Эстәлеккә күсергә

Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Газизов, Флюс Мирзасалихович битенән йүнәлтелде)
Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 февраль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө химик
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы (25 июнь 1937 йыл — 4 февраль 2008 йыл) — химик-технолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған химигы.

Флүс Мирзасәлих улы Ғәзизов[1] 1937 йылдың 25 июнендә ТАССР-ҙың Мөслим районы Симәк ауылында тыуған.

1959 йылда С. М. Киров исемендәге Ҡазан химия-технология институтын тамамлай һәм шунан бирле Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһында эшләй: инженер, лаборатория начальнигы, оҫтахана начальнигы, техник контроль бүлеге начальнигы, 1969 йылдан заводтың баш инженер урынбаҫары. 1988 йылдан — генераль директорҙың ғилми эштәр буйынса урынбаҫары.

Фәнни эштәре йүнәлештәре: ҡаты ракета яғыулығы юғары молекуляр берләшмәләрен етештереү химияһы һәм технологияһы.

Ғәзизов етәкселегендә яңы шартлатҡыс матдәләр (һығылмалы кумулятив зарядтар, шашка-детонаторҙар, II класлы грануллы шартлатҡыс матдәләр, брикет яғыулыҡтар һәм башҡалар) рецептураһы эшләнә һәм производствоға индерелә; баллистик төрҙәге ракета һәм дары яғыулыҡтары етештереү экологияһы проблемаһы хәл ителә. Ул заводтың химик технологияһы һәм сәнәғәт экологияһының төп фәнни-тикшеренеү лабораторияһын булдыра.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), ул Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының химия-технология фәндәре бүлеге ағзаһы.

Флүс Мирзасәлих улы 2008 йылдың 4 февралендә вафат була. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ерләнгән.

Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы — 160 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 44 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патент авторы.

Газизов Ф. М. Пороховой исполин / Флюс Мирзасалихович Газизов // Вестн. Акад. наук Респ. Башкортостан. — 2003. — Т. 8, N 3.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Академия Наук Республики Башкортостан - Газизов Флюс Мирзасалихович. Дата обращения: 12 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года.
  • Инженеры Урала: Энциклопедия. Екатеринбург: Уральский рабочий, 2001.
  • Татарская энциклопедия: В 5 т. Т. 2: Г-Й. Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2005.