Википедия:Ҡағиҙәләр тураһында фекерләшеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау

Википедия:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр сәхифәһе һәм уның фекер алышыу бите лә бар.

Мәҡәләләр һаны[сығанаҡты үҙгәртеү]

«РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» түш билдәһе менән бүләкләнгәндәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

«РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» түш билдәһе менән бүләкләнгәндәр тураһында, әгәр был награданан юғарыраҡтары булмаған осраҡта, БашВикила мәҡәлә яҙабыҙмы? Фекерҙәрегеҙ нисек? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:36, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Башта уның дөрөҫ статусын (атамаһын-?) билдәләргә кәрәктер! «РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» ғына булмаймы ни? Атҡаҙанған һәм халыҡ артистарына, мәҫәлән, шулай уҡ күкрәккә тағыла торған билдә бирелә бит, уларҙы бер ҙә "...билдәһе менән бүләкләнгән" тип әйтмәйбеҙ ҙә инде. --Айсар (әңгәмә) 16:30, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Совет заманындағы бүләктәр исемлеге буйынса был оло баһа бит, уны алыу өсөн башта РСФСР-ҙағы автономиялы республика, өлкә һәм край кимәлендә нимәгәлер лайыҡ булыу шарты торғандыр. Ошо исемгә лайыҡ булыусылар РСФСР кимәлендә бүләк алыусы була һәм мәҡәлә яҙылыуға хоҡуҡлы тип уйлайым. Тик бының өсөн ниндәйҙер конкурс йә марафон ойоштороу кәрәкмәҫ ул. --Айсар (әңгәмә) 16:47, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • РСФСР кимәлендә маҡтаулы билдә алыусы республиканан тәҡдим ителә торған булған. Шуға күрә мәҡәләгә лайыҡтыр ул. [1]--Guram52 (әңгәмә) 17:33, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • «РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» маҡтаулы билдәһе әлеге ваҡытта ла актуаль, «Хеҙмәт ветераны» исеме алыуға хоҡуҡ бирә. Әлбиттә, был билдәне алыу өсөн республика кимәлендәге награда булырға, эш һөҙөмтәһе юғары булырға тейештер инде ул. Айсар абзый менән Гүзәл апай фекере менән мин дә килешәм. Ҡайҙалыр Әһәмиәтлеләр исемлеген төҙөй башлағайныҡ шай, шунда яҙып ҡуйыу зарур булырҙыр, әгәр ҡаршылар булмаһа. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:30, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

ауыл Советы мәҡәләләре тураһында[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тутыйғош, Аҡҡашҡа, Таңһылыу, Хаят Йосопова1, Юлдашева Луиза, Айсар ауыл Советтары мәҡәләләрендә {{ИСЕМ районы муниципаль берәмектәре‎}} ҡалыбын ҡуйып барығыҙ, һәм ниндәй ауыл Советтары мәнән сиктәщ булыуын яҙығыҙ. Ауыл Советы рәйестәре/башлыҡтары исемлеге ҡуйығыҙ, ҡайһы бер район энциклопедияларында ундай исемлектәр бар. Өлгө өсөн Абдулла ауыл Советы (Мәсетле районы) мәҡәләһен ҡарағыҙ. Башҡортостандың барлыҡ ауыл Советтары мәҡәләләрен яҙып ҡуйырға кәрәк. Уңыштар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:53, 26 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Тағы бер мәсьәлә. Беҙгә РусВикинан бөтә нәмәне калька итеп күсереп ултырыу кәрәкме икән? Был ауылдарҙың билдәле шәхестәренә ҡағыла. Уларҙы РусВики шулай яҙған тип, ауыл Советтары битенә ҡуйыуҙы кәрәкмәгән эш тип һанайым. Сөнки: 1) ул билдәле шәхестәрҙең тыуған ауылы бар һәм уларҙың исем-шәрифе нәҡ шунда яҙылырға тейеш; 2) улар шулай уҡ ҡыҫҡараҡ форматта район битендә лә булһын; 3) ауыл Советы битендә һәр шәхес «юғалыуға» дусар була. Быға тиклем бер кем тураһында ла бер ҡайҙа ла «ул шул ауыл Советында тыуған» тип яҙылманы ла, һөйләнмәне лә, шуға бының хәҙер ҙә, киләсәктә лә кәрәге юҡ. 4) Ауыл Советтары биләмәләре сирек быуатҡа бер булһа ла үҙгәреп тора, бер ауылды индерәләр, икенсеһен күсерәләр һ. б. Был билдәле шәхестәрҙең биографияһы мәғлүмәттәренә буталсыҡ өҫтәй. Минең тәҡдим: ауыл Советы биттәренә бер ниндәй ҙә билдәле шәхестәрҙе теркәмәҫкә, быға тиклем ҡуйылғандарын «үҙ ауылдарына ҡайтарырға». Әгәр ҙә кемдер конкурс өсөн мәҡәлә күләмен ҡайғырта икән, башҡа файҙалы мәғлүмәт эҙләһен. --Айсар (әңгәмә) 17:02, 26 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    Шәхестәрҙе ауылдарға яҙырға кәрәк. Райондарға айырым исемлектәр төҙөү урынлы булырҙыр. Ауыл Советтары буйынса ундай исемлектәр төҙөү урынһыҙ эш. Әммә, тыйып та булмай. Кәңәш кенә итә алабыҙ. ШӘХЕСТӘРҘЕ АУЫЛ СОВЕТЫ МӘҠӘЛӘЛӘРЕНӘ ЯҘМАҪҠА ТӘҠДИМ ИТӘБЕҘ! - тип. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:28, 26 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Етәкселәрен табып яҙыуға ҡарата ыңғай ҡараштамын. Билдәле шәхестәр тураһындағы фекер менән дә килешәм. Ысынлар та, ауыл то бер ауыл Советы, то икенсеһенә күсерелә... Ә ҡалыпты һәр береһенә ҡуйырға тырышам.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 18:50, 26 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Хаят Йосопова1, Ишембай энциклопедияһын ҡарағыҙ, ауыл Советтары тарихы, рәйестәр исемлеге бар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:04, 27 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев, Ауыл советы етәкселәрен күрһәтеү кәрәкме икән? Улар йыш алмашына, ә алмашынғанын кем күҙәтеп барырға тейеш? Улар күп бит. Совет рәйесен күрһәтеү нимә бирә?--Guram52 (әңгәмә) 17:39, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
Guram52, билдәле булған осраҡта яҙып ҡуйыу урынлы булыр, ә дөйөм алғанда мотлаҡ түгелдер. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:06, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
Был бары тик вазифа, маҡтаулы бер бүләк түгел, етмәһә, кеме нисек эшләй, шуға кәрәкмәйҙер тип уйлайым. Ә бына эштәре өсөн бүләкләнһәләр, үҙҙәре тураһында айырым мәҡәлә биреү бик урынлы булыр ине. Ғәмәлдә, улар һайлауҙан һайлауға тиклем генә вәкәләтле, яңынан һайлауҙары ла, һайламауҙары ла мөмкин.--Guram52 (әңгәмә) 18:31, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
Район энциклопедияларын төҙөгәндә ауыл советтары рәйестәре, башлыҡтары тураһында мәғлүмәт бирелә. «Башҡорт Энциклопедияһы» ғилми нәшриәте кәңәше менән ошолай эшләйҙәр. Булған мәғлүмәтте БашВикиға ла яҙыу урынлы булыр. Ваҡыт һәм яҙыусыһы кәрәк, әлбиттә. Бөгөн яҙылмаһа, киләсәктә яҙыусылары булыр ул. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:40, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
Рөстәм Нурыев Район китап итеп сығарғас, рәйестәрҙе күрһәтеү урынлы - был тарихтың бер киҫеме.Йылдары күренеп тора, район өсөн әһәмитәле. Ә Википедия яңыртылып торорға тейешле ресурс, бынан 15-20 йыл элекке рәйес фамилияһы мәҡәләгә кире тәьҫир итер тип уйлайым. Минеңсә, ҡайта-ҡайта яңыртып тороп булмай торған мәғлүмәттәрҙе ҡуймау яҡшыраҡ --Guram52 (әңгәмә) 20:39, 23 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
Ҡалып-ҡарточкалағыһын әйтәһәгеҙ шикелле, ивет. Эйе, уныһы менән килешергә була. Ҡалып-карточкала йыш алышынған мәғлүмәтте күрһәтмәү урынлы. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:22, 24 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Википедия мәҡәләләренә шиғыр ҡуйыу тураһында фекер алышыу[сығанаҡты үҙгәртеү]

Аңлатма
Был тема ВК-лағы чатта Википедия мәҡәләһенә шиғыр ҡуйыу буйынса админдарҙан рөхсәт һорау сәбәпле асыла. Сөнки админдарҙың Википедия мәҡәләһенә нимә яҙыу буйынса рөхсәт биреү йәки бирмәү вәкәләте юҡ (админдар нимә эшләргә тейеш икәнен уҡығыҙ). БашВики мәҡәләләрендә шиғыр ҡуйыу буйынса ғәмәли өлгөләр булғанлыҡтан (әйтәйек, мин шиғыр ҡуйған мәҡәлә) был мәсьәлә буйынса фекер алышырға тәҡдим итәм. Үҙемдең фекер төйнәлә башланы, һуңғараҡ әйтермен. Әле башҡа бүлектәрҙәге тәжрибәне эҙләйем. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:46, 6 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Әгәр был мәҡәлә шиғыр йәки уға бәйле булған мәҡәлә (мәҫәлән, гимн/йыр йәки һәйкәл) тураһында булһа, авторлыҡ хоҡуғы шарттарын үтәп шиғырҙың өҙөгөн өҫтәргә мөмкин, шулай уҡ яҙыусыларҙың ижадын тасуирлағанда шиғырҙың бер бәләкәй өҙөгөн күрһәтергә була (авторлыҡ хоҡуғы шарттарына тура килһә ҡалғанын Викикитапханаға өҫтәргә). Башҡа осраҡтарҙа шиғыр энциклопедик мәғлүмәткә тура килмәй тигән фекерҙәмен. --Ryanag (әңгәмә) 02:05, 23 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Шәхес инициалдары менән мәҡәлә атамалары[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәлки ошондай шәхес инициалдары менән башланған мәҡәлә атамаларында шәхес исемдәрен тулыһынса яҙыр кәрәк, мәҫәлән: П. И. Чайковскийҙың дәүләт йорт-музейыПётр Чайковскийҙың йорт-музейы, ‎А. С. Пушкин һәйкәле (Мәскәү, Пушкин майҙаны)‎Александр Пушкин һәйкәле (Мәскәү, Пушкин майҙаны), И. А. Бунин һәйкәле (Мәскәү)Иван Бунин һәйкәле (Мәскәү) һ.б. Быға миҫалдар бар — Лев Толстой һәйкәле (Мәскәү, Пречистенка), Михаил Фрунзе һәйкәле (Мәскәү) һ.б. Был ваҡытта уларҙы эҙләп табыу еңеләйә, шулай уҡ берҙәм күп мәғәнәләлек бите төҙөү уңайлы була (Лев Толстой һәйкәле, Александр Пушкин һәйкәле һ.б.). --Ryanag (әңгәмә) 02:05, 23 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]