Глебова Надежда Николаевна
Глебова Надежда Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Башҡорт АССР-ы |
Тыуған көнө | 5 июнь 1925 |
Тыуған урыны |
СССР Рәсәй Кушнаренко районы |
Вафат булған көнө | 2015 |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | акушер, гинеколог |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Глебова Надежда Николаевна (5 июнь 1925 йыл — 2015 йыл) — ғалим, акушер-гинеколог. Медицина фәндәре докторы (1977), профессор (1979). БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1972), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Надежда Николаевна Глебова 1925 йылдың 5 июнендә БАССР-ҙың Өфө кантоны Топорнин ауылында, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Кушнаренко ауылында тыуа. 1947 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1950 йылдан алып БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, 1950-1951 йылдарҙа БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бала табыуға ярҙам буйынса инспекторы булып эшләй. 1952—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй[1].
1976 йылда Надежда Николаевна медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Научные основы специализированной помощи больных при опущении и выпадении внутренних половых органов» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
8-се дауахана ҡарамағында профессор Надежда Николаевна Глебова етәкселегендә 1979 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡорт дәүләт медицина университеты юғары профессиональ белем биреү учреждениеһының 2-се акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы ойошторола. Кафедраны 1990 йылға тиклем етәкләй[2]. Профессор Н.Н.Глебова етәкселегендәге клиник базала яңы хирургик технологиялар индерелә. 27 медицина фәндәре кандидаты әҙерләнгән[3].
Төп эшенән тыш Надежда Николаевна «Белем» йәмғиәтенең бала тапҡандан һуңғы инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау, енси тәрбиә биреү, енси тормош гигиенаһы проблемалары буйынса әүҙем лекторы була[4].
Н.Н.Глебова 2015 йылда Өфөлә вафат була. Көньяҡ зыяратта ерләнә.
Фәнни тикшеренеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп фәнни тикшеренеүҙәре патологик йөклөлөк, бала табыу һәм хирургик дауалауҙар кисереү менән бәйле реабилитациялау проблемаларына арналған. Н.Н.Глебова тарафынан ҡатын-ҡыҙҙың эске енси ағзалары патологияһы ваҡытында, йомшаҡ бала табыу юлдары һәм янбаш һөйәктәре йәрәхәтләнгәндә реконструктив-пластик операциялар яһау ысулдары; икенсе триместрҙа йөклөлөктө яһалма юл менән өҙөү, бала тапҡандан һуңғы инфекцияларҙы иҫкәртеү һәм дауалау ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә[5]. Глебова Надежда Николаевна 465 фәнни хеҙмәт, 8 монография, уйлап табыуҙарға 10 патент баҫтырып сығара[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1972)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984)
- СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Глебова Надежда Николаевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2024)
- Глебова Надежда Николаевна//Башкортостан. Краткая энциклопедия.— Уфа, 1996.- С.237.
- 5 июндә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- Кушнаренко районында тыуғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары
- Һаулыҡ һаҡлау отличниктары (СССР)
- Медицина фәндәре докторҙары
- Профессорҙар
- Табиптар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Проект:Халыҡ мәҙәниәте һәм ҡатын-ҡыҙ 2024