Ганцев Шамил Хәнәфи улы
Ганцев Шамил Хәнәфи улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 апрель 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | хирург, тикшеренеүсе |
Эшмәкәрлек төрө | онкология[d] һәм хирургия[d] |
Эш урыны |
БДМУ БДМУ |
Уҡыу йорто |
БДМУ Башҡорт дәүләт медицина институты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы һәм Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы |
Уҡыусылар | Ханов, Айрат Мидхатович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | gantsev.org |
Ганцев Шамил Хәнәфи улы Викимилектә |
Ганцев Шамил Хәнәфи улы (19 апрель 1951 йыл) — ғалим-хирург-онколог. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан — дипломдан һуң белем биреү институтының онкология һәм патологик анатомия курсы менән хирургия һәм онкология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Республика клиник онкология диспансерында онкология клиникаһы, 2012 йылдан — БДМУ ның онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры; 2009 йылдан «Креативная онкология и хирургия» электрон журналының, 2017 йылдан «Креативная хирургия и онкология» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһы Онкологтар йәмғиәтенең почётлы президенты; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2018), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009). Почёт (2009) һәм Салауат Юлаев (2017) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шамил Хәнәфи улы Ганцев 1951 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһенән (атаһы — Хәнәфи Әлим улы Ганцев, 1916 йылда тыуған; әсәһе — Сәйҙә Хәнәфи ҡыҙы Йәнекәева, 1925 йылда тыуған) үҙенең тәүге егәрлелек һәм изгелек дәрестәре ала. 1968 йылда Өфө ҡалаһының 2-се урта мәктәбен миҙал менән тамамлай. Буласаҡ профессор Ш. Х. Ганцевтың ижади әүҙемлеге һәм ойоштороу таланты мәктәптә саҡта уҡ күренә: төрлө конкурстарҙа, математика, физика һәм химия буйынса олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша.
Мәктәпте тамамлап, һөнәр һайлау мәсьәләһе килеп баҫҡас, Ганцев Шамил Хәнәфи улына, һуңынан медицина фәндәре докторы, профессор, БДМУ-ның эске ауырыуҙар кафедраһы мөдире булып киткән өлкән апаһы Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы Ганцева (1948 йылда тыуған), Башҡорт медицина институты студенты ҙур йоғонто яһай.[1]
Профессиональ эшмәкәрлеге йылъяҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1968—1974: Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетында уҡый. Ш. Х. Ганцев хирургия һәм студенттарҙың хирургик ғилми түңәрәге-субординатор старостаһы була;
- 1974—1976: БДМИ госпиталь хирургия кафедраһында клиник ординатор;
- 1976—1978: Өфө ҡалаһының 6-сы дауаханаһында абдоминаль хирургия бүлеге хирургы;
- 1978—1986: БДМИ госпиталь хирургия кафедраһы ассистенты;
- 1982: «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай (Ҡаҙан). Темаһы: «Послеоперационная спаечная болезнь брюшины, обусловленная спайками большого сальника»;
- 1986—1989: БДМИ госпиталь хирургия кафедраһы доценты;
- 1989: «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай (. Н. А. Семашко исемендәге Мәскәү медицина стоматология институтында). Темаһы: «Оптимизация диагностики и хирургических методов лечения сочетанных заболеваний органов брюшной полости (клинико-экспериментальное исследование)»;[2]
- 1989 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем: Башҡорт дәүләт медицина институты/университетының онкология кафедраһы мөдире;
- 1991: «профессор» ғилми дәрәжәһе раҫлана;
- 1993 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем: Республика клиник онкология диспансерының онкология Клиникаһы директоры (Өфө);
- 2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем: БДМУ онкология фәнни-тикшеренеү институты директоры.
Клиник, ғилми һәм педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ш. Х. Ганцев — онкология буйынса юғары квалификация категорияһындағы табип. Профессор Ш. Х. Ганцевтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе һәм клиник практикаһы:
- Яман шеш метастазаһы барлыҡҡа килеү, инвазиялар, ҡорһаҡ ярыһы канцероматозы үҫеше, локаль микролимфоциркуляция, неолимфогенез, неолимфангиогенез, органдар төҙөлөшөнөң микроанатомик үҙенсәлектәре мәсьәләләрен тәрән өйрәнеү нигеҙендә, яман шеш ваҡытында лимфа биҙҙәренең «ҡарауыл» роле теорияларын камиллаштырыу;
- Болот технологияһы, иртә иммун-фермент диагностикалау ысулдары, тәмәкегә ҡаршы төрлө саралар ойоштороу нигеҙендә скрининг программалар төҙөү һәм индереү юлы менән яман шеште профилактикалауҙы камиллаштырыу;
- Һөт биҙе яман шешен, колоректаль (тура һәм йыуан эсәк шеше) яман шешен, ашҡаҙан рагын, канцероматозды хирургик һәм биотерапевтик дауалау ысулдарын камиллаштырыу;
- Яман шешкә ҡаршы яңы препараттар эшләү һәм апробация үткәреү, нанотехнологиялар нигеҙендә дарыу формаларын камиллаштырыу. Дауалау сараларын илтеү юлдарын һәм ысулдарын камиллаштырыу иҫәбенә фармакопрепараттарҙың биодоступность кимәлен (препараттың үҙләштерелеү һәләтен) күтәреү.
Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәйҙә юғары профессиональ медицина белем биреүҙе мәғлүмәтләштереү этабы профессор Ш. Х. Ганцев исеме менән бәйле. 2000 йылда ул Рәсәйҙең баш онкологы, Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы В. И. Чиссов менән берлектә, Башҡортостан кимәлендә (Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы) һәм Рәсәй Федерацияһының онкология буйынса Проблемалы уҡытыу-методик эштәре комиссияһы кимәлендә юғары баһа алған «Онкология» мультимедия дәреслеге нәшер итә, мультимедиялы пособиелар, онкология буйынса тестар сығара. Ш. Х. Ганцев, юғары өҫтәмә профессиональ белем биреү системаһы өсөн онкология профиле буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы медицина уҡыу баҫмалары иҫәбенә ингән бер нисә китап авторы булып тора. Ул «Онкология» дәреслеге авторы (2004 һәм 2006 йылдарҙа нәшер ителгән).
Профессор Ш. Х. Ганцев — «Онкология» дәреслеген (2010, 2013) һәм медицина юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн, Рәсәйҙең иң яҡшы атласы тип танылған онкология буйынса атлас (2008) төҙөүҙә академик И. М. Давыдовтың авторҙашы.
Бер нисә фундаменталь ғилми тикшеренеүҙәрҙен профессор Ш. Х. Ганцев сит ил коллегалары менән хеҙмәттәшлектә алып бара. Мәҫәлән, етәксеһе Шамил Хәнәфи улы булған «Создание нового метода лечения рака молочной железы на основе препаратов, полученных путем стимуляции и индукции неолимфангиогенеза» хеҙмәте «Сколково» инновацион үҙәген төҙөү проектында ҡатнашыусы статусын ала. Был эштә ҡатнашыусылар иҫәбенә профессор Мелоди Шварц (рак өлкәһендә эксперименталь тикшеренеүҙәр институты, Лозанна ҡалаһы, Швейцария), профессор Казуо Умезава (таргет медицинаның молекуляр скринингы Департаменты етәксеһе, Айчи медицина университеты, Токио, Япония) һәм профессор Дамир Хисматуллин (Тюлейн университеты, Яңы Орлеан ҡалаһы, АҠШ) инә[3].
Профессор Ш. Х. Ганцев тарафынан ойошторолған Башҡортостан Республикаһы онкологтарының фәнни-ғәмәли мәктәбе Рәсәй Федерацияһында иң абруйлыларҙың береһе. Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге йылдарында ул 17 фән докторы һәм 120-нән ашыу фән кандидаты әҙерләгән. Шамил Хәнәфи улы уҡыусылары араһында — профессорҙар И. Р. Рахматуллина, О. Н. Липатов, А. М. Ханов, С. В. Вырупаев (барыһы ла — Өфө), А. Г. Пухов (Силәбе), С. М. Демидов (Екатеринбург), П. Б. Зотов (Төмән). 1997—2012 йылдарҙа Ш. Х. Ганцев, Башҡорт дәүләт медицина университеты янындағы онкология буйынса диссертация советы рәйесе була.
Ш. Х. Ганцев — «Креативная хирургия и онкология» (ЮАК исемлегенә индерелгән) һәм электрон «Креативная хирургия и онкология» журналдарының баш мөхәррире, 15 медицина журналдарында мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы, улар араһында «Российский онкологический журнал», «Медицинский вестник Башкортостана», «Biomedicine & Pharmacotherapy» (ISSN 0753-3322, France), «Cancer Research Updates» (ISSN 1929—2279, Canada), «Oncology Research» (ISSN 0965-0407 [Print], 1555-3906 [Electronic], 0965-0407 [Linking], U.S.A.)) һәм башҡалар.
Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының этик комитеты, Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы фән буйынса совет, Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы тапшырыу буйынса Эксперт комиссияһы, Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ағзаһы.
Фәнни хеҙмәттәре араһында иң билдәлеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Профессор Ш. Х. Ганцев — Рәсәй Федерацияһында һәм сит илдә нәшер ителгән 900-ҙән ашыу фәнни эштәр авторы, Рәсәй Федерацияһының 60-тан ашыу уйлап табыуға патент эйәһе. Уның хеҙмәттәре араһында иң билдәлеһе:
Монографиялар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары[4]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Способ наложения илеоколостомы. Метод. рекомендации / Сост. Н. Г. Гатауллин, Ш. Х. Ганцев. Башк. мед. ин-т им. XV-летия ВЛКСМ; Уфа, Б. и., 1981.
- Диагностика и лечение заболеваний большого сальника / Н. Г. Гатауллин, Ш. Х. Ганцев, С. Н. Хунафин. Уфа, Башк. кн. изд-во, 1988. 90 с. ISBN 5-295-00181-4.
- Рак легкого. Учеб. пособие для студентов, курсантов ФУВП и практ. врачей / Ш. Х. Ганцев и др.. Башк. гос. мед. ун-т, Каф. онкологии с курсом ФУВП. Уфа, БГМУ, 1997. 66 с. ISBN 5-7247-0105-7.
- Бета-каротин в комплексном лечении злокачественных лимфом у детей и подростков / О. Н. Липатов, Ш. Х. Ганцев, Ф. Х. Камилов, А. М. Ханов. Уфа, Здравоохранение Башкортостана, 2002. 67 с.
- Рак и геологические формации / Ш. Х. Ганцев, В. Н. Ручкин, В. Ю. Фролова [и др.]. Уфа, 2002. 48 с. ISBN 5-8372-0047-9.
- Ассоциация онкологов Республики Башкортостан (Уфа). Сессия (2002; 6). Материалы шестой научной сессии Ассоциации онкологов Башкортостана / Редкол.: Ш. Х. Ганцев (гл. ред) и др. Уфа, Здравоохранение Башкортостана, 2002. 67 с. ISBN 5-8372-0063-0.
- Очерки о людях науки / Ш. Х. Ганцев. Уфа, 2002. 115 с. ISBN 5-85051-248-9.
- Рак легкого: Учеб. пособие для системы послевуз. проф. образования врачей / Ш. Х. Ганцев, М. Я. Назметдинов, М. А. Мустафин [и др.]. М., Мед. информ. агентство (МИА), 2003. 111 с. ISBN 5-85051-283-7.
- Гемореологические расстройства и их коррекция у онкологических больных / Ганцев Ш. Х., Карабанов Г. Н., Тимербулатов В. М. [и др.]. Уфа, Здравоохранение Башкортостана, 2003. 207 с. ISBN 5-8372-0070-3.
- Патология и морфологическая характеристика опухолевого роста. Учеб. пособие [Для системы послевуз. проф. образования врачей] / Ш. Х. Ганцев, Ш. М. Хуснутдинов. М., Мед. информ. агентство, 2003. 205 с. ISBN 5-85051-284-5.
- Рак молочной железы. Учеб. пособие для системы послевуз. проф. образования врачей / Ш. Х. Ганцев, А. М. Ханов, С. М. Демидов [и др.]. М., Мед. информ. агентство, 2004. 114 с. ISBN 5-85051-285-3.
- Рак ободочной и прямой кишки. Учеб. пособие для системы послевуз. проф. образования врачей / Ш. Х. Ганцев [и др.]. М., Мед. информ. агентство, 2004. 111 с. ISBN 5-85051-286-1.
- Онкология. Учеб. для студентов мед. вузов / Ш. Х. Ганцев. М., Мед. информ. агентство (МИА), 2004. 487 с. ISBN 5-89481-210-0.
- Амбулаторная онкология / Ганцев Ш. Х., Рахматуллина И. Р., Малышева Е. В. Уфа, Здравоохранение Башкортостана, 2005. 151 с. ISBN 5-8372-0131-9.
- Совершенствование диагностики грыж пищеводного отверстия диафрагмы в онкологической клинике / Ш. Х. Ганцев, Ю. Ю. Камалетдинова. Уфа, Новый стиль, 2006. 118 с. ISBN 5-94423-083-5.
- Онкология. Учеб. для студентов мед. вузов / Ш. Х. Ганцев. Москва, МИА, 2006. 484 с. ISBN 5-89481-418-9.
- TNM Атлас : иллюстрированное руководство по TNM классификации злокачественных опухолей / К. Виттекинд [и др.]; под ред. Ш. Х. Ганцева. Москва, Мед. информ. агентство (МИА), 2007. 407 с. ISBN 5-89481-358-1.
- Нестандартные операции в абдоминальной онкологии / Ш. Х. Ганцев, В. В. Плечев, К. Ш. Ганцев. Москва, Мед. информ. агентство, 2007. 286 с. ISBN 5-89481-541-X.
- Башкирский государственный медицинский университет. Кафедра онкологии с курсом ИПО. Материалы конференции аспирантов-онкологов / ГОУ ВПО «Башкирский гос. мед. ун-т Федерального агентства по здравоохранению и социальному развитию», Каф. онкологии с курсом ИПО ; [под ред. Ш. Х. Ганцева и др.]. Уфа, Здравоохранение Башкортостана, 2007. 55 с. ISBN 5-8372-0146-7.
- Онкология. Учебник для студентов, обучающихся в учреждениях высшего профессионального образования по специальностям 060101.65 «Лечебное дело», 060104.65 «Медико-профилактическое дело» и 060103.65 «Педиатрия» по дисциплине «Онкология» / М. И. Давыдов, Ш. Х. Ганцев. Москва, ГЭОТАР-Медиа, 2010. 912 с. ISBN 978-5-9704-1249-7. 2-е издание: Москва, ГЭОТАР-Медиа, 2013. 912 с. ISBN 978-5-9704-2719-4.
- Заболевания шейки матки. Руководство / Ганцев Ш. Х., Рахматуллина И. Р., Орлова Р. В., Валиева Н. Г.; под ред. Ш. Х. Ганцева. Москва, ГЭОТАР-Медиа, 2011. 154 c. ISBN 978-5-9704-1258-9. 2-е издание: Москва, ГЭОТАР-Медиа, 2014. 154 с. ISBN 978-5-9704-2984-6.
- Диагностика рака щитовидной железы / Ганцев Ш. Х., Давыдович, Габбасов А. Р. Уфа, ООО Медиа Группа «Здоровье», 2012. 132 с. 500 экз.4,5 п.л. Лично — 1,8 п.л.
- Амбулаторно-поликлиническая онкология [руководство для врачей] / Ш. Х. Ганцев [и др.]. Москва, ГЭОТАР-Медиа, 2012. 437 с. ISBN 978-5-9704-2058-4. 2-е издание: 2014. 437 с. ISBN 978-5-9704-2875-7.
- Мультиорганные операции в хирургии колоректального рака. / Ганцев Ш. Х., Парфенов А. Ю. Акад. наук Республики Башкортостан, Отд-ние мед. наук. Уфа, Изд-во «Гилем», 2012. 186 с. 200 экз. 10,9 п.л. Лично — 5,9 п.л. ISBN 978-5-7501-1351-4.
- Обоснование профилактики рака слизистой полости рта, языка, губы / Буляков Р. Т., Ш. Х. Ганцев, Гуляева О. А. Издательский дом «LAMBERT», 2012. 120 с. 100 экз. 4 п.л. Лично — 1,3 п.л.
- Предпосылки и пути совершенствования онкологической помощи (на примере Республики Башкортостан) / Ганцев Ш. Х., Кудряшова Л. Н., Габитова Д. М. Уфа, ООО Медиа Группа «Здоровье», 2013. 118 с. 300 экз. 4,1 п.л. Лично — 1,2 п.л.
- Рак желудка / Ш. Х. Ганцев, М. Д. Тер-Ованесов, И. Р. Рахматуллина, Д. Т. Арыбжанов. Акад. наук Республики Башкортостан, Отд-ние мед. наук. Уфа: Изд-во «Гилем», 2014. 304 с. 1000 экз. ISBN 978-5-88185-203-0.
- Рак молочной железы [руководство для врачей] / Ганцев Ш. Х., Рахматуллина И. Р. Галеев М. Г. и др.; под ред. Ш. Х. Ганцева. Москва, ГЭОТАР-Медиа, 2015. 119 с. 3000 экз. ISBN 978-5-9704-3293-8.
2011—2015 йылдарҙағы мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Спектрально-люминесцентное исследование кетоенольной таутомерии производных урацила и их комплексов с циклодекстринами. Часть 1. Комплексообразованиетаутомеров 5-фторурацила с β-циклодекстрином / М. В. Султанбаев, С. С. Остахов, С. Л. Хурсан, Ш. Х. Ганцев // Бутлеровские сообщения. — 2011. — № 5. — С. 101—104.
- Спектрально-люминесцентное исследование кетоенольной таутомерии производных урацила и их комплексов с циклодекстринами. Часть 2. Комплексообразованиетаутомеров 5-фторурацила с β-циклодекстрином / М. В. Султанбаев, С. С. Остахов, С. Л. Хурсан, Ш. Х. Ганцев // Бутлеровские сообщения. — 2011. — № 6. — С. 66-70.
- Коррекция нутритивного статуса с использованием жирных кислот омега-3 у больных распространенными формами рака органов пищеварения / Ш. Х. Ганцев, Ф. Х. Камилов, Л. Н. Кудряшова [и др.] // Креативная хирургия и онкология. — 2011. — № 3. — С. 19-25.
- Аутоиммунитет и рак. Новые подходы к ранней диагностике злокачественного роста / М. М. Дамиров, И. Н. Тютерева, Ш. Х. Ганцев [и др.] // Креативная хирургия и онкология. — 2011. — № 3. — С. 89-93.
- Тромбоэмболия легочной артерии: частота, причины и пути профилактики в онкологии / Ганцев Ш. Х., Каримов А. И., Огий И. И., Хуснутдинов Ш. М., Ишмуратова Р. Ш., Маматова Г. У., Самышина Е. А., Кзыргалин Ш. Р. / Креативная хирургия и онкология. — 2011. -№ 4. — С. 16-21.
- Обоснование объема мультиорганных операций при колоректальном раке / Ганцев Ш. Х., Хуснутдинов Ш. М., Парфенов А. Ю. /Креативная хирургия и онкология. — 2011. — № 1. — С. 4-11.
- Эффективность эндоскопических методов гемостаза при кровотечении портального генеза у больных циррозом печени / Абдурахманов Б. А., Ганцев Ш. Х., Kyлакеев O.K. / Анналы хирургической гепатологии. — 2011. — Т. 16. — № 3. — С. 65-71.
- Динамика изменения биохимического состава периферической лимфы при раке молочной железы / Ганцев Ш. Х., Султанбаев А. В., Ишмуратова Р. Ш., Фролова В. Ю., Кзыргалин Ш. Р. / Опухоли женской репродуктивной системы. — 2011. — № 4. — С. 37-42.
- Особенности проявления заболеваемости раком легкого среди мужского населения на территориях отличных по экологическим характеристикам / Кириллова Э. В., Ефимов Г. Е., Ганцев Ш. Х., Кайданек Т. В., Моисеенко Ю. И., Ручкин В. Н. / Медицинский альманах. — 2011. — № 5. — С. 99-104.
- Эмболизаиия селезеночной артерии в сочетании с миниинвазивными вмешательствами в лечении диуретикорезистентного асцита у больных циррозом печени / Абдурахманов Б. А., Ганцев Ш. Х., Кулакеев O.K. / Анналы хирургической гепатологии. — 2011. — Т. 16. — № 4. — С. 51-55.
- Способ профилактики метастазирования при диагностике и лечении меланомы кожи / Ганцев Ш. Х., Ишмуратова Р. Ш., Зайнуллин Ф. Ш., Фролова В. Ю. / Креативная хирургия и онкология. — 2011. — № 1. — С. 103.
- Анализ результатов стадирования рака молочной железы по критерию рNexvivo с использованием новых технологий / Ганцев Ш. Х., HorstmannR., Галеев М. Г., Ишмуратова Р. Ш., Фролова В. Ю., Хуснутдинов Ш. М., Турсуметов Д. С., Кзыргалин Ш. Р., Сулайманова Р. Т., Уразин Р. Р., Иванов Д. Е. / Креативная хирургия и онкология. — 2011. — № 3. — С. 4-9.
- Фоновые и предраковые заболевания шейки матки у нерожавших женщин, развившиеся после прерывания первой беременности медицинским абортом / Бадретдинова Ф. Ф., Ганцев Ш. Х., Трубин В. Б. / Здоровье семьи — 21 век. — 2012. — № 4. — С. 1.
- Возможности нового способа комбинированного лечения больных раком желудка / Ганцев Ш. Х., Арыбжанов Д. Т. / Медицинская наука и образование Урала. — 2012. — Т. 13. — № 2. — С. 93-96.
- Неолимфогенез и профиль экспрессии хемокинов при раке молочной железы / Ш. Х. Ганцев, А. Г. Пухов, Э. К. Хуснутдинова и др. // Креативная хирургия и онкология. — 2012. — № 1. — С. 4-9.
- Ингибирование клеточной инвазии и индуцированиеаноикоза в клетках меланомы у мышей при помощи противовоспалительного препарата DTCM-глутаримида / А. Канеда, Ш. Х. Ганцев, К. Умезава // Креативная хирургия и онкология. — 2012. — № 3. — С. 4-9.
- Логистика лимфогенного метастазирования при раке молочной железы / Ганцев Ш. Х., Умезава К., Султанбаев А. В., Ишмуратова Р. Ш., Фролова В. Ю., Ахметов А. Т., Фазлыева Э. А., Кзыргалин Ш. Р. / Креативная хирургия и онкология. — 2012. — № 2. — С. 10.
- Вторичная профилактика рака шейки матки путем разработки и реализации системы оптимизации диагностических и лечебно-реабилитационных мероприятий при фоновых и предраковых заболеваниях шейки матки / Бадретдинова Ф. Ф., Ганцев Ш. Х., Трубин В. Б. / Опухоли женской репродуктивной системы. — 2012. № 3-4. — С. 133—139.
- Онкология: стратегия развития Ганцев Ш. Х. / Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2012. — Т. 17. — № 3. — С. 24-27.
- Комбинация миниинвазивных технологий с превентивной реконструкцией гепатопортальной гемодинамики в лечении диуретикорезистентного асцита у больных циррозом печени/ Ганцев Ш. Х., Абдурахманов Б. А. / Паллиативная медицина и реабилитация. — 2013. — № 3. — С. 16-19.
- Применение комплексной системы лечебно — реабилитационных мероприятий у женщин с акушерскими травмами шейки матки при первых родах / Бадретдинова Ф. Ф., Ганцев Ш. Х., Трубин В. Б. / Уральский медицинский журнал. — 2013. — № 3 (108). — С. 101—105.
- Влияние реализованного перитуморального постнатального индуцированного неолимфангиогенеза на выживаемость при раке молочной железы / Ганцев Ш. Х., Кзыргалин Ш. Р., Ишмуратова Р. Ш., Турсуметов Д. С. / Онкология. Журнал им. П. А. Герцена. — 2014. — Т. 2. — № 5. — С. 16-20.
- Особенности липидного спектра сыворотки крови у работников предприятий химического комплекса / Ш. Х. Ганцев, Г. Г. Бадамшина, Г. В. Тимашева, Л. К. Каримова, А. Э. Бакирова // Общественное здоровье и здравоохранение. — 2014. — № 1. — С. 41-46.
- Обоснование и основные принципы мультидисциплинарного подхода в онкологии / Ганцев Ш. Х., Рахматуллина И. Р. / Практическая онкология. — 2015. — Т. 16. — № 2. — С. 39-43.
2011—2015 йылдарҙағы асыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Способ моделирования цирроза печени с синдромом портальной гипертензии. Патент на изобретение № 2410762, зарегистрирован 27.01.2011 г. Соавторы: Абдурахманов Б. А., Арыбжанов Д. Т.
- Способ портокавального шунтирования при циррозе печени с синдромом портальной гипертензии. Патент на изобретение № 2410038, зарегистрирован 27.01.2011 г. Соавторы: Абдурахманов Б. А., Абдулова А. Р.
- Способ локальной химиотерапии метастазов в печень. Патент на изобретение № 2411018, зарегистрирован 10.02.2011 г. Соавторы: Ишмуратова Р. Ш., Ганцев К. Ш., Лиходед В. А., Аюпов Р. Т., Сулейманов Н. М. и др.
- Способ реабилитации больных раком молочной железы (варианты). Патент на изобретение № 2413526, зарегистрирован 10.03.2011 г. Соавторы: Ганцева Н. Р., Кудашкина Н. В., Рахматуллина И. Р.
- Способ моделирования неолимфогенеза в эксперименте. Патент на изобретение № 2422914, зарегистрирован 27.06.2011 г.
- Способ местного пролонгированного химиотерапевтического лечения местнораспространенного нерезектабельного железистого рака органов малого таза. Патент на изобретение № 2437660, зарегистрирован 27.12.2011 г. Соавторы: Хамитова Г. В., Аюпов Р. Т., Ишмуратова Р. Ш. и др.
- Инъекционный растворитель пролонгированного действия для приготовления средств, применяемых при лечении гинекологических заболеваний в области онкологии. Патент на изобретение № 2438653, зарегистрирован 10.01.2012 г. Соавторы: Шикова Ю. В., Лиходед В. А., Хамитова Г. В. и др.
- Средство для лечения онкологических заболеваний женской половой сферы с 5-фторурацилом и метронидазолом. Патент на изобретение № 2445097, зарегистрирован 20.03.2012 г. Соавторы: Шикова Ю. В., Лиходед В. А., Ишмуратова Р. Ш., Хамитова Г. В. и др.
- Способ местного пролонгированного химиотерапевтического лечения местнораспространенного нерезектабельного железистого рака органов пищеварения. Патент на изобретение № 2460530, зарегистрирован 10.09.2012 г. Хамитова Г. В., Аюпов Р. Т., Ишмуратова Р. Ш. и др.
- Способ определения радикальности операции при раке кожи. Патент на изобретение № 2465587, зарегистрирован 27.10.2012 г. Соавторы: Ишмуратова Р. Ш.,Султанбаев А. В., Турсуметов Д. В., Уразин Р. Р.
- Биоматериал и средство с биоматериалом, стимулирующее противоопухолевую активность. Патент на изобретение № 2526160, зарегистрирован 25.06.2013 г., публикация патента: 20.08.2014 г. Авторы Ганцев Ш. Х., Шикова Ю. В., Амиров Р. А., Кзыргалин Ш. Р.
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2008: Почёт ордены — өлгәшелгән уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн;[5]
- 2002: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре — эшмәкәрлегендә фәнни хеҙмәттәре өсөн;[6]
- 1995: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре — медицина фәндәре өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн;[7]
- 2009: Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы — «Научно-технические основы информатизации высшего профессионального (медицинского) образования в Республике Башкортостан» хеҙмәте өсөн;[8]
- 2009: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (медицина фәндәре бүлексәһе буйынса);
- 2009: Рәсәй тәбиғәт академияһы ағза-корреспонденты;
- 2008: «Изге эштәр» номинацияһында «Беҙҙең заман геройы» телевизион йәмәғәт премияһы («Бөтә Өфө» телеканалы һәм Өфө ҡалаһы ҡала хакимиәте менән берлектә ойошторолған).[9]
Профессор Ш. Х. Ганцев РАЕ «Labore et Scientia» («Трудом и Знанием») ордены, «Рәсәй профессионалы», «Медицинаны һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн», «Батырлыҡ һәм гуманизм өсөн» миҙалдары, Рәсәй паллиатив ярҙам фондының «Ғилми мәктәп булдырған өсөн» дипломы менән бүләкләнде.
Ижтимағи эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1992—2012: Башҡортостан Республикаһы онкологтар ассоциацияһы президенты;
- 2012: Башҡортостан Республикаһы онкологтары йәмғиәте рәйесе;
- 2007 йылдан алып: Яман шешкә ҡаршы хәйриә фонды ойоштора;
- 2011 йылдан алып: Башҡортостан Республиканың Медицина Лигаһы президенты;
- 2012: «Превентив медицина» профессиональ берләшмә проектының лидеры һәм инициаторы;
- 2013 йылдан алып: Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2015 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары;
- 2014 йылдан алып: Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының фән һәм мәғарифты үҫтереү буйынса комиссия ағзаһы.
«Сколково» Технопаркы йәмғиәт фәнни-техник советы рәйесе. Волга буйы федераль округында граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Йәмәғәтселек советы ағзаһы. 2013 йылдың июнендә Ш. Х. Ганцев Мәскәүҙә "Халыҡ фронты «Рәсәй өсөн» (халыҡ фронты йәмғиәте) Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең ойоштороу съезында Башҡортостан Республикаһы делегаты сифатында ҡатнаша.
Ғаилә ялы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шамил Хәнәфи улы һәм ҡатыны Резеда Наил ҡыҙы ике бала тәрбиәләп үҫтергән, улар табип ғаилә традицияларын лайыҡлы дауам итә, һөнәри эшмәкәрлектәрендә ҙур уңыштарға өлгәшә. Улы, Ганцев Камил Шамил улы (1975 йылда тыуған),[10] — медицина фәндәре докторы,[11],, табип-онколог. Ҡыҙы, Ишмуратова Рената Шамил ҡыҙы[12] — медицина фәндәре кандидаты,[13] табип-онколог. БДМУ Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр. Шамил Хәнәфи улының алты ейәне бар: Ришат, Искәндәр, Аделия, Алһыу, Ғәбделкәрим, Тимур.
Шамил Хәнәфи улы оҙаҡ ваҡыт тарих һәм мәҙәниәт менән бәйле әйберҙәр коллекцияһы йыйыу менән шөғөлләнә. Бала сағынан маркалар йыя, ә беренсе кластан алып фотоға төшөр. Бөгөн уның бер нисә ҙур коллекцияһы: фотоаппараттар, сәғәттәр (улар араһында, мәҫәлән, Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙа ҡатнашҡан матростың ҙур хронометры), фарфорҙан, металдан, быяланан, ағастан бер нисә йөҙ ҡыңғырауы бар. Хәҙерге заман спорт атрибутикаһы коллекцияһына ҙур чемпионаттарҙың футбол тубы ла индерелгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Очерки истории кафедры госпитальной хирургии (к 70-летию организации кафедры) 2018 йыл 4 июнь архивланған. / Н. Г. Гатауллин. — Уфа, 2007. — Публикация на сайте Ассоциации хирургов Республики Башкортостан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ганцев Шамиль Ханафиевич. К 60-летию со дня рождения. 2016 йыл 30 май архивланған. — Статья на сайте журнала «Поволжский онкологический вестник», № 1, 2011;
- ↑ Ганцев, Шамиль Ханафиевич. Оптимизация диагностики и хирургических методов лечения сочетанных заболеваний органов брюшной полости (клинико-экспериментальное исследование). Автореферат дис. … доктора медицинских наук : 14.00.27 — хирургия. — Моск. мед. стоматол. ин-т им. Н. А. Семашко. Москва, 1989. — 35 с.;
- ↑ Разработка ученых Башкортостана получила статус участника проекта создания и обеспечения функционирования инновационного центра «Сколково». Публикация на официальном сайте Академии наук РБ, 2 ноября 2012;
- ↑ Электронный каталог Российской государственной библиотеки;
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29 апреля 2008 г. № 623 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»;
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 сентября 2002 г. № 1023 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»;
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 14 июня 1995 г. № УП-356 2016 йыл 27 апрель архивланған. «О присвоении почётного звания „Заслуженный деятель науки Республики Башкортостан“ работникам Башкирского государственного медицинского института»;
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 25 сентября 2009 г. № УП-554 2016 йыл 9 май архивланған. «О присуждении Государственных премий Республики Башкортостан 2009 года в области науки и техники»;
- ↑ В Уфе прошла юбилейная церемония вручения премии «Герой нашего времени — 2008». Статья на сайте «Горобзор», 27.10.2008;
- ↑ Ганцев Камиль Шамилевич(недоступная ссылка) в Башкирской энциклопедии;
- ↑ Ганцев Камиль Шамилевич. Улучшение результатов нестандартных операций в абдоминальной онкологии. 14.00.27 — хирургия, 14.00.14 — онкология. Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора медицинских наук. Уфа, 2005;
- ↑ Ишмуратова Рената Шамилевна в Энциклопедии «Известные учёные»;
- ↑ Ишмуратова Рената Шамилевна. Клиническое прогнозирование и возможности профилактики рецидивов у больных раком ободочной кишки. 14.00.14 — онкология. Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата медицинских наук. Уфа, 2005.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ганцев Шамил Хәнәфи улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2021)
- Ганцев Шамиль Ханафиевич на сайте «Кто есть кто в Республике Башкортостан»;
- Ганцев Шамиль Ханяфиевич на официальном сайте Академии наук Республики Башкортостан;
- Ксения Лаптева. Профессор Ганцев: «Когда я вижу объявления „Лечу рак“, чуть не плачу». Интервью на сайте МКС (Медиакорсеть), 24.05.2009;
- Известный онколог из Башкирии Шамиль Ганцев: «Следующим поколениям будет легче бороться с раком». Интервью на сайте газеты «Комсомольская правда», 18 марта 2013;
- Биктимир Абдрашитов. Шамиль Ганцев: «Врачей на работу нужно брать по конкурсу». Интервью на сайте proufu.ru, 04.07.2013;
- В Уфе директор НИИ онкологии БГМУ Шамиль Ганцев предложил принимать врачей на работу по конкурсу. Интервью на сайте РИА «Башкирия», 19 февраля 2014. Видео;
- Шамиль Ганцев. Интервью ИА «Башинформ», 26 декабря 2014 г. Видео;
- Большая страна. Профессор Ш. Х. Ганцев. Интервью телекомпании ОТР, 2 февраля 2015 г. Видео;
- Вести. Интервью — Шамиль Ганцев, завкафедрой онкологии БГМУ, член Общественной палаты России. Телеканал «Россия-24» — «Башкортостан», 22 сентября 2015. Видео.
- 19 апрелдә тыуғандар
- 1951 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Почёт ордены кавалерҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәйҙең уйлап табыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- СССР хирургтары