Владимир Оскал-оол
Владимир Оскал-оол | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 декабрь 1920 |
Тыуған урыны | Хондергейский сумон[d], Дзун-Хемчикский кожуун[d] |
Вафат булған көнө | 7 октябрь 1999 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡыҙыл, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Ҡыҙыл |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | цирк артисы, уҡытыусы, уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Государственное училище циркового и эстрадного искусства[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Владимир Оскал-оол Викимилектә |
Владимир Базыр-оолович Оскал-оол (ысын исеме — Сат; 1920—1999) — совет тыва цирк артисы (эквилибрист, жонглер). СССР-ҙың халыҡ артисы(1980).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың 31 декабрендә Чаш-Терек аймағында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — Кургаг-Ҡара-Суг тигән урында[1]) Хондергейский сумоны (хәҙерге көндә Дзун-Хемчик кожууны, Тыва, Рәсәй) ярлы мал ҡараусы ғаиләһендә тыуған [2].
Чадан ҡалаһы мәктәбендә уҡыған. 1939 йылда Мәскәү Дәүләт цирк сәнғәте училищеһын тамамлаған, эквилибристика, жонглёрлык оҫталығына өйрәнгән [3].
1941 йылға тиклем Ҡыҙыл ҡалаһында В. Кок-оол исемендәге Тыва музыкаль драма театрының концерт бригадаһында эшләй.
1941 - 1945 йылдарҙа ул үҙе ойошторған Тыва театр училишеһының цирк бүлеген етәкләй. Был кафедраны 1945 йылда тамамлаусылар В. Оскал-Оол етәкселегендәге тимер сымдағы (милли уйындар, йолалар, ғөрөф-ғәҙәт элементтары менән) жонглерҙар һәм эквилибрист-бейеүселәр ансамбленең төп үҙәгенә әүерелә.
Уның етәкселегендә цирк төркөмө әкренләп популярлыҡ ҡаҙана һәм Союзгосцирктың танылған төркөмдәренең береһе булып китә.
Төркөм Һиндстан, Бирма, Индонезия, Монголия, Венгрия, Болгария, Көнсығыш Германия, Франция һ.б.илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөй[4].
1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Тыва АССР-ы Юғары Советының 1-2 саҡырылыш депутаты.
Ғаилә династияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Оскал-оол - Тывала беренсе цирк башҡарыусыһы, ҙур цирк династияһына нигеҙ һалыусы. Династияға уның ҡатыны һәм партнеры Дунзенмаа, уларҙың балалары Юрий һәм Тыва Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Майя Оскал-оол-Лозовик, ейәндәре Владимир һәм Долаана Оскал-оол, Маадыр һәм Саяна Лозовик һәм башҡалар инә [5].
2014 йылда Тыва менән Рәсәйҙең берләшеүенең 100 йыллығы айҡанлы, Оскал-оол династияһының вәкилдәре Тывала «Алтын Аждаһа» («Золотой дракон») циркы сығыштарын ойошторалар, унда Владимир Оскал-оолдың ейәне Долана, уның ире, Бельгия гражданины Лоик Молл, уларҙың ҡыҙҙары Шеннон һәм Калисса Орлана, шулай уҡ дрессировкалаусы Евгений Ким, Наталья Грачёва, Наталья һәм Геннадий Пикулиндар һәм манеж башҡа оҫталары ҡатнаша[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955)
- Тыва АССР-ының халыҡ артисы (1963)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (14.02.1980)[7]
- Ленин ордены (1949)
- «За трудовую доблесть» миҙалы (1949)
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылдың 7 октябрендә Ҡыҙыл ҡалаһында вафат була. Ҡыҙыл ҡалаһы зыяратында ерләнгән
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В.Б. Оскал-оолдың 90 йәшенә Тываның Алдан-Маадыр исеме менән аталған милли музейында "Тыва циркы легендаһы" әҫәренең күргәҙмәһе ойошторолған, ул Оскал-оол ғаилә династияһы вәкилдәренең актив ҡатнашыуы һәм ярҙамы менән яһалған.
- Тыва гуманитар тикшеренеүҙәр институты Рәсәй географик йәмғиәте гранты ярҙамында 2014 йылда В.Б. Оскал-оол биографияһына арналған китап баҫтырып сығарған. Йыйынтыҡ мәҙәниәт докторы В. Ю. Сузукей тарафынан әҙерләнгән[2].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оскал-оол Владимир Базыроолович// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 18-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969-1978.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 90 лет со дня рождения Владимира Оскал-оола » Tuva.Asia
- ↑ 2,0 2,1 Оскал-оол Владимир Базыр-оолович » Tuva.Asia
- ↑ Оскал-оол Владимир Базыроолович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Оскал-оол Владимир Базыроолович . Дата обращения: 5 сентябрь 2012. Архивировано 20 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ МАЙЯ ОСКАЛ-ООЛ - ЛОЗОВИК: "КОГДА ОГЛЯДЫВАЮСЬ, Я УЛЫБАЮСЬ"
- ↑ Династия Владимира Оскал-оола – легендарного основателя циркового искусства в центре Азии – сделала подарок жителям Тувы 2020 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 14 февраля 1980 года № 1557—Х «О присвоении почётного звания «Народный артист СССР» тт. Зарипову Х. К., Ольховикову Н. Л. и Оскал-оолу В. Б.» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 8 (2030) от 20 февраля 1980 года. — Ст.145.
- 31 декабрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 7 октябрҙә вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Тыва Республикаһы мәҙәниәте
- Алфавит буйынса шәхестәр