Эстәлеккә күсергә

Гилева Наталья Георгиевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гилева Наталья Георгиевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 февраль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик
Эш урыны Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Гилева Наталья Георгиевна (26 февраль 1956 йыл) — ғалим-химик. 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Органик химия институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2008 йылдарҙа поликонденсация төркөмө етәксеһе. Химия фәндәре докторы (2011).

Наталья Георгиевна Гилева 1956 йылдың 26 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Органик химия институтында эшләй: 1990 йылдан алып — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2008 йылдарҙа поликонденсация төркөмө етәксеһе. Докторлыҡ диссертацияһын 2011 йылда «Синтез сополиариленфталидов по реакции электрофильного замещения и их свойства» темаһы буйынса яҡлай[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре күләмле циклик тармаҡлы полиариленфталидтар һәм поликетондарҙы тикшереүгә арналған. Н. Г. Гилева тарафынан юғары физик-механик, электрофизик үҙенсәлекле гомо-һәм сополиариленфталидтарҙы, фталидкетондарҙы йүнәлешле синтезлау ысулдары эшләнә.

70-тән ашыу фәнни хеҙмәт[2], бер уйлап табыу авторы.