Эстәлеккә күсергә

Гоголев Виктор Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гоголев Виктор Сергеевич
рус. Виктор Сергеевич Гоголев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Красные Челны[d][1]
Вафат булған көнө 25 ғинуар 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө актёр, кино актёры
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты[1]

Гоголев Виктор Сергеевич (15 апрель 1929 йыл — 25 ғинуар 1995 йыл) — СССР һәм Рәсәй актеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974).

Виктор Гоголев 1929 йылдың 15 апрелендә Красные Челны ҡалаһында тыуған.

1957 йылда А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ты тамамлағандан һуң Ростов Ленин комсомолы исемендәге ТЮЗ-ында (1957—1960) эшләй. Һуңынан — төрлө драма театрҙарында: Куйбышев (1960—1961), Смоленск (1961—1962), Грозный (1962—1964), Ивановы1964-1965), Төмән (1965—1966), Һарытау (1966—1968), Пермь (1968—1970), Башҡорт АССР-ының урыҫ драма театры (1970—1975).ү 1975—1976 йылдарҙа — Эстон ССР-ының Дәүләт урыҫ драма театры артисы. 1976—1979 йылдарҙа — Ленсовет исемендәге Ленинград театры труппаһында. . 1980 йылдан алып һәм ғүмеренең аҙағынаса Н. П. Акимов исемендәге Комедия театры сәхнәһендә уйнай.

Актер Георгий Бурковтың олатаһы.

В. С. Гоголев 1965 йылдың 25 ғинуарында Санкт-Петербургта инфаркттан вафат була.

Театрҙағы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был һөйкөмлө иҫке йорт — Эраст Петрович

Ард урманы әкиәттре — герцог Фердинанд

Королдәр барыһын да булдыра — академик

Ун ике — священник

Зойка фатиры — Иван Васильевич

Тараскондан Тартарен — станция начальнигы

Күләгә — мажордом

Дүртенсе планета — Савелий Евдокимович

1977 йылдан алып 1995 йылға тиклем 60-тан ашыу кинофильмда уйнай, улар араһында иң билдәлеләре — «Берега», «Несколько дней из жизни Обломова», «Возвращение Будулая», «Государственная граница», «Сократ», «Ты у меня одна» һәм башҡалар.