Воронеж зоопаркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воронеж зоопаркы
Нигеҙләү датаһы 1994
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Карта
 Воронеж зоопаркы Викимилектә

А. С. Попов исемендәге Воронеж зоопаркы — Воронеж ҡалаһының Авиатөҙөүселәр паркындағы зоопаркы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Воронеж зообаҡсаһы 1994 йылдың декабрендә асыла. Асылған көндә ул бер залдан тора, ләкин йылдар үтеү менән аквариум залы, һөйрәлеүселәр һәм хайуандар залы, ат аҙбары , ҡоштар залы һәм ҡышҡы баҡсаһы булған ҡоролмаға әйләнә. Иң беренсе булып зообаҡсала крокодилдар, айыуҙар, маймылдар, ишәк барлыҡҡа килә. Хәҙер зоопарк төлкөләр, аҡҡоштар, өкөләр, лама, дөйә, бүреләр, питондар һәм башҡа хайуандар өсөн ысын йортҡа әйләнгән. Зоопарктың иҫтәлекле урындарының береһе булып террариум тора, унда ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүсе хайуандарҙың төрлө төрҙәре бар. Һөйрәлеүселәрҙең боронғо төркөмөн крокодилдар, шулай уҡ ағыулы булмаған ғәйәт ҙур йыландар (быуар йыландар һәм питондар), король йыланы, һаҙ гөбөргәйелдәре, тәлмәрйендәр, һыу кеҫәрткеләре, йәшел кеҫәрткеләр тәшкил итә. Зоопарктың иҫтәлекле урыны һәм айырым ғорурлығы булып банан үләне, гранат, грейпфрут, лимон, фейхоа, мандарин, ҡәһүә ағастары һәм бик күп бүлмә сәскәләре кеүек экзотик үҫемлектәр коллекцияһы тора. 2000 йылда зоопарк «Зоопарктарҙың һәм аквариумдарҙың Евроазия төбәк ассоциацияһы мәғлүмәт йыйынтығына» (EARAZA) индерелә. 2005 йылда Воронеж зоопаркы мәҙәниәт һәм туризм өлкә идаралығы ведомствоһына күсә.

Экспозицияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зоопаркта 7 зал асылған. Күргәҙмә экспозицияһында 170 төр хайуан иҫәпләнә: балыҡтарҙың 63 төрө, һөйрәлеүселәрҙең 22 төрө, ҡоштарҙың 43 төрө, һөтимәрҙәрҙең 40 төрө, умыртҡаһыҙҙарҙың 2 төрө. Күргәҙмә майҙаны 0,5 гектар, паркка тоташып торған территорияһының майҙаны 6,8 гектар.

Хәйриә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылдан башлап Воронеж зоопаркы «Опека животных» программаһын тормошҡа ашыра. «Аҫрауға алған ата-әсәләр» зоопарктың әлегә «уллыҡҡа алынмаған» теләһә ниндәй хайуанын һайлай ала, йәки зоопарк өсөн хайуан һатып алырға һәм уны үҙенең опекаһына алырға мөмкиндәр.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]