Эстәлеккә күсергә

Волгодонск үткәүеле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Волгодонск үткәүеле (Царицын) — боронғо сауҙа һәм хәрби (яҡынса 70 километрға тиң) юлды Волга һәм Дон араһындағы иң яҡын торған ер — хәҙерге Волгоград өлкәһендә юлды ҡыҫҡартыу урыны. Уның буйлап йөк караптарынан ҡул көсө йәки аттар егеүле транспорт ярҙамында йөктәр ташығандар, сөнки ул ваҡытта йылғалар бер-береһе менән канал ярҙамында тоташтырылмаған булған. Был юл б. э I мең йыллығынан алып 1952 йылға тиклем эшләгән (йылғалар араһындағы транспорт бәйләнеше Волга-Дон каналы төҙөлгәнгә тиклем).

900 йылда үткәүел Волга сауҙа юлдары һәм Волгала караптар йөрөү барлыҡҡа килгәс бик әүҙем ҡулланыла башлаған. Уның төп файҙаланыусылары Русь Волга крайы, Волга Болғары, Урта Волга буйы, Хазария булған, сауҙа агенттары ролен варягтар һәм ғәрәп сауҙагәрҙәре башҡарған. Үткәүел аша Византия менән бәйләнеш булдырылған, улар өсөн Волга һәм Дон йылғалары араһы мөһим роль үтәгән, шуға күрә император Феофил хазарҙарға Саркел ҡәлғәһен төҙөргә инженер хеҙмәте менән ярҙам иткән (842—829 йылдар).

Беренсе мең йыллыҡ аҙағында сауҙа итеү бәшнәктәр (950 йыл), половецтар (1100 йылдар), поход баҫып Батый баҫып алыу походтары (1236—1243 йылдарҙа) арҡаһында боҙолған. Барлыҡ Волга буйы Джучи улусы — Алтын Урҙа ҡулында булғанлыҡтан, был юл монгол-татар баҫып алыуҙарынан һуң ғына яңынан тергеҙелгән. Үткәүелдә төньяҡтан көньяҡҡа килгән өс сауҙа юлдары: Дон, Волга, Ахтуба менән киҫешкән, һәм көнбайыштан көнсығышҡа табан юл Бөйөк Ебәк юлы менән тоташҡан[1]. Был фактор 1260 йылда Алтын Урҙа баш ҡалаһы Волга ярындағы Һарай-Бәркәне, Мечет ҡаласығын һәм Бельджаменды төҙөгәндә күҙ алдында тотолған. Уларҙан төньяҡтараҡ торған урыҫ кенәзлектәре янында нуғай шляхы (юлы) булған. Волгодонск сауҙаһы 1350-сы йылдарҙа бөлгөнлөккә төшә башлаған. Уны урыҫ йылъяҙмасыһы «Бөйөк замятный» тип атап яҙған. Туҡтамыш, Тамерлан, Мамайҙарҙың үҙ-ара һуғыштары арҡаһында Һарай-Берк һәм уның янындағы тораҡ пункттар һәләк булған, Волга йылғаһы буйындағы һәм үткәүелдәге сауҙа итеү туҡталған[2]. 1440-сы йылдарҙа Волга менән Дон араһы Алтын Урҙаның ярсығы булған Оло Урҙаға эләгә, ә 1540-сы йылдарҙа көслө Нуғай урҙаһы ҡулы аҫтында тора. Әммә был күсмә ханлыҡ көслө ике күрше дәүләттәре — Урыҫ дәүләте һәм Ҡырым ханлығы — менән баҫып алыныу объектына әйләнә. Улар беренсе сиратта үткәүелде, порттарҙы контролдә тоторға тырыша, шунлыҡтан даланың яңы территорияларын баҫып алыуҙы интеграцияның икенсе этабына ҡалдыралар.

  1. Борис Акунин. История Российского государства. Том 2 — Часть Азии
  2. Пачкалов А. В. Волго-Донская Переволока // Ислам в Поволжье. Энциклопедический словарь. Вып. 5. М. Нижний Новгород, 2012.