Эстәлеккә күсергә

Воскресенский соборы (Арзамас)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воскресенский соборы
Нигеҙләү датаһы 1814
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Воскресение Иисуса Христа[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Арзамас
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Нижегородская область/Арзамас[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт arzblag-sobor.cerkov.ru
Указания, как добраться Соборная площадь, 19
Карта
 Воскресенский соборы (Арзамас) Викимилектә

Воскресенский соборы Арзамастағы Собор майҙанында өҫтөнлөклө урын биләй. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышында рус халҡының еңеүе хөрмәтенә төҙөлгән.

Собор бинаһын төҙөү өсөн 5,5 млн дана кирбес, нигеҙ өсөн 1000 тонна бут ташы һәм 164 тонна тимер тотола. Собор проектын архитектор Михаил Коринф (1788-1851) төҙөгән, ул Арзамаста тыуған, билдәле Рәсәй архитекторы А. Н. Воронихиндың уҡыусыһы.

Мөһабәт ҡорам — баш ҡаланың төп биҙәүе — бейек ҡалҡыулыҡта тора, ул төп майҙан ансамблен тамамлап тора. Соборҙың биш башы һәм аҡ кубы ҡаланың барлыҡ ҡоролмалары араһында матур булып күренеп, тирә-йүндәге сиркәү биналарын үҙенә буйһондороп тора.

Бина квадрат өҫтөнә һалынған грек тәреһе рәүешендә. Бинаның оҙонлоғо һәм киңлеге бер тигеҙ һәм 30-ар сажин (63 м 90 см), тәрегә тиклемге уртаса бейеклеге — 22 сажин (46 м 86 см). Собор фронтонында библия сюжеттарына «Воскресение Христа» (көнсығыш фронтон), «Явление св. Троицы Аврааму» (көньяҡ фронтон), «Собор всех святых » (көнбайыш фронтон), «Покров Пр. Богородицы» (төньяҡ фронтон) фрескалары урынлашҡан.

Совет осоронда  соборҙы шартлатырға уйлайҙар, ләкин, кешеләрҙең көслө асыуынан ҡурҡып, ғибәҙәтхананы ябып ҡына ҡуялар. 1944 йылда соборғы ҡайтанан асыу мәсьәләһен патриарх Сергий (Страгородский), Арзамаста тыуған кеше, күтәреп сыға, ул үҙе үлер алдынан Рәсәй Православие Сиркәүе эштәре буйынса Советтың рәйесе  Г. Г. Карпов менән 1944 йылдың 4 майында әңгәмәләшә һәм унан «совет был процесты тиҙләтергә мөмкин тип һанаймы» тип һорай[2]. 1947 йылда ғибәҙәтханала яңынан дингә табыныуҙар хеҙмәте үткәрелә башлаған.

«Нисбәт тигеҙлеге һәм тышҡы матур ҡиәфәте буйынса Арзамастағы Воскресенский соборының тиңдәштәре Мәскәү классик сиркәүҙәре араһында булмай, ул бары тик Санкт-Петербургтағы Стасов соборҙары менән генә сағыштырмалы», — тип яҙа 1926 йылда билдәле архитектор-реставрация яһаусы Н. Н. Померанцев.

2009 йылдың сентябрендә соборға Патриарх Кирилл килә[3].

2017 йылдың 13 авгусында Патриарх Сергийҙың (Страгородский) тыуыуына 150 йыл тулыуҙы байрам иткән саҡта Бөтә Русь һәм Мәскәү патриархы Кирилл Арзамас ҡалаһының Воскресенский кафедраль соборында литургия үткәрә[4].