Вишневский Анатолий Григорьевич
Вишневский Анатолий Григорьевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Ил |
СССР, Российская Федерация |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Вишневский, Анатолий Григорьевич ( 1 апрель 1935 йыл, Украина ССР-ы Харьков ҡалаһы) — Рәсәй демографы һәм иҡтисадсыһы. Иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы[2], Юғары иҡтисад мәктәбенең Демография институты директоры, Социаль-демографик сәйәсәт буйынса ғилми-уҡытыу лабораторияһы етәксеһе, ординар профессоры.[3]
Ғүмер юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни карьераһын Украина СССР-да башлай. 1958 йылда Харьков дәүләт университетының иҡтисад факультетында статистика буйынса һөнәри белем алғандан һуң «Гипроград» Институтының Харьков филиалында эшләй. 1962—1966 йылдарҙа УССР Госстроеның фәнни-тикшеренеү һәм проектлау институты аспирантураһында белем ала. 1967 йылда СССР Фәндәр акамедияһының Иҡтисад институтында «Харьков агломерацияһы миҫалында ҡала агломерациялары һәм уларҙың үҫешен иҡтисади көйләү» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яклай. 1967 йылдан Украина Фәндәр академияһының Иҡтисад институтында академик М. В. Птуха нигеҙләгән демография бүлегендә эшләй. 1971 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә һәм СССР-ҙың Үҙәк статистика идаралығының демография бүлегендә эш башлай.
1983 йылда «Демографик процестарҙы социаль көйләү» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1994 йылдан башлап «Халыҡ һәм йәмғиәт» мәғлүмәт бюллетененең баш мөхәррире. 2001 йылдан «Демоскоп Weekly» электрон гәзитенең баш мөхәррире. Ғалим 300-ҙән артыҡ публикациялар авторы.
Башҡортостан менән бәйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. Г. Вишневскийҙың фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан менән дә тығыҙ бәйләнгән. Ғалим 2010 йылдың октябренән 2011 йылдың февраленә тиклем «Ғаилә һәм Башҡортостан Республикаһында социаль үҫеш» проект-уҡыу төркөмөн етәкләй.[4] 2012 йылдың 22-25 октябрендә Өфө ҡалаһында үткән дүртенсе Бөтә Рәсәй социология конгрессы сиктәрендә «Рәсәйҙә һәм уның төбәктәрендә демографик процестарҙың төп тенденциялары һәм факторҙары» секцияһы рәйестәше була.[5] 2012 йылдың ноябрь айында «Башҡортостанда демографик үҫеш һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында» тигән мәсьәле буйынса Республика Советы ултырышында ҡатнаша.[6] 2013 йылда баҫтырып сығарылған Башҡортостан Республикаһында кешелек потенциалын үҫтереү буйынса «Ғаилә һәм кешелек үҫеше» Докладының фәнни консультанты һәм эксперты.[7] Уҡыусылары араһында Башҡортостан вәкидәре лә бар.[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.hse.ru/our/news/434220197.html
- ↑ https://ru.wikipedia.org/wiki/Вишневский,_Анатолий_Григорьевич
- ↑ http://www.hse.ru/org/persons/203483
- ↑ http://pul.hse.ru/pug11/staff 2016 йыл 12 март архивланған.
- ↑ http://www.ssa-rss.ru/index.php?page_id=372
- ↑ http://www.pravitelstvorb.ru/press_office/newsline/detail.php?ID=3650(недоступная ссылка)
- ↑ http://www.isras.ru/report_UN_2013.html 2014 йыл 29 март архивланған.
- ↑ http://www.hse.ru/org/persons/203483