Википедия:Топонимдар буйынса фекерләшеү
|
Был биттә топонимдар буйынса фекерләшеү бара. Һәр топонимға айырым тема асырға тәҡдим ителә. Топонимдарҙың төрлө яҙылышын саҡылдарған сығанаҡтарға һылтанма яһағыҙ. Ауыл, ҡасаба, ауыл советтары атамалары Башҡортостан законы менән раҫланған, тәү сиратта законды һәм административ-территориаль белешмә китабын ҡарағыҙ. Законда бер төрлө, икенсе баҫма сығанаҡтарҙа икенсе төрлө икәнен күрһәтегеҙ.
- Топонимдар буйынса Википедия нимә эшләй ала
- Сығанаҡтарҙа булған аңлатмаларҙы топоним тураһындағы мәҡәләнең Этимология/Атамаһы барлыҡҡа килеү бүлегендә күрһәтеү
- Топонимдың атамаһы төрлөсә булыуы тураһында топоним мәҡәләһенең Фекерлешеү битенә яҙып ҡуйыу
- Ундай мәғлүмәтте дөйөмләштереү еңел булһын өсөн был фекерләшеү битенә айырым тема итеп сығарыу
- Бындағы фекерләшеүгә эксперттарҙы, белгестәрҙе, ҡарар ҡабул итеүселәрҙе, тормошҡа ашырыусыларҙы йәлеп итеү
- Башҡортостан ер-һыу атамалары тураһында исемлектәр төҙөү
- Сығанаҡтар
- Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль төҙөлөшө. Белешмә китап. 2017 йыл
- Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001.- 320. с
- Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г.
- Башҡортостан Республикаһы Законы № 22-з, 16 июль, 2008 йыл. (“Башҡортостан Республикаһында берәмектәр сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында)
Тәңесме → Үрге Ильясмы?
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тағы бер тапҡыр фекерләшәйек әле. Ырымбурҙарҙан ныҡлап һорашып, ауыл исемдәрен дөрөҫләгәйнем 1 йыл элек. Юҡ, Үрге Ильяс тигән исем Ырымбур башҡорттарында. М.Буранғоловтың тыуған ауылы - Тәңес! Урыҫтар Верхнеильясово тип исем биргәнгә, беҙҙең Башҡортостандан барған журналист, яҙыусылар Түбәнге Ильяс тип тәржемә итеп маташалар. Кемгә кәрәк һуң ул исем? Яҡтыкүлгә Мунсалы тип исем биргән һымаҡ килеп сыға бит, руссанан тәржемә итеп. Йәйә эсенә меҫкен генә итеп Яҡтыкүл тип яҙылмаған, күкрәк киреп баҫҡан Банноенан алда. Шул принцип буйынса Тәңес торорға тейеш түгелме ни? Шулай уҡ Староюлдашево, Малоюлдашево, Новоюлдашево. Ә улар Юлдаш Һәм Абдулла ауылдары. Урыҫтың Малоюлдашево һәм Новоюлдашевоһы - Абдулланың биръяғы менән аръяғы. Лилиә, фекерләшеү биттәрендә хәбәрҙән һуң имза ҡуйыла.
- Википедияла «Ырымбурҙарҙан ныҡлап һорашып, ауыл исемдәрен дөрөҫләү» Оригинал эҙләнеүҙәр тип атала һәм улай эшләргә ярамай. Сөнки, Статья в Википедии — это не сочинение, а изложение. Википедия мәҡәләһен (исемен дә) сығанаҡтарға таянып һәм уларға һылтанма яһап яҙырға кәрәк. Ауылдың рәсми исеме Үрге Ильяс икәнен Башҡорт энциклопедияһында ике мәҡәлә раҫлай (һылтанмаларҙы ҡара), ә Тәңес — халыҡ телендәге исем икәненә һылтанмалар табып ҡуйҙым. Тәңес тигән йүнәлтеү бите бар, ул Үрге Ильяс-ҡа илтә. Тимәк, ике исем менән дә Википедияла мәҡәләне табып була. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 20:12, 13 ноябрь 2020 (UTC)
Бенгалия → Бенгал
[сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостандың тарихи өлкәһе һәм заманса штатының Бенгалия атамаһын Бенгал һүҙе менән алмаштырырға тәҡдим итәм. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:10, 2 ноябрь 2019 (UTC)
- Форио аша тыңлағанда Паңғәл тип ишетелә, һинд теленән тура тыңлаһаң. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:25, 2 ноябрь 2019 (UTC)
Преображенское, Богочёв, Бутово
[сығанаҡты үҙгәртеү]ВК-ҙағы Гөлшат Сөләймәнованың (Тутыйғош) һорауы:
Башҡорт теле ҡағиҙәләрен һәйбәт белгәндәргә һорауым бар әле. Кисә Бутово полигоны мәҡәләһен ҡуйғайным. Бутов полигоны тип алдым да, атамаһы тур-да фекерләшеүгә яҙған секундта Әлфиә Бутовоға төҙәтте)) Ҡаршы түгелмен, сөнки үҙем дә икеләнә инем. Тик һәйбәтләп аңларға теләйем: ниндәй ҡағиҙәләр бар икән? мәҫәлән Баймаҡ районындағы Богачево ауылы викила Богачев тип алынған, төҙәтелмәгәс, мин әллә Бутово ла шулай яҙыла микән тип уйлағайным... Әйтәйек, Преображенское ауылы башҡортса нисек була? башҡортсаһында средний род ҡалдырмайбыҙ шикелле
Преображенское
[сығанаҡты үҙгәртеү]Яуап: Башҡортостандың ауыл, ҡасаба, ауыл советтары атмаларының башҡортса исемдәрен үрҙәге күрһәтелгән 1 һәм 2 сығанаҡтан ҡарарға кәрәк. Әйтәйек, Башҡортостандың Иглин районында Преображенский (рус. Преображенская), Преображенка (рус. Преображенка), Шаран районында Преображенский (рус. Преображенское), Благовещен районында Преображенский (рус. Преображенское), Преображеновка (рус. Преображеновка) ауылдары бар. Улраҙың атамалары төрлөсә, белешмә китапта һәм законда шулай теркәлгән. Тимәк, бер төрлө итеп яҙырға ярамай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:04, 1 ноябрь 2018 (UTC)
Богочёв
[сығанаҡты үҙгәртеү]Баймаҡ районының Богочёв ауылы ла шул уҡ тәртип, закон һәм белешмә китап аша ҡарала. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:04, 1 ноябрь 2018 (UTC)
- Ерле халыҡ Богочевка тип атап йөрөтөүен мәҡәләнең үҙенә яҙып ҡуйырға кәрәк. Атамаһы тигән айырым бүлек асып. Мөмкин булһа сығанаҡтарға һылтанма эшләргә кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:12, 1 ноябрь 2018 (UTC)
Бутово полигоны
[сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандағы топоним түгел, белешмә китаптарҙа һәм законда башҡортсаға тәржемәһе юҡ. Тимәк, уны Башҡортостан топонимдары менән сағыштырып булмай. Һәм ҡағиҙәгә ярашлы тәржемә итергә кәрәктер. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:04, 1 ноябрь 2018 (UTC)
Малоязмы әллә Малаязмы?
[сығанаҡты үҙгәртеү]Малаяҙ ауылы, мәҫәлән, Малояз тип яҙылырға тейеш түгел дә инде. Урыҫтың "малый" һүҙенән сығып ҡына хәл иткәндәр ҙә ҡуйғандары күренеп тора. Ауырғазы районындағы Сәмән ауылын Семенкино тип хатта Википедияға ла яҙып ҡуйылғайны. Бынамын тигән башҡорт ороним, гидроним, ойконимдарын ғибрәт итеп үҙгәрткәндәр. Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Көҫкәнде йылғаһын (Салауат Юлаевтың тыуған ауылынан аҡҡан йылға) Усть-Канда тип яҙып аптыраталар ине. Ризуан Хажиев, йәмәғәтселек ярҙамы менән, матбуғатта бәхәс ойоштороп, был йылғаны Кусканды тип яҙҙырыуға өлгәште. Төйәләҫ тигән шиғри атаманы ла тиргәшеү кеүек яңғырашлы үҙгәртеүҙән һаҡлап ҡалыу тарихын беләһегеҙ инде. Бына ошонда алып барылған фекер алышыуҙы сағылдырып, башҡа сайттарҙа уртаға һалып һөйләшеп, терминологик комиссияға тәҡдимдәребеҙҙе еткерәйек әйҙә. (Аҡҡашҡа (әңгәмә) 07:08, 1 ноябрь 2018 (UTC))
- Топонимдарҙың башҡортса яҙылышынмы, әллә урыҫса яҙылышын тикшерәбеҙме? Аңламайым. Терминология комиссияһы урыҫса яҙылыштарҙы ҡарармы икән? Икенсенән, донъялағы барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бер һуғыуҙа википедистар хәл итергә тейешме ни? Тағы аңламайым. Күтәрә алған тиклемен күтәрергә кәрәктер, бәлки. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:29, 1 ноябрь 2018 (UTC)
- Ҡатнашыусы:Рөстәм НурыевТерминология комиссияһы русса яҙылыш буйынса тәҡдимдәрҙе лә ҡарай. Мәҫәлән, шул уҡ Төйәләҫте Туялас тип яҙа башланылар. Быны Госсобрание тәҡдиме менән ҡарағайнылар, сөнки дәғүәләр күп булды. Беҙҙең тәҡдим менән Терминология комиссияһы ҡарап, Госсобраниеға тәҡдим индерә ала. Беҙ инициатор булабыҙ. Эшләп ултырабыҙ ҙа инде, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә күренһен юғары органда. Үтәме-үтмәйме, уныһы икенсе эш. Тамсы тамып таш тишә. --Guram52 (әңгәмә) 20:28, 6 ноябрь 2018 (UTC)
Сәмән ↔ Семенкино
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ауырғазы районындағы Сәмән ауылын Семенкино. Сәмән икәненә сығанаҡ кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:46, 1 ноябрь 2018 (UTC)
- «Сәмән (Семенкино) — д. в Аург. р-не. От антропонима Сәмән//Семен.» (Словарь топонимов Башкирской АССР, с. 134).--Ryanag (әңгәмә) 22:33, 3 ноябрь 2018 (UTC)
Бәләкәй Аллағыуат↔Малай Аллағыуат, Оло Сытырман↔Иҫке Сытырман
[сығанаҡты үҙгәртеү]Хаят Юсупова 10:49 Хәйерле көн, йәмәғәт. Топонимикала хата күп инде. Мәҫәлән Салауат ҡалаһы янында Малай Аллағыуат ауылы хәҙер Бәләкәй Аллағыуат, Федоровка районындағы Оло Сытырман ауылы Иҫке Сытырман тип йөрөтөлә (Ашҡаҙар йылғанының икенсе ярында Бала Сытырман урынлашҡан). Ә халыҡ һаман Малай Аллағыуат, Оло Сытырман тип ҡуллана.
Был мәғлүмәтте ауыл мәҡәләләренә өҫтәгеҙ. Мәҡәләлә айырым бүлек (Этимология, йәки Атамаһы) асырға ла була. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:37, 1 ноябрь 2018 (UTC)
Учалы - Юшалы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең бик күп атамалар заманында дөрөҫ яҙылып алмау, урыҫсаға йә иҫке төркисәгә яйлаштырып яҙып алыу арҡаһында төп мәғәнәһен, этимологияһын юллап алыу хәҙер бик ҡыйын. Шул уҡ ЮШАЛЫ районын алайыҡ. Уны Учалы тип яҙып алғандар ҙа, хәҙер шул арҡала башҡа милләт атамаһы тигән төрлө спекуляциялар килеп сыға. Уны тел ғалимдары яңынан ҡарап, иҫке атамаһын тергеҙергә кәрәк! Һеҙ ололарҙы тыңлап ҡарағыҙ - урыҫса яҡшы белмәгәне кем Учалы тип әйткәнен ишеткәнегеҙ бар - Ушалы тиҙәр улар. Юшалы тигәнебеҙ ҙә онотолған, Ч-ға ла яйлаша алмайҙар. Юшалы тигәненә ҡеүәт - күрше Белорет районында Юша тигән станция (ауыл, йылға) бар. -ВК-ла "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән---Guram52 (әңгәмә) 09:58, 3 ноябрь 2018 (UTC)
- Википедиялағы Учалы районы мәҡәләһенә Этимология бүленә яҙырға була, әгәр баҫма сығанаҡтар был аңлатманы раҫлаһа. Раҫламаһа, баҫма сығаҡтарҙа яҙып сығырға кәрәк башта? Ә инде топонимдарҙы раҫлау тәртибен беләһегеҙ. Википедия эшмәкәрлегенән тыш эшләнә торған йүнәлеш. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:43, 3 ноябрь 2018 (UTC)
- Borovi4ok, тема буйынса берәй сығанаҡ беләһеңме? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:01, 3 ноябрь 2018 (UTC)
- Мәҡәләлә этимология (Учалы#Исем) буйынса бер ни тиклем мәғлүмәт бар: Асыуҙы (әсе, асыулы), Үс алды, Юша (йәшмә ташы). «Словарь топонимов Башкирской АССР» китабында Оло Учалы (күл) — «Оло Асыуҙы» тип күрһәтелгән. Учалы типтәрҙәре башҡорт ихтилалдары осоронда Ҡазан даруғаһынан күсеп килгәндәр, шуға уларҙың һөйләше башҡараҡ — Асыуҙы (Учалы) һөйләше. Бәлки улар Аҙнаҡай районынан күскәндер, сәнки унда бәләкәй генә Учалы йылғаһы бар, (шул уҡ районда Стәрле йылғаһы бар - юрматылар һәм юрмыйҙар йәшәгән урын), әйткәндәй Аҙнаҡай ҡалаһын һәм районын татарса Атнакай тип түгел ә Азнакай тип яҙалар. --Ryanag (әңгәмә) 22:21, 3 ноябрь 2018 (UTC)
- Урындағы халыҡ ғәҙәттә Асыуҙы күле исеменән килә тип әйтә. Типтәрҙәр килеп ултырғас, шуларҙың ҙур Ачулы ауылы барлыҡҡа килгән (хәҙерге село Учалы). Был райондың тап уртаһы, типтәрҙең ояһы, башҡорттар ул тарафтан ҡыуылған булған, нәғеҙ башҡорт исеме онотолған :(. Мин белгән-ишеткән версия шул. Үс алды, Юшалы версияларын райондағы халыҡ белмәй. Үрҙәге «Словарь топонимов Башкирской АССР» китабынан артыҡ сығанаҡ юҡтыр ул. Borovi4ok (әңгәмә) 20:11, 4 ноябрь 2018 (UTC)
Ишембай районы ауылдары
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәрҙәшле ауылы. Топонимик словарҙа ул Бирҙешле тип алынған (левый приоток Селеука), Вики Бәрҙешле. Халыҡта - Бәрҙәшле.
- Старосаитово (урыҫ) Топ.сл. - Иҫке Һәйет, Викила - Иҫке Сәйет. Халыҡта - Иҫке Һәйет.
- Кияуково (урыҫ) Топ сл. Ҡыяуыҡ (левый приток Зигана), Викила - Кейәүк. Халыҡта - Ҡыяуыҡ.
- Малобаиково (урыҫ) Топ сл. юҡ был атама. Вики - Кесе Байыҡ. Халыҡта - Бәләкәй Байыҡ.
- Кашалакбаш (урыҫ) Топ. сл. - Кәшәләкбаш, Викила - Кәшәләкбаш. Халыҡта - Ҡашалаҡбаш.
- Калу- Айры (урыҫ)Топ. сл. - Ҡалыуайыры, Викила - Ҡалыуайыры. Халыҡта - Ҡалыу-Айыры, йышыраҡ Ҡалыу тип кенә атала.
- Саргаево (урыҫ) Топ сл. - Һарғай. Викила - Һәргәй. Халыҡта - Һарғай.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 07:19, 16 ноябрь 2018 (UTC)
Кунгур ↔ Көңгөр ↔ Ҡуңғыр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Көңгөр һәм Көңгөр мәмерйәһе буйынса ВК-ҙа бер фекер яҙалар:
- Вагида Кужагильдина 1 июнь, сәғ. 12:58
- Кунгур һүҙҽ ҡуңғыр һүҙҽнәндҽр
- йылгалар агизел каризел Кугидель, Кызыл, Сара, Караһыу - төҫтәр атамаһы мҽнән йөрөтөлгән؛
- ҡуңғыр - коричнҽвый тигән һүҙҙәндҽр؛
- Диңгҽҙҙәр ҙә؛ ҡара, Һары, Аҡ, ҡыҙыл диңгҽҙ
Бәрәкәл → Бараҡал
[сығанаҡты үҙгәртеү]Guram52 БЭ БЭ «Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Ялан Йылайыры, Бараҡал, Йылайыр, Ҡаҫмарт, Оло Эйек (бөтәһе лә — уң).»] тип бирә. Башҡа башҡортса матбуғатта ла Бараҡал осрай. --ZUFAr (әңгәмә) 07:13, 7 ғинуар 2021 (UTC)