Гвардия урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гвардия урамы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Почта индексы 450069

Гвардия[1] — Өфө ҡалаһы Калинин районы Шаҡша микрорайонының магистраль урамы[2][3]. М-5 «Урал» трассаһына ике яҡтан сыға.

Почта индексы — 450069. ОКАТО коды — 80401370000. КЛАДР ID — 02000001000132300

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаҡша ҡасабаһы Өфөгә ҡушылмаҫ элек Чапаев урамы тип аталған. Өфөгә ҡушылғас, ҡасабаның үҙәк урамының исеме үҙгәртелә, сөнки бер ҡалала (Өфөлә) бер үк исем менән ике урам эйә була алмай.

2013 йылда йөрөй торған өлөштө 15 метрға тиклем киңәйтеү һәм тротуарҙың киңлеге 3 метрға еткереү буйынса эштәр башлана.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҙар ҡаршыһында, ҡасаба советы урынлашҡан ерҙә, Ленин һәйкәле торған, аҙаҡ мәңгелек ут менән гвардиясылар стелаһы булған. Хәҙер ташландыҡ хәлдә.

Балсыҡ карьерҙары эштәрендә урам эргәһендә күлдәр — карьерҙар булған. Береһе хәҙер күмелгән, икенсеһен үлән баҫҡан.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Легендаға ярашлы, Шаҡша музейы директорының урындағы йәшәүсенән яҙып алып ҡалған мәғлүмәттәре буйынса, урамдың атамаһы Граждандар һуғышы иҫтәлектәре менән бәйле булыуы мөмкин, ул саҡта Шаҡша аша Өфөгә Чапаев дивизияһының яугирҙары йырып сыға (РККА-ның Өфө операцияһы, 1919 йыл).

Федераль һалым инспекцияһы хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һалым органдары коды:0273

Рәсәй Федерацияһының министрлығы инспекцияһы Рәсәйҙең һалымдар һәм йыйымдар буйынса Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса;

Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса Федераль һалым хеҙмәте инспекцияһы;

Башҡортостан Республикаһының район-ара 31-се һанлы Федераль һалым хеҙмәте инспекцияһы.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Автобус — 35к, 59э, маршрут таксиҙары 221к, 291, 299, 300, 71

Предприятие[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

39-сы һанлы йорт— «Балтика» һыра компанияһы (элекке керамика заводы).

43а һанлы йорт —35-се һанлы янғын һүндереү часы

57-се һанлы йорт — «Сигма» склад комплексы

57 -се һанлы йорт — «Камаз» автоүҙәге

Күп һанлы магазиндар, шул иҫәптән селтәрле магазиндар, баҙарҙар һ. б.

Мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

46/2 һанлы йорт — 28-се һанлы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе

Спорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

58/5 һанлы йорт— «Юлаевсы» спорт комплексы

2014 йылдың 24-26 октябрендә бында Рәсәй беренселегенә егеттәр һым өлкән йәштәгеләр араһында шорт-трек буйынса ярыштар үтте.

Дини учреждениелар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

54а — һанлы йортта мәсет һәм мосолман дини ойошмаһы урынлашҡан.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гафиева, Г. Остановки нашего города [Текст] /Г. Гафиева // Уфимские ведомости. — 2011. — 5 мая. — С.20.

Малый уголок на карте Уфы: Шакша : библиогр. пособие [Текст] / сост. Н. А. Чистоступова. — Уфа: МБУ ЦСМБ: Библиотека № 46, 2012. — 78с. : ил.

Соловьев, В. Улицы нашего города [Текст] /В.Соловьев //Уфимские ведомости. — 2006. — 16 марта. — С.8.

Уфа. Улицы нашего города [Текст] /ред. Г. Ишмухаметова. — Уфа: Информреклама, 2011. — 250с. : ил.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Список наименований улиц городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Архивировано 6 июнь 2012 года. 2013 йыл 19 сентябрь архивланған.
  2. В Уфе продолжается ремонт улиц Гвардейской и Комсомольской — UfacityNews.ru
  3. http://www.ufatime.ru/news/v-shakshe-rasshiryat-ulitsyi-i-otremontiruyut-dorogi/(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

на Викимапии