Википедия буйынса фекерләшеү:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Википедия:Ҡағиҙәләр тураһында фекерләшеү бите лә бар.

Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр мәҡәләһен яҙа башланым. Яҙып бөткәс ҡуясаҡмын. --Haqmar 12:19, 1 сентября 2006 (UTC)

Ҡалып:Ҡулланмалар урыҫ бүлегенән күсереп ҡуйҙым. Үҙгәртмәйсә тороп бүлемдәрен яҙмаҫҡа --Рөстәм Нурыев 16:17, 7 сентября 2006 (UTC)

Мөкинселегем булғанда ҡайһы бер урындарын мөхәрирләп китәм. Курсив һүҙҙәргә алмаш табырға, Ҡалын һүҙҙәр урынһыҙ тип уйлайым. --Рөстәм Нурыев 16:36, 7 сентября 2006 (UTC)

"Нейтральный" тигәнде "тарафһыҙ" тип тәржемә итеү уңышлы түгел, тип уйлайым. "Битараф" йәки "нейтраль" яҡшыраҡ түгелме? --MORATSOLTAN (әңгәмә) 17:06, 23 октябрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

"нейтраль" ҡараш.--Саган (әңгәмә) 19:01, 23 октябрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

Конкурстар тураһында фекер алышыу Ҡоролтайҙа 2020 йылдың 2 июнендә башланды. Фекерҙәр конкурстар буйынса ҡағиҙә булараҡ төймәләкләнә башланы. Тәҡдимдәрҙе артабан тикшереү һәм ҡабул итеү өсөн фекер ылышыу Википедия:Ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр сәхифәһенең фкер алыушыу бүлегенә (бында) күсерергә тәҡдим итәм. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:11, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Фекер алышыу[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәҡдимдәр һәм тауыш биреү[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт Википедияһында алдан тикшереү процедураһын үткәрмәйенсә бер кем дә конкурс иғлан итә алмай. Конкурст тураһында алдан хәбәр ителә һәм тауыш биреүгә ҡуйыла. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
  2. Конкурстың оҙайлығы бер айҙан артмаҫҡа тейеш (традицион булған Вики-яҙҙан башҡа). Конкурстан һуң ошо конкурс оҙайлығында, ирекле эшләү өсөн шул тиклем үк ваҡыт булырға тейеш.
  3. Конкурс мәҡәләләре өсөн конкурсты ойоштороусы һәм урындағы координатор яуаплы. Уларҙың иҫәп яҙмаларын мәҡәләнең фекер алышыу битендәге ҡалыпҡа яҙып ҡуйырға.
  4. Һәр ҡатнашыусы конкурс өсөн яҙылған һәр 10 мәҡәләгә мотлаҡ йәки Башҡортнамә тематикаһын 1 мәҡәләне яҡшыртырға йәки яңы мәҡәлә яҙырға тейеш. Был турала (конкурс тамамланғансы) махсус таблицала теркәп ҡуйылырға тейеш.

Ошо тәҡдимдәр өсөн тауыш биреүегеҙҙе һорайым. —ZUFAr (әңгәмә) 09:48, 8 июнь 2020 (UTC)  РизаZUFAr (әңгәмә) 09:48, 8 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Ҡабул ителгән ҡарарҙар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Нурыев Регион102 Comp1089 Ryanag Тауыш биреү 10 көн барҙы, ошо тауыш биреү буйынса ҡарар сығарып ҡуйығыҙ әле —Guram52 (әңгәмә) 08:36, 18 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  •  Риза Законлы рәүешкә индерергә ваҡыт--Тутыйғош (әңгәмә) 11:47, 20 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Риза Конкурс буйынса ҡарар сығарып ҡуйығыҙҙы һорайбыҙ--Һәҙиә (әңгәмә) 11:49, 20 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Риза Гүзәл ҡуйған тәҡдимгә ҡушылам: конкурстар буйынса ҡарар сығарып ҡуйығыҙ -- Akkashka (әңгәмә) 12:18, 20 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Comp1089! Процедураға килгәндә, Ҡоролтайҙа - бында 10 көн дауамында барған тауыш биреүгә саҡырыусы яҙма тапманым. Бындай ҡағиҙәләр ҡабул ителһә, беҙҙә яҡын арала конкурс ойоштороусылар ҙа, уларҙа ҡатнашыусылар ҙа кәмейәсәк йәки бөтөнләй булмаҫҡа ла мөмкин. Был ҡағиҙәнең кәрәклеген һис тә аңламайым. Википедияла конкурстар - ул мәжбүри эш түгел, теләмәһәгеҙ ҡатнашмағыҙ, үҙегеҙгә оҡшаған мәҡәләләр рәхәтләнеп яҙығыҙ. Ә хәҙер, киреһенсә, проектҡа ла, уның үҫешенә лә сикләүҙәр индерелә. Шул уҡ конкурстарҙың оҙайлығы. Мәҫәлән, Башҡортостан-100 конкурсы күптәргә оҡшағандыр - бер нисә ай һәм йыл дауамында һәр беребеҙгә оҡшаған тема буйынса иркенләп мәҡәләләр яҙҙыҡ. «Конкурс мәҡәләләре өсөн конкурсты ойоштороусы һәм урындағы координатор яуаплы» - был фекер бөтөнләй ят нәмә, мәҡәләнең авторынан башҡа уға бер кем дә яуаплы була алмай, хатта уныһы ла үҙе яҙған мәҡәләгә «хужа» була алмай. Әгәр мәҡәләлә авторлыҡ хоҡуғы боҙолһа, адмистраторҙар авторҙы түгел, ә ойоштороусыны киҫәтергә/блокларға тейеш буламы? 4-се пунктҡа килгәндә, мәҫәлән, Винница өлкәһе буйынса конкурста - мотлаҡ йәки Башҡортнамә мәҡәләләрен нисек тематикаһына тап килтерәбеҙ? «Мириада»ға/«Башҡортнамә»гә килгәндә - был осраҡта мәжбүр итеү урынына, дәртләндереү шарт. Мәҫәлән, Вики-яҙ-2016-ла «Мириада» исемлегенән мәҡәләләр яҙған өсөн өҫтәмә баллдар биреү тәҡдимен күптәр хуплағайны. --Ryanag (әңгәмә) 20:40, 20 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Ryanag Был турала Зәйтүнә чатта яҙған ине. Һеҙ чатта юҡ, һеҙҙең һәләткә һоҡланырға ғына ҡала! Һеҙ википедияға һирәгерәк керәһегеҙ һәм бындағы хәлде башҡасараҡ күҙ алдына килтерәһегеҙ. Меңәрләгән ҡатнашыусыһы булған ҙур википедияларҙа бер юлы төрлө конкурстар булыуы мөмкин. 20 ҡатнашыусыһы булған Башҡорт Википедияһында бөтөнләй башҡа хәл. Рус йәки инглиз телендәге википедиялар менән беҙҙе сағыштырырға ярамай, сөнки уларҙа меңәрләгән ҡатнашыусы. Конкурс ваҡытында башҡа бөтә эшмәкәрлек туҡтатыла. Викикитапхана, викидәреслек кеүек проекттар хәҙер ташландыҡ хәлдә. Кемдер тик конкурста ҡатнашып аҡса эшләй, уны маҡтап яңылыҡтарҙа яҙабыҙ, был хәл файҙалы контент өҫтөндә эшләүселәрҙең теләген һүндерә. «Конкурс мәҡәләләре өсөн конкурсты ойоштороусы һәм урындағы координатор яуаплы» тигән мәҡәләне яҙыусы яуапһыҙ тигәнде аңлатмай.Конкурс мәҡәләләренең сифаты тураһында Айсар ағайҙын һорағыҙ, әгәр ҡараштырып та сыҡҡанығыҙ булмаһа. Конкурс мәҡәләләрен кемдер уҡып тикшереп сығырға тейеш. Был бурыс ойоштороусыға һәм урындағы координаторға йөкмәтелә. Конкурс мәҡәләләренә бәйләнгән награзка таматик яҡтан бәйләнгән булмаһа ла ярай, теләһә ниндәй тема, тик файҙалы контент булһын!

Рөстәм менән хәбәрләшкәндә беҙҙең википедиялағы хәлде коллаборационистик режим (колониаль дәүләт менән идара итеү ысулы, колонизаторҙар килеп көсләп эшләтмәйҙәр, уларға идара итергә урындағы кешеләр ярҙам итә) менән сағыштарған инем, йәғни башҡорт википедияһында ситтән идара итеү формаһы урынлашҡан. Пропаганда: "Һеҙ ирекле, һеҙҙе бер кем дә көсләп эшләтмәй, һеҙ бәхетле!". Идеология: "Көнө-төнө конкурс мәҡәләләрен яҙ, һин дә бай булырһың!". Беҙгә бергәләшнп ошо хәлдән ҡотолорға һәм ирекле үҫергә кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 08:27, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

      • Асылда чатта бармы-юҡмы йәки әүҙемме-түгелме һәм уның нигеҙендә ниндәйҙер кәмсел ҡараштар - урынһыҙ, һәр кем хәленән килгәнсе үҙ өлөшөн индерә. Шул уҡ Айрат менән Ардахтың өлөшөн нисек кенә баһалаҡ та, улар менән һаман файҙаланабыҙ. Төп фекерегеҙҙе аңлайым. Әммә быны конкурстар иҫәбенә эшләү дөрөҫ юл түгел. Мәжбүри элементтар бөтөнләй булмаҫҡа тейеш, сөнки бында бер кемдә кемгәлер бурыслы йәки ҡоллоҡта түгел, ә ирекмәндәр. Уларға нимәнелер өҫтәмә йөкмәтергә ярамай. Идеаль мәҡәләләр яҙыу конкурстарҙың төп нигеҙе түгел, бының өсөн статуслы мәҡәләләрҙе үҫтереү юлы бар. Рус Википедияһында һәр бер мәҡәләлә хата табырға мөмкин, әммә бының өсөн бер кем дә хафаланмай. Сөнки был бер туҡтауһыҙ процесс, ул проект йәшәгәнсе туҡтамаясаҡ. Үрҙә әйтеүемсә, конкурстар проект үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән, шул уҡ аш-һыу тураһында конкурс Викидәреслеккә бер ни тиклем һулыш бирҙе. Конкурстарҙы сикләү - үҫеште сикләүҙе аңлата. Шунан кемдер конкурста ҡатнашып, аҡса эшләүенең нимәһе насар, ни өсөн бынан мәхрүм итергә тейешбеҙ? Ғөмүмән, пункттарҙы еренә-еткереп уртаҡ фекергә килеп ҡағиҙә төҙөйөк. Юҡһа конкурстарҙа ирекмәндәр һәм ойоштороусылар урынына тик «бурыслылар» ҡаласаҡ.--Ryanag (әңгәмә) 16:28, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
        • Ryanag Бутап һүҙҙе икенсегә борорға тырышаһығыҙ! Был әңгәмәгә Айрат менән Ардахтың ни ҡыҫылышы бар?

Бында шул конкурстарҙа ҡатнашыу мәжбүригә әйләнде бит, береһе бөтөүгә икенсеһе башлана. Башвики менән ситтән идара итәләр, был айҙа ошоно эшләгеҙ, икенса айҙа ошоно яҙығыҙ тип. Конкурстар араһында статуслы мәҡәләләр менән шөғөлләнергә бөтөнләй мөмкинлек юҡ. Конкурстарҙы берәү ҙә сикләмәй, тик тематикаһын һайлап алырға һәм конкурс үткәреүгә үҙебеҙҙең шартты ҡуйырға, башвикины файҙалы һәм кәрәкле контент менән тултырырға. Бер ниндәй ҙә хоҡуҡһыҙ башвикиға конкурс ойоштороусылар шар та ҡуя, талап та ҡуя, мәжбүри элементтарын да өҫтәп ҡуя. Беҙҙең дә үҙебеҙҙең шартты ҡуйырға хоҡуғыбыҙ булырға тейеш.--ZUFAr (әңгәмә) 18:20, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

          • Был һистә бутау түгел, ә тик миҫал. Кем һәм нисек ирекмәндәрҙе конкурста ҡатнашырға йәки үҙенә оҡшамаған темаға мәҡәлә яҙырға мәжбүр итә ала һуң? Был бит мөмкин булмаған хәл. Яңылышһам дәлил килтерегеҙ. Шарттарға килгәндә, мәҫәлән, Вики-яҙҙа конкурс өсөн һәр тел бүлеге өсөн урындағы ҡағиҙәләр ҡабул итергә мөмкинлек бар. Ошо форсат менән файҙаланып 2016 йылда беҙҙә статуслы мәҡәләләр, «Мириада» исемлегенән мәҡәләләр яҙған өсөн өҫтәмә балл биреү тәҡдимен күптәр хуплағайны. Әммә «йөк арбаһы» шунда тороп ҡалды. Етмәһә, беҙ яңы «тәгәрмәс» уйларға керештек. «Конкурстарҙы берәү ҙә сикләмәй» тиһегеҙ, әммә үрҙәге пункттарҙың һәр береһе сикләй булып сыға. Мәҫәлән, ноябрҙә Азия айлығы бара, кемдер декабрҙә башҡорт теле көнө уңайынан «Башҡорт теле айлығы» уҙғарыу тәҡдимен индерә. Беҙ нимә тибеҙ? Ҡағиҙәне уҡы ла сиратҡа тор, киләһе конкурстты ғинуар айынан иртәрәк ойоштороу тыйыла. Артабанғы пункттарҙың да етешһеҙлектәрен һананым инде. Шунлыҡтан ҡағиҙәне төҙөгәндә, проект үҫешен юҡ кимәленә төшөрмәйек. Әгәр үҙгәртергә ҡырҡа ҡаршы булһағыҙ, шунда уҡ яҙығыҙ. --Ryanag (әңгәмә) 08:05, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
              • Ryanag Һүҙ шул конкурстарҙың кәрәк/кәрәкмәгәне тураһында. Һуңғы ваҡытта конкурстар бик күп булып китте. Азия, Викияҙ иҫәбенә статистиканы яңырыттыҡ. Ә башҡа конкурстарҙан (межкультурные моста, Винница, БУМ, Грузия ....) нимә ҡалды? Халык-ара танылыумы?--ZUFAr (әңгәмә) 08:25, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
                • Һәр бер конкурстарҙа ҡатнашыусылар тәжрибә тупланы, ә проект яңы мәҡәләләр (шул иҫәптән Мириаданан) менән тулыланды (ҡайһылары хатта статуслы мәҡәлә булды). Бөтә конкурстар, шул уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫеш өсөн мөһим. Ни өсөн беҙ бикләнеп, үҙ үҙебеҙҙе сикләп ултырырға тейеш? Һорауҙарға яуап күрмәйем. --Ryanag (әңгәмә) 20:15, 25 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
                  • ZUFAr, бәлки кәрәк конкурстар исемлеген тәҡдим итәрһең. Араларына икенсе шарт («Конкурстан һуң ошо конкурс оҙайлығында, ирекле эшләү өсөн шул тиклем үк ваҡыт булырға тейеш.») үтәлешен күҙ уңында тотоп. Вики-Яҙ-ҙан һуң өс ай ял булырға тейеш. Тимәк, яңы тыуған Төрки-марафонды төшөрөп ҡалдырабыҙ, йәки сентбярь айында үткәрәбеҙ (үҙебеҙ өсөн генә, башҡа төрки бүлектәрҙән башҡа), йәки башҡа төрлө марафон. Октябрь ял итәбеҙ. Ноябрь - Азия айлығы. Декабрь - ял итәбеҙ. Ғинуар - ниндәйҙер марафон. Февраль- март һуңына тиклем - ял итәбеҙ. Артабан, тағы Вики-Яҙ. Мин шулай күҙаллайым. Ә һин? Тик тағы, зинһар, «һинеңсә булһын» тимә. Үҙеңдекенсә эшлә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:12, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
                        • Рөстәм Нурыев Һуңғы ваҡытты ул марафондар бик күп булып китте. Азия һәм Вики-яҙҙа ике меңләп мәҡәлә яҙып бер нисә йыл ҡатнаштыҡ, барлыҡ әһәмиәтле мәҡәләләрен һөҙөп алдыҡ. Яңы ҡушылыусы илдәр булмаһа, берәй йыл ҡатнашмаһаҡ та була. Шундай накладкалар булмаһын өсөн марафондар алдын билдәле булырға тейеш. Марафондар араһындағы буш ваҡыт википедияның ирекле үҫеше өсөн кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 18:58, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
                  • Һәм ZUFAr, мин дә Ryanagтың һорауын ҡабатлайым: Кем һәм нисек ирекмәндәрҙе конкурста ҡатнашырға йәки үҙенә оҡшамаған темаға мәҡәлә яҙырға мәжбүр итә ала һуң?. Бында шул конкурстарҙа ҡатнашыу мәжбүригә әйләнде бит, береһе бөтөүгә икенсеһе башлана. Башвики менән ситтән идара итәләр, был айҙа ошоно эшләгеҙ, икенса айҙа ошоно яҙығыҙ тип. тигән фраза менән Википедияның ирекмәнлек тәғлимәте үтәлмәүен әйтәһең. Кем, ҡасан, нисек был тәғлимәтте боҙа? Конкрет дәлилдәр килтер. Яуап бир әле, зинһар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:12, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
                      • Рөстәм Нурыев Бер үк нәмәне ҡабатларға мәжбүр итәһегеҙ. Меңәрләгән ҡатнашыусыһы булған рус һәм инглиз википедияһы менән 20 ҡатнашыусыһы булған башҡорт википедияһын сағыштырырға ярамай. Ҙур википедияларҙа барлыҡ төп төшөнсәләр тураһында яҙылған, уларға эш булһын тип тар темаларҙы тәҡдим итергә була (мәҫәлән, Ростов өлкәһендәге сиркәүҙәр, йәки Смоленск өлкәһе һауынсылары). Бәләкәй википедияла хәл бөтөнләй башҡаса. Беҙгә башта шул төп төшәнсәләрҙе яҙырға кәрәк (нимә икәнен аңлатыу кәрәкмәйҙер, сиркәүҙәр һауынсалар әлегә был исемлеккә үтмәй. ). Конкурста ғына ҡушылыусы ҡатнашыусылар барлыҡҡа килде. Уларҙы маҡтап яңылыҡтарҙа яҙабыҙ. Был файҙалы эш менән булған башҡа ҡатнашыусыларҙың кәйефен төшөрә. "Конкурста ҡатнаш, һин дә бай булырһың" тигән дезиз идеологияға әйләнгән. Башвики менән конкурсты ойоштороусылар идара итә булып сыға. Улар шарт та ҡуя, талап та ҡуя, был айҙа ошоно яҙығыҙ, киләһе айҙа ошоно яҙығыҙ. Ошо конкурстан файҙаланып "үҙебеҙҙең өйҙө" лә ремонлап алайыҡ тиһәң, юҡ был википедия тәғлимәтенә ҡаршы килә, улай ярамай! яуап тулы булды, башҡа был һорауға әйләнеп ҡайтаҫҡа! --ZUFAr (әңгәмә) 18:58, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
                          • Һорауға бөтөнләй яуап юҡ. Конкурста ҡатнашыу/ҡатнашмау, башҡаларҙың уңыштарына көнләшеү/көнләшмәү — һәр ваҡыт шәхси мәсьәлә булып ҡала, уға иғтибар биреүҙең файҙаһы юҡ. «Ирекле энциклопедия», «ирекмән-ҡатнашыусы» һүҙҙәренең мәғәнәһен юғалтмайыҡ. --Ryanag (әңгәмә) 20:15, 25 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Процедура тарихы буйынса фекерем: Конкурстар тураһында фекер алышыу Википедия:Ҡоролтай#Конкурстар һәм БашВики өсөн мөһим мәҡәләләр тураһында тигән бүлектә 2 июндә башлағайны. Фекерҙәр ҡағиҙә булараҡ төҙөлә башлағас фекер алышыуҙы 4 июндә бында күсерергә тәҡдим иттем. 8 июндә ZUFAr Ҡоролтайҙағы фекер алышыуҙан үҙенең тәҡдимдәрен генә бында килтереп ҡуйып, тауыш биреү асты. Минең тәҡдимдәрҙе индермәне, тауыш биреү арауығын билдәләмәне, һәр тәҡдимгә айырым тауыш биреү ойошторманы. 10 июндә Comp1089 тағы бер тауыш биреү урыны асты, бындағы бүлектән унда һылтанма ҡуйманы. Тауыш биреү буйынса ҡарар сығарылған ул! 19 июндә ундағы биттә һөҙөмтәләр бүлеген яҙҙы, әммә Википедия:Ҡағиҙә_һәм_күрһәтмәләр#Конкурстар бүлегенә ҡағиҙәләрҙе яҙманы. Кем яҙырҙыр? Киләсәктә был ҡағиҙәләр фекер алышыу булып ҡына ҡалыуы ихтимал. Comp1089 ҡарар сығарыуына ҡарамаҫтан, Тутыйғош, Һәҙиә, Akkashka һаман да ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген һорайҙар. Сөнки улар Википедия:Тауыш биреүҙәр/Конкурстар күрмәнеләр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:32, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тәҡдим ителгән ҡағиҙәләр йөкмәткеһе буйынса фекерем: Ryanag үрҙә ҡуйған һорауҙар урынлы. Минең дә шундай уҡ һорауҙар тыуғайны, әммә Зөфәр бейҙең фекерҙәрен кире ҡағаһығыҙ тигән дәғүәне үҙ иҫәбемә ла ҡабул иткәнлектән, был юлы өндәшмәнем. Хәҙер Зәфәр тәҡдим иткән ҡағиҙәләр рәсми ҡабул ителде, артабан улар нисек үтәлерен күрербеҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:32, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Guram52 апайҙың тауыш биреүгә ҡарар сығарыуҙы һорауы буйынса фекерем: БашВикила ҡарар сығарыусылар статусы индерергә ваҡыт етеүе тураһында 2018 йылдың 12 майында уҡ Википедия:Терминдар_буйынса_фекерләшеү сәхифәһендә яҙғайным, әммә иғтибарға алыусы булманы. Статуслы ҡарар сығарыуслар булмағанлыҡтан, һәр кем ҡарар сығара ала. Шул ваҡытта БашВикила бик күп фекер алышыуҙар тамамланмаған килеш эленеп тора, йәки дөйөм ҡарар сығарыла, ә ҡағиҙәләре яҙылып бөтмәй (шуға күрә Зөфәр хәтергә төшөргән буш мәҡәләләр яҙмаҫҡа тигән фекер алышыуҙы Хамидуллинға ҡағиҙә итеп күрһәтә алманы, ә З. ӘЙЛЕнең ул ҡағиҙә ҡайҙа яҙылған тигән урынлы һорауын үҙенә ҡаршы сығыу тип ҡабул итте. Зәйтүнә Хамидуллинды яҡлап түгел, ә ҡағиҙенең яҙылмауын күрһәтте). Шулай итеп, хакимдарҙан ҡарар сығарыуҙы һорау дөрөҫ түгел, уларҙың ундай бурыстары юҡ. Әлеге тауыш биреүҙә ни өсөн ZUFAr үҙе ҡарар сығармай, ҡағиҙәләрен Википедия:Ҡағиҙә_һәм_күрһәтмәләр#Конкурстар урынына еткермәй? Әгәр мин ул эште эшләп ҡуйһам, киләсәктә был ҡағиҙәләр буйынса дәғүәләр минең иҫәпкә булыуы ихтимал. Шуға күрә, был ҡағиҙәләр буйынса ҡарар сығарыуға, ҡағиҙәләрен урынына Википедия:Ҡағиҙә_һәм_күрһәтмәләр#Конкурстар яҙып ҡуйыуға ҡыҫылмайым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:32, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев, тимәк, БашВикила ҡарар сығарыусылар статусы индереү тураһында мәсьәләне хәл итеп ҡуйырға кәрәк.Ә Викиҙың дөйөм ҡағиҙәләрендә был юҡмы ни? Минең эшем - мәҡәләләр, ҡалып-категориялар эшләү, эшсе органдар булдырыуҙы бейҙәр хәл итеүҙе ойошторорға тейештер. Йәки админдар тауыш биреүе юлы менән хәл итергә лә мөмкиндер, был осраҡта махсус статустың кәрәге ҡаламы икән?. Көтөүсеһеҙ көтөү кеүек күпме йөрөргә мөмкин?--Guram52 (әңгәмә) 06:18, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
Ғөмүмән, баштан уҡ тауыш биреү нисә көн бара, ҡарар сығарыу ваҡыты алдан уҡ билдәләнеп ҡуйылырға тейештер. Һәр тауыш биреү өсөн, мөһимлегенә ҡарап, төрлө ваҡыт ҡуйһаҡ та була был осраҡта--Guram52 (әңгәмә) 06:34, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
Guram52, башлыса шулай була ла. Тауыш биреүҙе асҡан кеше «баштан уҡ тауыш биреү нисә көн бара, ҡарар сығарыу ваҡыты алдан уҡ билдәлә»й һәм һуңынан ҡарар ҙа сығара. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:16, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ябай ғына тауыш биреүҙән ҙур ғауға сығарып була икән. Кем бында конкурстар булмаһын тип әйтте һуң?! Тик бер-бер артлы, бик оҙайлы булмаһын, тибеҙ. Кәңәш-төңәш итешеп эшләйек, тибеҙ. Нимә бында шул тиклем шаҡҡатырғыс? Иллә ваҡытығыҙ күп икән, егеттәр, һыу буйы яҙырға. Comp1089 10 көнгә оҙайтты, тауыш биреү ваҡыты үткәс, "аңлатыу эштәрен" башланығыҙ. Мәҫәлән, минең ваҡыт ул тиклем күп түгел, иптәштәр. Ғәйепһеҙҙән ғәйеп эҙләүҙе туҡтатайыҡ.--Тутыйғош (әңгәмә) 07:46, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Рөстәм НурыевТауыш биреү әллә айҙар буйы барырға тейешме? Аҙна-ун көндә үк күренә бит тәҡдимгә күпме тауыш бирелгәне! "10 көн булырға тейеш тип ҡайҙа әйтелгән" тип З. ӘЙЛЕ ҡағиҙә таптыра башлауы ғөмүмән аптыраҡ! Оҙаҡ итеп ҡуйып, онотторорға итәһегеҙме? Әллә тағы өсөнсө конкурс та килтереп ҡыҫтырырға уйлайһығыҙмы? Мәскәүҙәр тәҡдим итер ул, улар нисек файҙа алырға белә! Кем теләй шул ҡатнаша тип кенә ҡарау ҙа дөрөҫ түгел - әҙ генә көстәребеҙ бүленә, БАШҠОРТ Википедияһы тип әйтерлек йүнәлештән тайпыла --Guram52 (әңгәмә) 09:53, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ябай ғына тауыш биреү тип әйтә алмайым, сөнки был ҡағиҙә проекттың үҫешенә һәм киләсәгенә йоғонто яһай. Ниндәй ҙә булһа ла конкурсты уҙғарыу буйынса фекер алышҡанда, ҡағиҙә буйынса фекер алышыу тағы ла мөһимерәк (бер «риза» тип кенә яуап ҡайтарыу - ул фекер түгел). Админдар/бюрократтар - улар көтөүсе түгел, өҫтәмә функциялары булған ябай ҡатнашыусы-ирекмәндәр, ә ҡатнашыусылар - мал түгел, уларға көтөүсе кәрәкмәй. Диктатура ойоштороуҙы күрше Википедия миҫалында күрҙек инде, кем икенсе фекерҙә - тимәк ул проектҡа ҡаршы эшләүсе «экстремист» тип һаналды һәм проекттан ҡыуылды. Киләсәктә лә проект мәнфәғәттәрен үҙ фекерҙән өҫтөн ҡуйып, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, уртаҡ фекер табып, кәңәшләшеп, ярҙам итешеп эшләүҙе дауам итәйек. Ryanag (әңгәмә) 16:28, 21 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • RyanagАңламаным, ниндәй диктатура була ти ул, әгәр килешеп, конкурстар тураһында ҡағиҙәләр ҡабул итһәк? Эшләйек етди итеп конкурс ҡағиҙәләрен!

Frhdkazan (Фәрхәд )ана йәһәт кенә беҙгә, хөсөтсөләр ҡотҡоһо менән, милләтселек тағып та ҡуйҙы - Башҡорт Википедияһы улайһа башҡортсаға тәржемә ресурсы ғына булып ҡалырға тейештер күрәһең. Әгәр шулай икән, уның нигә кәрәге бар? Урыҫсаһын уҡыу аңлайышлыраҡ та, тулыраҡ та. Бына ҡәрҙәштәргә көнләшер сәбәп ҡалмаҫ! Рөстәм Нурыев Регион102 Comp1089 Стратегияһы булырға тейеш милли ресурстың! Аҡҡош, суртан, ҡыҫала ише кем ҡайҙа теләй шунда тартһа, эш барырмы? Мең, ун мең - улар башҡортса яҙыу мөмкинлеге өсөн "түләү", ә башҡаһын мөһимлегенә ҡарап ҡына алырға кәрәктер - беҙ бит күп һанлы түгел. Ә конкурстар, ысынлап, ситтәр ойошторғанлығы арҡаһында, беҙ уларҙың концепцияһына эйәрергә мәжбүрбеҙ. Һәм республика тарихы, шәхестәре, тәбиғәте һ.б. буйынса әле бөтмәҫ-төкәнмәҫ темалар ятып ҡалһа ла, шуларҙы яҙабыҙ. Булһа ине ул ана "Викияҙ", әле барған "Төрки марафоны 2020" кеүек конкурстар! Азия тематикаһы ла беҙҙең боронғо тарихҡа мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Эйе, админдар - көтөүсе, ябай ирекмәндәр - мал түгел. Әгәр был мин әйткән мәҡәл айҡанлы әйтелә икән. Мәҡәл ул - һүҙмә-һүҙ аңланыла торған нәмә түгел, уның төбө бик тәрән. Өйөр айғыры булмаһа, өйөрҙә ҡолон ҡалмаҫ тигәне лә бар әле ул. ‎Лидерҙарһыҙ булмай ул, тик уларҙың стилдәре ярашлы булырға тейеш. Һеҙ мал түгел, беҙ көтөүсе түгел тигән принцип менән эш ителә икән, оло йәшендә килеп инеп, күп нескәлектәрҙе белмәгән, йә белеп тә онотҡан инәйҙәргә, аяҡ араһында буталанып йөрөмәгеҙ, тип әйтеү була ул. Улар бына ошо хәлдәрҙән һуң китеп бөтһә, кем менән эшләрһегеҙ икән?!Ә ундай һүҙҙәр сыға башланы! Кем олоғайған көнөндә ошондай ғауғала эшләп ултырғыһы килһен! Көтөүсе лә булмаҫһығыҙ, рәхәтләнеп йөҙөп йөрөп үҙегеҙ эшләрһегеҙ инде!Һорау биреүсе лә, хата эшләүсе лә булмаҫ, әйҙә кинәнеп ситтәр биргән конкурстарға тәржемә итеп, бер-берегеҙҙе маҡташып тик ултырырһығыҙ.--Guram52 (әңгәмә) 17:57, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • * * Уйланыуҙар был... Йөрәккә ауыр, дөрөҫөн әйткәндә. Ҡағаһың-ҡағаһың, аңлатаһың-аңлатаһың - файҙаһыҙ. Үҙ егеттәребеҙ беҙҙе аңламай. Әле ултырҙым Үтәғоловты яҙып, сағыштырығыҙ рувикилағы менән. Эҙләнәһең шулай... Инде "экстремист" тигән төшөнсәләр ишетелде, көнө буйы, хатта ярты төн ултырған оло ҡатындарҙы дөмбәҫләйегеҙ ҙә дөмбәҫләйегеҙ. Әллә ҡыҙыҡ күрәһегеҙме? БЕ-РЕ-ГЕҘ ҙә Фәрхәдтең беҙгә ҡарата башлаған ҡара эшен туҡтатманығыҙ, яҡламанығыҙ! Уҡыманығыҙмы әллә? Йөрәгегеҙ өшөмәнеме? Мин тулыһынса Зөфәрҙе аңлайым. Гүзәл дә дөрөҫ һиҙемләй. Мин дә уйланам ул темаға. Бына Раян ҡат-ҡат һорай: кем көсләп ҡатнаштыра ул конкурстарҙа, тип. Ә кем яҙыр һуң, беҙ яҙмаһаҡ?! Һеҙ бит 1 йәки 3 мәҡәлә яҙаһығыҙ ҙа ...үҙегеҙҙең яратҡан темаларығыҙҙа ултыраһығыҙ, сөнки ул конкурстарҙы үҙ елкәһендә һөйрәп сығарыусылар бар. Көсләү ҙә бар. Личкаға яҙалар, мәҫәлән. Зөфәрҙе еңер өсөн һеҙ ошо юлға баҫтығыҙ, күмәкләштегеҙ, сит кешеләрҙән беҙҙе талатҡанығыҙ етмәй, үҙегеҙ ҙә ярайһы ғына өҫтәп тораһығыҙ, рәхмәт төшкөрҙәре--Тутыйғош (әңгәмә) 18:57, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бик яманға ауыштырырға маташа бит Фридказан. Башкирскость тигән һүҙе генә ни тора... Кемдәрҙең жаргонынан был "таныш" һүҙ? Тотош бер халыҡҡа, уның фекер төйнәп эшләнгән эшенә остоҡ та ихтирам юҡ тигәнде аңлата түгелме? Википедияның ҡағиҙәһен белгән кеше шулай ҡыйшайтырға тейешме һуң? Егет админдар! Нишләп уға шәп кенә итеп яуап бирмәйһегеҙ? Һаман беҙҙе тәнҡитләйһегеҙ? Нишләп ул беҙҙең тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашып йөрөгән? Akkashka (әңгәмә) 19:29, 22 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Тәҡдимдәргә үҙгәрештәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирекмәндәрҙе, шулай уҡ проекттың үҫешен сикләргә ярамай. Шунлыҡтан үрҙәге тәҡдимдәрҙе ошолай үҙгәртергә тәҡдим итәм:

  1. Башҡорт Википедияһында алдан тикшереү процедураһын үткәрмәйенсә бер кем дә конкурс иғлан итә алмай. Конкурс тураһында алдан хәбәр ителә һәм тауыш биреүгә ҡуйыла. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса үткәреү һәм уның оҙайлығы тураһында ҡарар ҡабул ителә.
  2. Конкурста ҡатнашыусыларға мотлаҡ йәки Башҡортнамә тематикаһынан булған мәҡәләләрҙе яҡшыртырға йәки яңынан мәҡәлә яҙыусыларға өҫтәмә балдар биреү кәңәш ителә.

--Ryanag (әңгәмә) 20:15, 25 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡорт Википедияһымы, әллә Башҡортса википедиямы?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ысынлап та, Башҡорт Википедияһының уҡыусыһы кем һуң ул? Һис шикһеҙ, башлыса башҡортса уҡый белгән кеше. Башҡортса уҡый белгән кеше башҡорт телендә ниндәй материал эҙләй? Иң күбе - башҡорт халҡы, Башҡортостан, башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте, дин һ.б. тураһында икәне бәхәс тә тыуҙырмайҙыр. Башҡорт Википедияһы - милли ресурс икән, тап унда башҡорттар тураһында урыҫса, йәки башҡа телдәге викиҙа табып булмаҫлыҡ мәғлүмәттәр тупланырға тейештер. Башҡа материалды бөгөнгө уҡыусы, урыҫ телен белгән уҡыусы, әлбиттә, урыҫ Викиһынан эҙләйәсәк - уҡыуы еңелерәк (тәржемә - тәржемә инде ул, Айсар әйтмешләй, ҡайһы саҡ аңлап та булмай), тематика ла киңерәк, мәҡәлә йөкмәткеһе лә байыраҡ...

Башҡортса Википедия икән - бындай нәмәләр менән баш ҡатырып тораһы түгел - әйҙә урыҫсанан тәржемә ит тә ит. Төрлө конкурстарға, уйлап та тормай, яҙ ҙа яҙ! Тик аҡса ғына эшләп булһын! Башҡортса уҡыусыға кәрәкме ул, ҡыҙыҡмы ул, файҙалымы - эш юҡ! Конкурстар кәрәкмәй тимәйем, кәрәк, әммә уның уҡыусыбыҙ өсөн дә файҙалы, мәнфәғәтле булыуы кәрәк. Имеш, башҡа телдәргә тәржемә ителәбеҙ ҙә танылабыҙ, тиеү ҙә бик шикле - башҡа телдәргә беҙҙе урыҫ теле аша тәржемә итәләр, һис тә башҡортса мәҡәләләр аша түгел. Һәм танылыу беҙгә нимә бирә һуң? Башҡорт Википедияһы икәнбеҙ - төп маҡсатыбыҙ - башҡорт телле уҡыусылар өсөн эшләү! Бында бер ниндәй сепаратизм да, милләтселек тә юҡ, исеме әйтеп тора Википедияның. Улайһа Башҡорт Википедияһы булыуҙың үҙен сепаратизм тип белдерә башларға мөмкиндәр! --Guram52 (әңгәмә) 12:12, 28 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • Башҡорт Википедияһында эшләүемә 4 йыл, 7 ай, 27 көн булып киткән икән. Ошоғаса бында тик ҡыуанып ҡына, милләтем, телебеҙ өсөн файҙа килтерәм тип ғорурланып эшләнем. ..

Эгоистмындыр...сөнки һәр эшемдә өс мәнфәғәт табып эшләйем. Википедияла ла:

  • темам миңә ҡыҙыҡлы булырға тейеш, үҙем өсөн дә, башҡалар өсөн дә;
  • темам миңең үҙемә файҙалы, яңы белем килтерергә тейеш;
  • мәҡәлә һәр уҡыусыға, башланғыс белем алыусыға ла белемен тәрәнәйтергә теләүсегә лә тема буйынса уның төп нигеҙҙәрен бирергә тейеш.

Шул уҡ ваҡытта, мәҡәлә :

-минең дә (кем эшләгән, шул эшләгән )

-һәм, әлбиттә, иң беренсе Башҡорт Википедияһының “битен ҡыҙартырлыҡ” булмаҫҡа тейеш.

Фекер алышыумы, ҡайҙалыр сығышмы, докладмы, публикациямы... уның үҙ ҡануны бар: тәҡдим иткән әйбер кәрәкле булырға, ихтыяжға тап килергә тейеш (быны белеүе ҡыйын түгел:тыңлаусы юҡ, кемдер йоҡлай... һөйләшә... үҙ эше менән мәшғүл... йәки, киреһенсә).

Статистика- ул һан ғына түгел, сифат та. Уны күрһәткән таблицаны төрлө юҫыҡтан сығып эшләргә мөмкин. Әммә ул үҙенең күрһәткестәрен мөмкин тиклем обьектив сағылдырырға тейеш. Минеңсә, бындай сифатҡа иң яҡыны мәҡәләләрҙең уҡымлығын күрһәткән таблица. Унда ла, бәлки, мәҡәлә уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙе, тип тулыһынса әйтеп булмай. Әммә ошо һан күрһәткесе буйынса теманың ни тиклем кәрәклеген билдәләй алабыҙ. Тимәк, уҡымлы темаларҙы тулыландырыу зарур булып тора.

Бына шундай итеп эшләй алыуыбыҙ өсөн ниндәй проблемаларҙы хәл итергә кәрәк һуң? Викила эшләү дәүерендәге тәжрибәнән күпмелер фекер туплана килде:

-Википедияла мәҡәлә яҙыусы ирекмәнде–белгесте әҙерләү урыны ла, уҡытыусылар ҙа юҡ. Тимәк, был хеҙмәт тик уның үҙендә ойошторола ала һәм ошо өлкәлә лә эшләргә теләүсе ирекмәндәр кәрәк. Башҡа юлы юҡ (бәхеткә ундай ирекмәндәр Башвикила бар, техник яҡтан да, грамматика, тәржемә буйынса ла өйрәтерлек һәм өйрәтеүсе).

Әммә бының өсөн кәмендә 3-5 көнлөк практик дәрестәр кәрәк. Бер йыйынып сыҡҡанда күберәк өйрәнеп, практик яҡтан ҡулланыу күнекмәһен ала алырлыҡ итеп. Күнекмәһеҙ белем иҫтә ҡалмай.

-Википедияға тәҡдим ителгән мәҡәлә тикшерелә. Етешһеҙлектәр булһа, төҙәтергә ҡуйыла, төҙәтелмәһә юйыла, тип аңлағайным. Әммә хәҙер мәҡәлә яҙылыу менән һеҙҙеке түгел. Ул мәҡәлә өсөн бер кем дә яуаплы түгел тиһегеҙ. Әллә мин яңылыш аңлайыммы? Улай булһа, ниндәй сифат хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ?

-Шул уҡ ваҡытта кемдәрҙер мәҡәләһе өсөн тәнҡитләнә, ә кемдәргәлер бер талап та юҡ. Мәҫәлән, Хамидуллин һаман да бер абзацтан торған, хаталы һәм мәғәнәһе лә бик асыҡ бирелмәгән мәҡәләләр яҙа. Викиның статистикала һаны бара, ә сифаты төшә. Уның мәҡәләһен редакциялаусы ла, тәнҡитләүсе админ да юҡ. (Раян яҙҙы ла уны тыйып, тик яҙғаны үтәлмәй).

-Конкурстарҙа, бигерәк тә, аҡса өсөн яҙылғандарында, мәҡәләләр тикшерелеп өлгөрмәй. Хатта байттары тикшерелгән осраҡта ла, мәҡәләнең эстәлеге тикшерелеп бөтмәй. Беләм, сөнки, мәҡәләләрҙе редакциялап ҡарағаным бар (әммә минән миҫал һорамағыҙ. Улар конкурс буйынса таблицаларҙа ҡуйылған). Әммә дөрөҫ аңламайыммы, бының өсөн бер кем дә (админ да, конкурсты ойоштороусы ла...) яуаплы түгел, тип яҙаһығыҙ. Әгәр инде ниндәйҙер етешһеҙлек булһа, бында Зөфәр бей һәм админ ғына ғәйепле. Иҫкәртә лә алмай, тәҡдим дә әйтә алмай (ҡара эш елкәңдә, етәксе түгелһең ...). Ә ҡайҙа булған башҡа админдар, бейҙәр?

-Википедияла эшкә баһа биреү индерелә икән, эштең һәр төрө лә иҫәпкә алынырға тейеш, тип һанайым. Әлегә баһа тик мәҡәлә һаны һәм башлыса байты буйынса ғына. Шуға ла, Башҡортостан-100 конкурсында кемдәребеҙҙер бонус алдыҡ. Шул бонустар менән кемдәребеҙҙер ноутбоклы булды. Әммә ойоштороусылар, редакциялаусылар буш ҡалды.

-Викидәреслектә, Викикитапханала, Викимилектә, Викияңылыҡтарҙа эшләүселәрҙең эше лә яҡтыртылып барырға тейештер ул. Һис юғы, уларҙа эшләргә теләүселәр булһын өсөн. Ләйсән һылыу, Айсар, Хәлилов, Зөфәр бей, Вәлимә, Ғиззәтуллина һәм мин унда ла эшләйбеҙ. Ғизәтуллина йәмәғәт эштәре менән күмелгән, әммә эш сәфәренән буш ҡайтҡаны юҡ. Күренекле урындарҙы фотоға төшөрөп Викимилеккә һалып бара. Ошо эштәренең күренмәүенәнме, кемдәрҙер эшләүҙән туҡтаны.

-Беребеҙ ҙә бер конкурсҡа ла ҡаршы түгелбеҙ. Аҡсаға тәҡдим ителгәндәренә лә. Әммә шулай тип раҫлап, талаптарҙан иғтибарҙы ситкә йүнәлтәһегеҙ. Ә талап ҡатмарлы түгел:

-Конкурс әһәмиәтле мәҡәләләр тәҡдим итергә тейеш. Бигерәк тә, аҡсаға ойошторолғаны. Сөнки, алға сығыу өсөн сифатһыҙ, әһәмиәтһен мәҡәләләр ҙә яуа ғына. Күбеһе тикшерелмәй ҙә. Уның өсөн ойоштороусы яуаплы булмаймы ни? Әллә статистика өсөн нисек булһа ла барамы?

-Конкурстар күп булмаһын, ҡатланып килмәһен, арауыҡ булһын тигән инек. Теләмәгәндәр - эшләмәһен һуң тиһегеҙ. “Мәжбүри элементтар бөтөнләй булмаҫҡа тейеш, сөнки бында бер кем дә кемгәлер бурыслы йәки ҡоллоҡта түгел, ә ирекмәндәр. Уларға нимәнелер өҫтәмә йөкмәтергә ярамай ...” тигән Раян. Ә кемгә өмөтләнеп конкурс ҡуйыла һуң улайһа?

Нисә ирекмән Викила эшләп ултыра? Кем һәм нисәүһе конкурстарҙа ҡатнаша? Шул бер үк бер нисә кеше түгелме ни? Ә уларҙың күбеһе пенсионер, донъяһы бар, һаулыҡ та шәптән түгел, ял да кәрәк... Өҫтәмә йөк бирмәйек апайҙарға тигәнегеҙ бары һүҙ генә.

-талаптарығыҙ яңы ирекмәндәр йәлеп итеүгә ҡамасау тиһегеҙ. Нисек итеп ҡамасаулай һуң ул? Бөрйән Вики клубы баштан уҡ ирекмәндәр йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. Күп кенә кешеләрҙе теркәттек. Әммә эшләп киткәндәребеҙ бөртөк кенә. Сәбәптәр күп. Әммә иң төп булғаны, оҙайлы семинарҙар үткәрә алмайбыҙ: бүлмә, интернет, ноутбоктар, ваҡыт, барып ҡайтырға такси яллау (һәр кемебеҙҙең ғәиләһе, донъяһы, хужалығы бар)... Күпме генә кешене атай алаһығыҙ, яңы ирекмән килде тип? Ҡайҙан көтәһегеҙ, өҫтәлмә көс килер тип?

-Талаптарығыҙ Башвикины донъяла танытыуға ҡамасау тиһегеҙ. Ә ниңә танылыу иң беренсе тик ул өлкәгә генә барып терәлә һуң ул? Иң тәүҙә ул үҙебеҙҙә танылыу алырға тейеш түгелме ни?

Ә бит күп райондарҙа Башвикины түгел, Википедияның үҙенең нимә икәнен дә белмәйҙәр. Белдереү өсөн иң тәүҙә уны сифатлы, файҙалы, кәрәкле итеп эшләү тейеш түгелме ни? (ирекмәнлек эше булған өсөн генә “тейеш түгел” тигән һүҙҙе әйтергә хаҡыбыҙ юҡ).

Иң беренсе нәүбәттә кемгә тәғәйенләнә һуң ул Башвики? Иң беренсе кемгә, нимә өсөн кәрәге бар? Уҡыусыһы кем? Ниндәй маҡсат менән булдырылғайны һуң ул энциклопедия? Милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, тел байлығын юғалтмау өсөн түгелме ни? Мин яҙған ҡайһы проблемала ниндәй крамола булыр икән? Унан һуң, барыбыҙ ҙа бер эштә ултырмайбыҙмы ни? Ирекмәнлек эшендә шәхси мәнфәғәт тигән нәмә буламы ни ул? (пустой глас в пустыне булмаһа инде)--Һәҙиә (әңгәмә) 06:16, 29 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]