Подлипский Виктор Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Виктор Подлипский битенән йүнәлтелде)
Подлипский Виктор Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 3 ғинуар 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 октябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Одесский институт инженеров гражданского и коммунального строительства[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Сталин премияһы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Подлипский Виктор Александрович (3 ғинуар 1913 йыл — 3 октябрь 1973 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1953—1960 йылдарҙа РСФСР-ҙың коммуналь хужалығы академияһының терәк пункты етәксеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1952).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виктор Александрович Подлипский 1913 йылдың 3 ғинуарында Одессала (хәҙер Украина) тыуа. 1938 йылда Одесса граждандар һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары институтын инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай.

Институтты тамамлағас, Өфө һыу үткәреү-канализация хужалығы идаралығында эшләй (хәҙер «Өфөводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы), 1939 йылдан — бүлек начальнигы, 1940 йылдан — техник етәксе, 1942 йылдан — баш инженер, ә 1953—1960 йылдарҙа — РСФСР-ҙың коммуналь хужалығы академияһының терәк пункты етәксеһе.

Подлипский Виктор Александрович һыуҙы контактлы таҙартыу алымдарын индерә, һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн ҡеүәте сәғәтенә 150—200 кубометр булған бактерицид ҡоролманы, алюмин сульфаты һәм натрий гипохлориты алыу ҡоролмаларын ебәрергә ярҙам итә.

1973 йылдың 3 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Опыт применения новой техники на Уфимском водопроводе. М., 1956 (соавт.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]