Эстәлеккә күсергә

Волос тимер юл станцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волос тимер юл станцияһы
Рәсем
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Волос[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Хеҙмәтләндереүсе Hellenic Train[d]
Рәсми асылыу датаһы 22 апрель 1884
Киләһе туҡталыш Melissiatika railway station[d]
Тимер юл һыҙаты Лариса — Волос[d] һәм Железная дорога Пелиона[d][1]
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Карта
 Волос тимер юл станцияһы Викимилектә

Волос тимер юл станцияһы (грек. Σιδηροδρομικός Σταθμός Βόλου) ―Греция, Волос тимер юл станцияһы. Ҡаланың үҙендә (портҡа яҡын) урынлашҡан. 1884 йылдың 22 апрелендә Фессалия тимер юл компанияһы тарафынан асыла (хәҙер Греция Тимер юлы ойошмаһының бер өлөшө булып тора). Бөгөн TrainOSE Ларисаға көнөнә өс рейс ойоштора. Фессалия тимер юлдарына элегерәк Милеаи һәм Волос араһындағы ҙур булмаған участка ғына ҡараған, әммә хәҙер тимер юл тармағы Ано Лехония ауылына (Волостан 12 км алыҫлыҡта)[2] тиклем һалынған.

1884 йылдың 22 апрелендә станция тантаналы асылған. Тантанала король Георг I [3] үҙе лә булған.

Вокзал бинаһының (тимер юлдың үҙе кеүек) проектын, Грецияның үҙәк өлкәләрен ғосман власынан азат иткәндән һуң, итальян архитекторы Эваристо де Кирико (Джорджо де Кириконың атаһы) төҙөгән. 1884 йылғы матур төҙөлөш элеккесә вокзалдың бер өлөшөн тәшкил итә. Уның менән йәнәшә Фессалия Тимер юл компанияһының штаб-фатиры булып хеҙмәт иткән 1900 һәм 1903 йылдар араһында неоклассик стилдә төҙөлгән бина урынлашҡан. Уның архитекторы шулай уҡ Эваристо де Кирико булған. Бина хәҙер ҙә тулыһынса тиерлек үҙенең тәүге торошонда һәм 1950-се йылдарҙа Волосҡа ябырылған ер тетрәүҙән һаҡланып ҡалған төҙөлмәләрҙең һирәк төрө булып тора. Ҡыйығы ҡайын менән ябылған һәм ағас контурлы. Станция янында итальян скульпторы И. Превисандың  Афина алиһә һыны тора.

1960 йылда тармаҡ Лариса ― Волос тармағы стандарт колея итеп үҙгәртелгән һәм Ларисала Афина ― Салоники тармағы менән тоташтырылған, һәм был TrainOSE-ға Волостан Афина һәм Салоникиға туранан-тура рейс ойоштороуға мөмкинлек бирә. Волос станцияһында икенсе перрон төҙөлгән, һәм был поездарҙы ике тармаҡтан бергә  ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.

Бөгөн станция бинаһының беренсе ҡатында музей [4] урынлашҡан.

  • Волос Ҡалаһы урамы