Эстәлеккә күсергә

Гарри Гудини

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гарри Гудини
ингл. Harry Houdini
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Австро-Венгрия
 Америка Ҡушма Штаттары[2]
Тыуған ваҡыттағы исеме мадьярса  Erik Weisz
Тыуған көнө 24 март 1874({{padleft:1874|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1][3][4][…]
Тыуған урыны Будапешт, Австро-Венгрия
Вафат булған көнө 31 октябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1][3][4][…] (52 йәш)
Вафат булған урыны Детройт, Мичиган[d], Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе аппендицит[d] һәм перитонит[d]
Ерләнгән урыны Machpelah Cemetery[d]
Атаһы Rabbi Samuel Mayer Weisz[d][5]
Әсәһе Cecilia Steiner[d][5]
Хәләл ефете Бесс Гудини[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө актёр, исполнитель, лётчик, фәлсәфәсе, кинопродюсер, тарихсы, фокусник, каскадёр, кинорежиссёр, артист побега, иллюзионист, сценарий яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө фокусник[d] һәм эскейпология[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1926
Архивы хранятся в Центр Гарри Рэнсома[d][6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Телгә алынған хеҙмәттәр Гудини (мини-сериал)[d]
Тасуирлау биттәре archive.nytimes.com/www.…
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7]
 Гарри Гудини Викимилектә

Га́рри Гуди́ни (ингл. Harry Houdini, ысын исеме Э́рик Вайс (мадьярса  Weisz Erik; 24 март 1874 йыл — 31 октябрь 1926 йыл) — Америка иллюзионисы, филантроп һәм актёр. Шарлатандарҙы фаш итеүе[8] һәм ҡасыу һәм иреккә сығыуҙар менән бәйле ҡатмарлы трюктары менән дан ҡаҙана[9][10].

Документтарҙа раҫланыуынса, Гудини Будапешта раввин ғаиләһендә тыуған, әммә ул үҙе, Американың Висконсин[11] штатында тыуғанмын, тип раҫлай. Уның ата- әсәһе АҠШ-ҡа 1878 йылдың 3 июлендә, Эрикҡа 4 йәш булғанда күсеп килә. Тәүҙә уларҙыҙың ғаиләһе Эпплтонда (Висконсин штаты) йәшәй башлай, атаһы — Меер Сэмюэл (Шамуэль) Вайс (1829—1892) — реформистар синагогаһында Zion Reform Jewish Congregation (Сиона реформист йәһүд ойошмаһы) раввин посын ала. 1887 йылда Гудини атаһы менән Нью-Йоркҡа күсенә, тиҙҙән артистың әсәһе Сесилия (Цецилия) Штайнер (1841—1913) һәм алты ҡустыһы менән һеңлеләре лә килеп ҡушыла. Ғаиләләлә иҙиш, немец һәм венгр телдәрендә һөйләшәләр.

Вайс 10 йәшенән күңел асыу йорттарында кеше алдында кәрт фокустарын күрһәтә башлай. 1892 йылда француз фокуснигы Робер-Уден (уның фамилияһын француз теле ҡағиҙәләре буйынса түгел, ә инглиз теле ҡағиҙәләре буйынса уҡый) хөрмәтенә Гудини псевдонимын ала. Аҙағыраҡ фамилияһына Гарри Келлар хөрмәтенә Гарри исеме өҫтәлә. Әммә яҡындарының әйтеүенсә, бала саҡтан уҡ дуҫтары уны Эри (Ehrie) йәки Гарри (Harry) тип атай.[сығанаҡ 2573  көн күрһәтелмәгән]

Тәүҙә ҡустыһы менән АҠШ буйлап гастролдә йөрөй. Гудиниҙың башланғыс карьераһында ҡул бығауынан ҡотолоу һәм һыу тултырылған һыйымдан сығыу кеүек номерҙар киң ҡулланыла. Реклама маҡсаттарында ул күмәк кеше алдында эффектлы трюктар башҡара. Шулай, бер тапҡыр ул тоҡ эсенә һалынып үтә бейек күп ҡатлы йорттоң кәрнизенә эленеп ҡуйыла, унан уңышлы килеп сығып ергә төшә. Икенсе тапҡырында ул күп һандағы тамашасыларҙың күҙ алдында кирбес стена аша үтә сыға. 1903 йылда ҡулдарына бығау, аяҡтарына 30 килограмлы шар беркетелгән бығау тағылған килеш күперҙән Темзаға ташлайҙар, ләкин бер нисә минуттан ул ҡулдарына тотҡан бығауҙарын болғой-болғай һыу өҫтөнә килеп сыға. 1900 йылда Европа буйлап үткәргән турында Гудини «Тере филдең юҡҡа сығыуы» тип аталған номеры менән Лондонды шаҡ ҡатыра, был филде ул 1918 йылда Нью-Йорк ипподромында тамашасы алдына сығарып ҡуя.

1903 йылдың йәйендә Мәскәүҙә Эрмитаждың йәйге баҡсаһының асыҡ һауалағы сәхнәһендә Гудиниҙы тотҡондар каретаһына бикләйҙәр, ул тамамшасыларҙың күҙ алдында унан сығыу мөмкинлеген таба[12]. 1908 йылда Рәсәй буйлап гастролдәр ваҡытында Бутыр төрмәһе һәм Петропавловск крепосының үлемгә хөкөм ителгәндәр камераһынан иреккә сыға алыуын күрһәтә. Маг Вашингтон төрмәләрендә лә сығыш яһай. «Боронғо магтарҙан беҙҙең көндәр иллюзионистарына тиклем» китабы авторҙары был трюкты түбәндәгесә һүрәтләй: «Тотҡон кейеме кейеп, төрмә камераһына бикләнгәндән һуң ике минут үткәс, ул килеп сыҡты, күрше камералар ишектәрен асты, шаяртыу өсөн хатта тотҡондарҙы урындары менән алмаштырған булған. Шунан гардероб бүлмәһенә үтә һәм шунда бикләнә, ун биш минуттан ул үҙ кейемен кейгән килеш ҡарауылсылар бүлмәһенә килеп инә»[13].

Олоғая килә Гудиниға трюктар ҡуйыу һыйынлаша бара. Уңышлы сығыштарҙан һуң да ул хәстәханаларға эләгер була. 1910 йылдан ул киноға төшә башлай. Шул уҡ йылда залп тауышы яңғырағанға тиклем иҫәпле генә секундта пушка көбәгенән ҡотолоп сыға. Авиация менән ҡыҙыҡһынып, ул биплан һатып ала һәм, тарихта беренсе булып, Австралия өҫтөнән осоп үтә. Ул шулай уҡ элекке президент Теодор Рузвельт менән дуҫлаша. Гудини Американың махсус хеҙмәттәре һәм Скотленд-Ярды менән бәйле, тигән имеш-мимештәр ҙә йөрөй.

Даны ныҡ күтәрелгән осорҙа Гудини ғәләмәт күп аҡса эшләй. 1920-се йылдарҙа гәзиттәр уның хеҙмәт хаҡы АҠШ президентының хеҙмәт хаҡынан ике тапҡырға күберәк, тип тә яҙа. Әммә атаһы һымаҡ ярлылыҡта вафат булыуынан ул бик ҡурҡа. Гудини бөтөнләй аҡса тота белмәй: ул һәр центты һаҡларға тырыша һәм шул уҡ ваҡытта картиналар һәм китаптар өсөн ғәләмәт күп аҡса сарыф итә. Ҡарттарға аҡса чектары ебәреп тора, хәйерсе-ярлыларға хәйер тарата, хәстәханаларҙа, балалар йорттарында һәм хатта төрмәләрҙә хәйриә концерттарын ҡуя.

Гудини 1923 йылдың 17 июлендә Нью-Йорктың 568-се «St. Cecile» ложаһында масонлыҡҡа ҡабул ителә. Тиҙ арала (1923 йылдың 31 июлендә) мастер ярҙамсыһы титулы бирелә, һәм шул уҡ йылдың 21 авгусында мастер-масон титулын ала[14].

Гудиниҙы ул йылдарҙа популяр булған спиритизм йоғонтоһо аҫтында күп кенә иллюзионистарҙың үҙ трюктарын теге донъя көстәре менән аралашыу итеп күрһәтергә тырышыуҙары борсой. Шарлатандарҙы фашлау өсөн штатский кейемдәге констебль менән бергә Гудини йәшерен рәүештә спиритик сеанстарға йөрөй һәм үҙ маҡсатына өлгәшә. Шунлыҡтан үҙенең күптәнге дуҫы Артур Конан Дойл менән аралары боҙола, Артур Конан Дойл спиритизмға бик ышана һәм Гудиниҙы бик көслө медиум тип иҫәпләгән була.

Монреалдә гастролдәр ваҡытында Гуданиҙың гримеркаһына өс студент килеп инә, уларҙың береһе, Гордон Уайтхед, колледждың бокс буйынса чемпионы була. Ул Гудиниҙан, ысынлап та, ул эсенә бер нисә тапҡыр ҡаты итеп һуғыуға сыҙай аламы, тип һорай. Гудини, үҙ уйҙарына күмелеп, һорауға иғтибар итмәй, башын һелкә, һәм студент ҡапыл артистың эсенә ике-өс тапҡыр ҡаты итеп һуға. Гудини уны саҡ туҡтатып: «Көтөп тороғоҙ, миңә әҙерләнергә кәрәк», — ти, шунан һуң пресын ҡатырып — «Бына хәҙер һуға алаһығыҙ», — ти. Студент бер-ике тапҡыр һуғып ҡарай, әммә тимер прессҡа тап булып туҡтай. Бер нисә көн Гарри эсендәге ауыртыуға иғтибар итмәй. Детройттағы сығышы ваҡытында иллюзионист сәхнәлә йығыла, һәм уны хәстәханаға һалырға тура килә. Студент һуҡҡанда Гудиниҙың аппендиксы шартлай, һөҙөмтәлә перитонит барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,1926 йылда антибиотик булмай, табиптар тиҙ арала үләсәген фаразлай, ләкин иллюзионист бер нисә көн буйы тере ҡала. 1926 йылдың 31 октябрендә Гарри Гудини Детройтта үлә, уның кәүҙәһе Нью-Йоркҡа килтерелә һәм трюктары өсөн файҙаланылған бронза тартмала ерләнә. Ерләгәндән һуң фокуссыны уның данынан көнләшеүселәр ағыулағандар, тигән нигеҙһеҙ имеш-мимеш тарала. Гудиниҙың туғаны Джордж Хардин (анг. George Hardeen) 2007 йылда Гудиниҙың кәүҙәһен эксгумацияларға теләй, уның атаҡлы туғаны алдан уйланылған заговор ҡорбаны һәм, ысынлап та, уны ағыулап үлтергәндәр, тип иҫәпләй[15] Гудиниҙы үлемгә килтергән һуғыуҙы үтәгән студенҡа бер ни ҙә булмай[16]

Гудиниҙың тыуыуына 100 йыл (1974 йылдың 6 апреле, тип бьилдәләнелә, сөнки иллюзионистың тыуған урыны һәм тыуыу датаһы төрлөсә атала) тулғас, уның трюктарының серҙәрен аса торған васыят халыҡҡа еткерелергә тейеш була. Күп кенә гәзиттәр был васыят тексын баҫтырып сығарыу өсөн беренсе биттәрендә урындар ҡалдырған була. Ләкин аталған көндә лә, унан һуңғы башҡа көндәрҙә лә бер генә нотариаль контора йәки нотариус та шундай васыяттың булыуы тураһында иғлан итмәй. Был хәлде лә шаяртып «Гудиниҙың һуңғы фокусы» тип атайҙар.

Гарри Гудини премияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда Рәсәйҙә Гарри Гудини исемендәге премия булдырыла. Был йәмәғәтселек иғтибарын паранормаль күренештәрҙең һәм ғәҙәттән тыш һәләтлектең булыуы тураһындағы хәбәрҙәрҙе тәнҡит күҙлегенән сығып ҡабул итмәүгә йүнәлтеү өсөн эшләнә.

Гудини — Э. Л. Доктороуҙың «Рэгтайм» бестселлеры геройҙарының береһе, китапты 1975 йылда Василий Аксёнов урыҫ теленә тәржемә итә. В 1998 йылда роман буйынса мюзикл ҡуйыла, унда Гудини икенсе пландағы персонаж була.

  1. 1953 — «Гудини» (Гудини ролендә: Тони Кёртис)
  2. 1976 — «Великий Гудини» (Гудини ролендә: Пол Майкл Глейзер)
  3. 1987 — «Молодой Гарри Гудини» (Гудини ролендә: Уил Уитон)
  4. 1998 — «Гудини» (Гудини ролендә: Джонатон Шэк)
  5. 2007 — «Смертельный номер» (Гудини: Гай Пирс)
  6. 2008 — «Чудеса Гудини» (в роли Гудини ролендә: Эрнест Боргнайн)
  7. 2014 — «Гудини» (Гудини ролендә: Эдриен Броуди)
  8. 2016 — «Гудини и Дойл» (Гудини ролендә: Майкл Уэстон)
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. LIBRISНациональная библиотека Швеции, 2007.
  3. 3,0 3,1 Harry Houdini // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 4,0 4,1 Harry Houdini // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  6. https://norman.hrc.utexas.edu/fasearch/findingAid.cfm?eadid=01275
  7. https://data.performing-arts.ch/a/a2dba606-a9f2-48a1-a45e-b87dc8c8a5b2 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  8. DreamWorks снимет фильм ужасов о Гарри Гудини и Артуре Конан Дойле. vesti.ru. Дата обращения: 28 март 2016. 2016 йыл 26 март архивланған.
  9. В Тбилиси повторен фокус знаменитого Гарри Гудини. Первый канал. Дата обращения: 28 март 2016.
  10. Волшебник Гудини
  11. Волшебник Гудини
  12. Новости дня, 29 июля 1903 г.
  13. Вадимов А. А., Тривас М. А. От магов древности до иллюзионистов наших дней. М., 1979. Стр. 126.
  14. Trevor W. McKeown. Harry Houdini. Дата обращения: 28 март 2016.
  15. Родственники Гудини говорят о отравлении иллюзиониста
  16. Смерь Гарри Гудини от рук поклонника