Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы
Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 28 апрель 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | менеджер, муниципаль берәмек башлығы |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы (28 апрель 1956 йыл) — комсомол органдары, сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2014—2022 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 2-се класлы ғәмәлдәге муниципаль советник[1].Башҡортостан Республиканың Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2009).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марат Мөҙәрис улы Ғәлиуллин 1956 йылдың 28 апрелендә Үзбәкстан ССР-ының Ташкент ҡалаһында тыуған.
1979 йылда инженер-электромеханик һөнәре алып Өфө авиация институтын тамамлай. Артабан Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлай, менеджер.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Өфө авиация институтында инженер булып башлай, артабан Башҡортостан республика һөнәри-техник белем биреү идаралығында инженер, 1981-1984 йылдарҙа студент йәштәр бүлеге инструкторы, 1986 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы булып эшләй.
СССР Хәрби көстәрендә хеҙмәт иткәндән һуң эшен инструктор булып дауам итә, һуңынан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының сектор мөдире итеп тәғәйенләнә.
1988-1991 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең цех начальнигы урынбаҫары, һуңынан Өфө ҡалаһы Киров район Советы башҡарма комитетының 1-се категориялы белгесе булып эшләй. 1991 йылдан алып Киров район Советы башҡарма комитетының йәштәр эштәре буйынса белгесе.
1992 йылдан 2003 йылға тиклем 1-се категориялы белгестән алып Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2005 йылға тиклем Өфө ҡалаһы Киров районы башлығы вазифаһын башҡара. 2005 йылда — Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2006—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары була.
2014 йылдан — Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы.
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең (2006, 2011, 2022), Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының (2007) Почет грамоталарына һәм Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһына (2009) лайыҡ була[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[3]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы, 2002 йыл;
- 2006 йылда «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы;
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1982)
- Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Почет грамотаһы (2007, 2011, 2022[4]);
- Башҡортостан Республиканың Почёт грамотаһы (2009)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2016)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 УГАТУ Галиуллин 2022 йыл 30 апрель архивланған.
- ↑ Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 май 2022)
- ↑ Глава района
- ↑ Мэр Уфы наградил почетной грамотой экс-главу Орджоникидзевского района. ИА «Башинформ», 6 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 май 2022)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 май 2022)
- УГАТУ Галиуллин 2022 йыл 30 апрель архивланған.
- Глава района