Никитин Владимир Васильевич
Никитин Владимир Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 март 1951[1] (73 йәш) |
Тыуған урыны | Кошелевка ауылы, Михайловка ауыл советы, Дыуан районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, журналист |
Уҡыу йорто | Силәбе дәүләт педагогия университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Никитин Владимир Васильевич (18 март 1951 йыл) — уҡытыусы, журналист; мәғариф, партия, совет органдары һәм матбуғат ветераны. 1995—2015 йылдарҙа Дыуан районының «Дуванский вестник» гәзите мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Васильевич Никитин 1951 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының Дыуан районындағы хәҙер Михайловка ауыл Советына ҡараған Кошелевка ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан колхозсы ғаиләһендә тыуған. Мордва милләтенән[2].
Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә дүрт синыфты тамамлағандан һуң күрше Ежовка ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1966 йылда район үҙәгендә урынлашҡан Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Дүрт йылдан махсус урта белемле башланғыс мәктәп уҡытыусыһы дипломын ала һәм үҙе уҡыған Ежовка мәктәбендә үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1970 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла. Хәрби хеҙмәтен тултырып, 1972 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң үҙ мәктәбендә эшен дауам итә, бында уҡытыусы, артабан директор була. 1972—1978 йылдарҙа ситтән тороп Силәбе дәүләт педагогия институтында уҡый.
1978 йылдан — партия эшендә: КПСС-тың Дыуан район комитетында инструктор, агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире. 1990—1994 йылдарҙа район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй.
1995 йылдың 20 ғинуарында «Дуванский вестник» район гәзите[3] мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны ике тиҫтә йыл, 2015 йылда хаҡлы ялға киткәнсе башҡара.
Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: бер нисә тапҡыр Дыуан район Советы депутаты итеп һайлана.
Өйләнгән. Ҡатыны менән ике ул — Александр һәм Дмитрийҙы тәрбиләп үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа сығарғандар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
- Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ Всегда в пути (К 60-летию журналиста Владимира Никитина). ИА «Башинформ», 18 марта 2011 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2021)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — «Дуванский вестник»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Всегда в пути (К 60-летию журналиста Владимира Никитина). ИА «Башинформ», 18 марта 2011 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2021)
- Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан». Официальный сайт. Справочник главных редакторов – ветеранов СМИ РБ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2021)
- 18 мартта тыуғандар
- 1951 йылда тыуғандар
- Дыуан районында тыуғандар
- Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- Уҡытыусылар
- Журналистар
- Алфавит буйынса журналистар
- Башҡортостан журналистары
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары
- Мөхәррирҙәр
- КПСС ағзалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре