Вәхитов Марат Муса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вәхитов Марат Муса улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 14 июль 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны Семилетка, Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены

Вәхитов Марат Муса улы (14 июль 1964 йыл, Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Семилетка ҡасабаһы) — дәүләт эшмәкәре, 1-се класлы Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәте советнигы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марат Муса улы Вәхитов 1964 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Семилетка ҡасабаһында тыуған. 1990 йылда Өфө авиация институтын «Электрон техника инженерияһы» һөнәре буйынса тамамлай. 1998 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын «Иҡтисад һәм аграр производство менән идара итеү» һөнәре буйынса тамамлап икенсе юғары белем ала[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[2][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1981—1986 йылдарҙа — Өфө авиация институтында уҡый;

1986—1988 йылдарҙа — СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә;

1988—1990 йылдарҙа — Өфө авиация институтында уҡый;

1990—1994 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводында инженер-электроник;

1994—1999 — Стәрлетамаҡ районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһының мәғлүмәт базаһы администраторы, бухгалтер иҫәбе һәм отчетлылығы, анализ һәм прогнозлау секторының баш дәүләт һалым инспекторы;

1999—2002 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Стәрлетамаҡ районы буйынса инспекцияһы етәксеһе;

2002—2003 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса 15-се район-ара инспекцияһы етәксеһе;

2003—2005 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса иң эре һалым түләүселәре өсөн район-ара инспекцияһы етәксеһе;

2005—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй күсемһеҙ милек идаралығы етәксеһе;

2009—2010 — дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса начальнигы урынбаҫары;

2010 йылдың 5 июленән алып әлеге ваҡытҡа тиклем — Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы начальнигы.

2009 йылда Марат Муса улы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡурсалауы аҫтында идара итеүсе кадрҙар резервына индерелә.

1-се класлы Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәте советнигы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[1][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2010),

— Дуҫлыҡ ордены (2015),

— миҙалдар,

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратының Почет грамотаһы (2010),

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы (2015),

Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының «Финанс эше отличнигы» түш билдәһе (2011),

— «Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе (2012),

Рәсәй Федерацияһы финанс министрының Рәхмәт хаттары (2012, 2013).


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]