында кодланған булыр ине. Мәҫәлән, Q8495 (һөт) https://www.wikidata.org/wiki/Q8495 тип яҙылғанда Q23444 (аҡ) https://www.wikidata.org/wiki/Q23444 мәғәнәһендә P462 (төҫ) — https://www.wikidata.org/wiki/Property:P462 билдәһенән торған был пар.

Раҫлауҙар үҙенсәлек һәм берәүҙән күберәк мәғәнәләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәләй ала. Мәҫәлән, Мария Кюри өсөн «occupation» (шөғөлдәр төрө) үҙенсәлеге, шул рәүешле уның теге йәки был эш менән шөғөлләнеүен сағылдырыу маҡсатында, «физик» һәм «химик» мәғәнәләре менән бәйле булыуы мөмкин була алыр ине[23].

Викимәғлүмәттәрҙең башҡа яҙмаларын, юлдарҙы, һандарҙы йәки фото/видео менән файлдарҙы индергәндә, уларҙы ниндәй типтағы мәғәнә менән бәйләргә мөмкин булыуын билдәләй. Мәҫәлән, «рәсми сайт» үҙенсәлеге «URL» тибындағы мәғәнәләргә ярашлы тип табылырға мөмкин[24]. Шулай уҡ үҙенсәлектәр уларҙы файҙаланыу мөмкинлегенә ҡарата ҡатмарлыраҡ ҡағиҙәләрҙе билдәләй ала.

Был ҡағиҙәләр «сикләү» (ингл. constraints) тип атала. Мәҫәлән, «баш ҡала» үҙенсәлеге «берҙән-бер мәғәнәгә сикләү»ҙе (ингл. single value constraint) үҙ эсенә ала, шуның менән ул теләһә ниндәй территорияның (ғәҙәттә) бер генә баш ҡалаһы булыуын сағылдыра. Сикләүҙәр, ҡаҡшамаҫ ҡағиҙәләр тип түгел, иҫкәрмә рәүешендә аңлатыла[25].

Теләк булғанда, раҫлауҙың мәғәнәһен асыҡлау өсөн квалификаторҙарҙы (ингл. qualifiers) файҙаланып була. Улар ошо раҫлау контексында өҫтәмә мәғлүмәт бирә. Мәҫәлән, «халыҡ» үҙенсәлеген «2011 йылға ҡарата» квалификаторы ярҙамында киңәйтергә мөмкин. Раҫлауҙар контентты дәлилләүҙе күрһәткән һылтанмалар менән дә тәьмин ителеүе мөмкин[26].

SPARQL, Википедияға ҡағылышлы Викимәғлүмәттәр тураһында митап-доклад-лекция

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. The Wikidata revolution is here: enabling structured data on Wikipedia — 2013.
  2. 2,0 2,1 Wikimedia Deutschland Blog (ингл.)Wikimedia Deutschland, 2007.
  3. https://www.wikidata.org/wiki/Wikidata:Introduction
  4. 4,0 4,1 Tanon T. P., Vrandečić D., Schaffert S., Steiner T., Pintscher L. From Freebase to Wikidata: The Great Migration (ингл.) // Proceedings of the 25th International Conference on World Wide Web — 2016. — P. 1419—1428. — 10 p. — ISBN 978-1-4503-4143-1doi:10.1145/2872427.2874809
  5. https://web.archive.org/web/20201226104037/https://whois.domaintools.com/wikidata.org
  6. Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  7. http://viaf.org/
  8. Wikidata Professional Development Training Modules - Wiki Education Dashboard
  9. https://lists.wikimedia.org/pipermail/wikidata/2015-September/007042.html
  10. https://www.wikidata.org/wiki/Special:Statistics
  11. https://web.archive.org/web/20210523144740/https://www.alexa.com/siteinfo/wikidata.org
  12. https://w.wiki/7DDK
  13. https://www.similarweb.com/website/wikidata.org/#overview
  14. Log in - Wikidata
  15. Create account - Wikidata
  16. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2012-03-30.
  17. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 8 декабрь 2015.
  18. Roth, Matthew. The Wikipedia data revolution, Wikimedia Foundation (30 март 2012). 11 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  19. Dickinson, Boonsri. Paul Allen Invests In A Massive Project To Make Wikipedia Better (30 март 2012). 11 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  20. Perez, Sarah. Wikipedia’s Next Big Thing: Wikidata, A Machine-Readable, User-Editable Database Funded By Google, Paul Allen And Others (30 март 2012). 11 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  21. Wikidata now live on all Wikipedias. Дата обращения: 4 апрель 2013. Архивировано из оригинала 14 апрель 2013 года.
  22. Wikidata all around the world. Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2017 года.
  23. Help:Statements. Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 25 март 2019 года.
  24. Help:Data type. Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 23 март 2019 года.
  25. Help:Property constraints portal. Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 1 июнь 2019 года.
  26. Help:Sources. Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 17 апрель 2019 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Викиновости-кат

Ҡалып:Фонд Викимедиа