Воронина Екатерина Игоревна
Екатерина Игоревна Воронина | |
Тыуған көнө |
27 октябрь 1983 (40 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Ҡырым өлкәһе, Украина ССР-ы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Сайт | |
Воронина Екатерина Игоревна (3 октябрь 1983 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары. Мәскәүҙә урынлашҡан тәүге «Йәшел китап» (рус. «Зелёная книга») эконәшриәтен нигеҙләүсе һәм уның баш мөхәррире[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Екатери́на И́горевна Воро́нина 1983 йылдың 3 октябрендә Украина ССР-ының Ҡырым өлкәһендә тыуған. Һуңынан Мәскәүҙә йәшәй. 2006 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының география факультетын тамамлай. Аҙаҡтан Диңгеҙ гидрография институтында, «Космефарм» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры ярҙамсыһы булып эшләй[2] һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән алыҫ булған карьераны төҙөй башлай[3].
2010—2012 йылдарҙа Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химик-технологик университетында «мегаполистар экологиһы» һөнәре буйынса уҡый. Бында уҡыған саҡта уның эконәшриәт төҙөү тураһында идеяһы тыуа: магистрлыҡҡа диссертация яҙған ваҡытта Екатерина Воронина рус телендә сыҡҡан махсус экологик әҙәбиәттең етешмәүенә юлыға[3]. 2012 йылдың мартында Воронина һәм тағы ла фекерҙәштәре менән яңы эшкә нигеҙ һалырға ҡарар итәләр һәм уға һәр береһе 25 мең һум аҡса һалалар[1]. Екатерина Воронина менән ойошторолған был нәшриәт юғары экологиялы булып тора[1]. Воронина етәкселегендә Ярославль һәм Мәскәү өлкәләрендә шыршылар, тирәктәр, каштандар һәм башҡа ағастарҙы ултырытыу буйынса мәрхәмәтлелек акциялары уҙғарыла, уның комнадаһы бер нисә йыл эсендә Урмандарҙы тергеҙеү фонды менән берлектә бер нисә йөҙ ағас ултырталар[4].
Екатерина Воронина шулай уҡ ҡул һуғышы, цигун, сноубординг, һынлы сәнғәт һәм бейеүҙәр менән ҡыҙыҡһына[5]. Социаль эшҡыуар Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондына аҡсаларын иғәнә итә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Как заработать на экологичном книгоиздании (рус.), Forbes.
- ↑ Екатерина Игоревна Воронина (рус.), Портал 1nep.ru.
- ↑ 3,0 3,1 Как магистерская работа переросла в экоиздательство (рус.), Журнал Kontur.ru.
- ↑ Компенсировали углеродный ущерб от издания книги (рус.), журнал «Натур Продукт». 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Сделано: экоиздательство «Зеленая книга». «Московские новости» о малом бизнесе в большом городе (рус.), Московские новости. 2015 йыл 5 август архивланған.