Эстәлеккә күсергә

Псәнчин Вәли Шәғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вәли Псәнчин битенән йүнәлтелде)
Вәли Псәнчин
Вәли Шәғәли улы Псәнчин
Тыуған көнө

22 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы 1-се Дәүләтҡол ауылы

Вафат көнө

30 май 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

лингвистика

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Награда һәм премиялары
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

Псәнчин Вәли Шәғәли улы (22 апрель 1930 йыл — 30 май 2013 йыл) — тел белгесе, педагог‑методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, (1965). Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005).

Вәли Шәғәли улы Псәнчин 1930 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Күгәрсен районы I Дәүләтҡол ауылында тыуған. 1959 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1959—1961 йылдарҙа БАССР Мәғариф министрлығында бүлек мөдире булып эшләй. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле кафедраһы уҡытыусыһы. 1984 йылдан алып 1993 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалына етәкселек итә. 2013 йылда Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәли Псәнчиндың фәнни эшмәкәрленең төп йүнәлештәре: художестволы телмәр стилистикаһы, әҙәби тел тарихы, башҡорт милли мәктәбендә башҡорт телен уҡытыуҙың лингводидактик нигеҙе. Ул — 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 40-лап монография, мәктәптәр өсөн дәреслектәр, методик ҡулланмалар, программалар авторы.

«Башҡорт теленең тарихи морфологияһы» тигән хеҙмәтендә килеш формаларының, алмаштың, сифаттың, һандың, рәүештең, ярҙамсы һүҙҙәрҙең тарихи үҫеше ғалим киң планда ентекле тикшерә. Хеҙмәттең методологияһы, методологик нигеҙҙәре, тикшеренеү алымдары бик төплө, юғары фәнни кимәлдә тасуир ителә. Башҡорт телендәге грамматик күренештәр, һүҙ төркөмдәренең тарихи үҫеше диалект, төрки, алтай телдәре, яҙма ҡомартҡылар менән эҙмә-эҙлекле сағыштырып өйрәнелә.

«Мостай Кәрим — һүҙ оҫтаһы», «Телдең күркәмлек саралары», «Һүҙ тылсымы» кеүек хеҙмәттәре стилистика мәсьәләләренә, күркәм әҫәрҙәрҙең телен өйрәнеүгә бағышланған.

«Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре» уҡыу ҡулланмаһында телмәр мәҙәниәтенең теоретик нигеҙҙәре яҡтыртыла, тел һәм телмәр стилдәре анализлана, публицистик сығыш мәҙәниәте, телмәр мәҙәниәтенең башҡа фәндәргә булған мөнәсәбәте, телдең нормаларына эйә булыу, телмәрҙең дөрөҫлөгө, телмәрҙең теүәллеге, логикалығы, сафлығы, байлығы, тасуирилығы, урынлы булыуы мәсьәләләре ҡарала.

  • Мостай Кәрим һүҙ оҫтаһы. Өфө, 1972 й.
  • Һүҙ тылсымы. Өфө: Китап, 1996 й.
  • Башҡорт теле. Педагогия училищелары, колледждары, гимназиялар, лицейҙар өсөн күнегеүҙәр йыйынтығы. Өфө: Китап, 1997 й.
  • Риторика нигеҙҙәре. 10-11-се синыф уҡыусылары өсөн. Өфө: Китап, 2001 й.
  • Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре. Урта мәктәптең өлкән синыфы, педагогия колледжы, гимназия, лицей уҡыусыларына уҡыу ҡулланмаһы. Өфө: Китап, 2004 й.
  • Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.
  • Башҡорт теленең тарихи морфологияһы. Өфө, 1976 й. (авторҙашлыҡта)
  • Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 г.(соавт.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының Почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005).
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2000)[1];
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы(1991);
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985);
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы;
  • Р. Аҙнағолов. Халыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына. // Башҡортостан. 2013, 17 август.