Голлы Ян
Голлы Ян | |
словак. Ján Hollý | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Австрия империяһы Словакия |
Тыуған көнө | 24 март 1785[1][3][4][…] |
Тыуған урыны | Borský Mikuláš[d], Сеница[d], Словакия |
Вафат булған көнө | 14 апрель 1849[1][3][4][…] (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Добра Вода (район Трнава)[d], Трнава[d] |
Туған тел | чех теле |
Һөнәр төрө | лингвист, шағир, яҙыусы, католический священник, тәржемәсе |
Голлы Ян Викимилектә |
Ян Голлы (шулай уҡ Ян Голый, йәки Голлый, словак. Ján Hollý; 1785 йылдың 24 мартында, Борски-Микулашта тыуған — 1849 йылдың 14 апрелендә Добра-Водала вафат булған) — словак шағиры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Голлы Ян 1785 йылдың 24 мартында Борский-Микулашта крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл дин әһеле булған.
Антик шағирҙарҙың әҫәрҙәрен словак теленә тәржемә иткән. Мөһим тәржемәләр араһында — Вергилийҙың «Энеида»һы. Антик мираҫҡа мөнәсәбәт мәсьәләләренә ҡарата, атап әйткәндә, уның үҙенең шиғриәте классицизм традициялары менән бәйле.
Голлы бөтә Европала романтизм өҫтөнлөк иткән осорҙа яҙған. Шуға ҡарамаҫтан, ул был йүнәлеш өсөн бөтөнләй сит булып ҡалған. Һәм уның биш- һәм алты- стопалы рифмаланмаған шиғыр менән яҙылған бөтә әҫәрҙәре антик өлгөләрҙе хәтерләтә. Быға, бер яҡтан, уның семинария белеме этәргәндер, икенсе яҡтан, классицизмды яратыусыларҙың, хәҙерге чех һәм венгр яҙыусыларының өлгөһө, йоғонтоһо менән аңлатырға кәрәктер. Өҫтәүенә, бар ғүмерен тиерлек ауылда яңғыҙлыҡта, яңы әҙәби йүнәлештәрҙән алыҫта үткәргән. Яңы идеяларҙың береһе генә — дөйөм славян ватансылығы идеяһы — уның иң ихлас табыныусы булғанын раҫлаған.
Ян Голлы боронғо славян тарихы сюжеттарына эпик әҫәрҙәр авторы — «Святоплук» (1833), «Кирилло-Мефодиада» (1835), «Слав» (1839). Лирик әҫәрҙәр араһында «Селанки» (1835—1836) идиллик шиғырҙар циклы айырылып тора, унда ул словак тәбиғәтен һәм ауыл тормошон данлай, «Словакам» одаһы славян халыҡтарының дуҫлыҡ идеяһы менән һуғарылған[5].
Ян Голлы 1849 йылдың 14 апрелендә Добра-Вода ҡасабаһында вафат була.
Ян Голлыға һәйкәл Братислава ҡалаһындағы Изге Мартин соборының алтарь апсидаһы эргәһендә ҡуйылған.
Урыҫ телендә сыҡҡан баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поэзия славян / Под ред. Н. В. Гербеля. СПб., 1871.
- Словацкая поэзия XIX—XX вв. М., 1964.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118774778 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Ján Hollý // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ 4,0 4,1 Wurzbach D. C. v. Hollý, Johann (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt haben — Wien: 1856. — Vol. 9. — S. 230.
- ↑ Степович А. И. Словацкая литература // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Опферман А. Ян Голый и его литературная деятельность. К., 1886.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лось И. Л. Голый, Ян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)