Гончарова Нина Николаевна
Гончарова Нина Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 ғинуар 1927 |
Тыуған урыны | Жостово[d], Городской округ Мытищи[d], Рәсәй |
Вафат булған көнө | 16 июнь 2013 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Жостово[d], Городской округ Мытищи[d], Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | рәссам |
Жанр | Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Гончарова Нина Николаевна (7 ғинуар 1927 йыл — 16 июнь 2013 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә ижад иткән рәссамы, Жостов биҙәктәре белгесе. 1975 йылдан СССР, 1991 йыл йылдан Рәсәй Рәссамдар союздары ағзаһы. РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977). РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1979).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нина Николаевна Гончарова 1927 йылдың 7 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Жостово ауылында, нәҫелдән килгән оҫталар Беляевтар ғаиләһендә тыуған[1].
1944 йылдың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Жостово декоратив биҙәктәр фабрикаһы эргәһендә профессиональ-техник мәктәпте тамамлай, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, фабриканың төп рәссамы А. П. Гогиндың уҡыусыһы була. 1952 йылдан рәссам, һуңғараҡ — Жостово декоратив биҙәктәр фабрикаһының төп рәссамы, Жостово биҙәктәре өлкәһендә оҫта була. Төп эштәре биҙәкле батмустар: «Үтә күренмәле», «Рауза», «Алтынһыу», «Мәңге сәскә атыу», «Фазан менән миләш», «Миләш», «Ялан сәскәләре тажы», «Сәскәләр», «Гөлләмә», «Ҡанатлы»[2][1].
1952 йылда биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә республика, Бөтә Рәсәй һәм бөтә союз күргәҙмәһе, шул иҫәптән: Бөтә Рәсәй халыҡ художество кәсептәре күргәҙмәһе (1960), СССР-ҙың барлыҡҡа килеүенең 50 йыллығына арналған бөтә союз күргәҙмәһе (1973), «Совет Рәсәйенең» 5-се республика күргәҙмәһе (1975), «Һинең исемеңә» бөтә рәсәй художество күргәҙмәһе (2000) ҡатнашыусыһы. 1969 йылдан Варшава, Милан, Монреаль, Берлин, Сиэтл, Лейпциг, Утрехт, Пловдив, Измир һәм Брно кеүек сит ил ҡалаларында художество күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Н. Н. Гончарованың әҫәрҙәре Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейында, Рус дәүләт музейында, «Яңы Иерусалим» Дәүләт тарихи-художество музейында, Сергиев-Посад дәүләт тарихи-художество музейы-ҡурсаулығында, Төмән өлкә һынлы сәнғәт музейында[3][4], Мытищи картиналар галереяһында һаҡлана[5].
1975 йылда Н. Н. Гончарова СССР Рәссамдар союзына ағзаһы итеп ҡабул ителә (1991 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы)[2].
1977 йылдан Н. Н. Гончароваға «Жостово декоратив биҙәктәр фабрикаһында металға юғары художестволы биҙәк һалыуы өсөн» И. Е. Репин исемендәге РСФСР дәүләт премияһы бирелә[6], 1979 йылда «сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» тигән почетлы исемгә лайыҡ була[7].
2013 йылдың 16 июнендә Мәскәү өлкәһенең Жостово ауылында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- «Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы[1]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1979)[7]
- РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы (1977 — «Жостово декоратив биҙәктәр фабрикаһында металға юғары художестволы биҙәк һалыуы өсөн»)[6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Крупный план: выставки Жостово. Секреты ремесла . Дата обращения: 12 апрель 2021.
- ↑ 2,0 2,1 Гончарова, Нина Николаевна . Дата обращения: 12 апрель 2021.
- ↑ Крупный план: выставки Жостово. Секреты ремесла. Российская государственная библиотека искусств. Дата обращения: 12 апреля 2021.
- ↑ Гончарова, Нина Николаевна. АртПанорама. Дата обращения: 12 апреля 2021.
- ↑ Юбилейная выставка династии Гончаровых. Мытищинская картинная галерея. Дата обращения: 12 апреля 2021.
- ↑ 6,0 6,1 Постановление Совета Министров РСФСР «О присуждении Государственных премий в области литературы, искусства и архитектуры». Газета «Советская Россия» от 29.12.1977
- ↑ 7,0 7,1 Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 19 июля 1979
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Искусство Жостова: Соврем. мастера / сост. И. А. Романова; авт. вступ. ст. И. А. Крапивина. — Москва : Сов. Россия, 1987. — 204 c.
- Советское декоративно-прикладное искусство: каталог / Загорский гос. историко-художественный музей-заповедник; [сост. и авт. вступ. ст. Л. Э. Калмыкова]. — Москва : Советский художник, 1973. — 174 с.
- Декоративно-прикладное искусство / Фотогр.: Н. Егоров, В. Громов ; Сост. и авт. вступ. статьи М. А. Тихомирова ; Юбилейная выставка «Сов. Россия». — Ленинград : Художник РСФСР, 1970 г. — 184 с.
- 7 ғинуарҙа тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- 16 июндә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Мәскәү өлкәһендә вафат булғандар
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары
- Почёт ордены кавалерҙары
- Рәсәй Рәссамдар союзы ағзалары
- СССР Рәссамдар союзы ағзалары
- Рәсәй рәссамдары
- СССР рәссамдары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәү өлкәһендә тыуғандар