Эстәлеккә күсергә

Графтио Генрих Осипович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Графтио Генрих Осипович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 14 (26) декабрь 1869[1]
Тыуған урыны Даугавпилс, Двинский уезд[d], Витебская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 30 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2] (79 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[2]
Ерләнгән урыны Оло Охта зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө инженер, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө Электроэнергетика
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт электротехник университеты
Уҡыу йорто Петербургский государственный университет путей сообщения[d]
Ғилми исеме академик АН СССР[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
 Графтио Генрих Осипович Викимилектә

Генрих Осипович Графтио (14 [26] декабрь 1869, Динабург — 30 апрель 1949, Ленинград) — рәсәй инженер-энергетигы, тимер юлдарҙы электрлаштырыу буйынса белгес, СССР-ҙа беренсе гидроэлектростанцияларҙы төҙөүсе, СССР Фәндәр Академияһы академигы (1932).

Тимер юлсы ғаиләһендә тыуған, сығышы менән Нидерландтан, дворян нәҫеленән. 1888 йылда Симферополь гимназияһын тамамлай Атаһы үлгәндән һуң, ғаилә Одессала йәшәй ("Тирасполь урамы, Трандафилов йорто "[3]), 1892 йылда Новороссийск университетының физика-математика факультетында уҡып сыға һәм Санкт-Петербургҡа юллана. 1896 йылда ул Тимер юл инженерҙары корпусын тамамлай һәм 1900 йылға тиклем сит илдә була — ул Европа һәм АҠШ гидроэлектростанцияләрын һәм электр тимер юлдарын өйрәнә.

СПб.трамвай электр станцияһы инженер-электриктар төркөмө. Һулда Г. Графтио тора. 1907 й.

1900—1917 йылдарҙа тимер юл проекттары эшләй һәм үҙе үк төҙөү, тимер юлдарҙы электрлаштырыу менән шөғөлләнә, Петербург ҡала властары ҡушыуы буйынса трамвай хәрәкәте ойоштора. Уның етәкселегендә өс пар турбиналы электр станцияһы, биш электроподстанция, өс вагон паркы, 100 километрҙан ашыу электр сымлы контакт линиялары һәм 100-ҙән ашыу моторлы трамвай вагондары йыһазландырылған.

1907 йылдан Петербург электротехник институтында уҡыта, 1921 йылдан — ошо институттың профессоры.

Власть алмашыныуынан һуң, 1918 йылдың яҙында, ул илдең тимер юл магистралдәрен электрлаштырыу менән шөғөлләнгән Электрожелдор етәксеһе булып китә.

Ике йылдан һуң В. И. Ленин үҙе төҙөгән дәүләт Рәсәй электрификация комиссияһы әүҙемселәренең береһе була, һәм ГОЭЛРО-ның «Электрификация һәм транспорт» һәм «Кавказ районы электрофикацияһы» планының бүлектәрен яҙа.

1921 йылдың 11 мартында Петроград ЧК-һы тарафынан «Свирьстрой» етәкселеге менән ҡулға алына. «Эштә ҡатнашмау» резолюцияһы менән «төп белгес» булараҡ Ленин һәм Кржижановскийҙың шәхси ҡатнашыуы арҡаһында азат ителә.

1924—1925 йылдарҙа — Ленинград электротехник институты директоры[4]

Волхов ГЭС-ы (1918—1927) төҙөлөшөндә ҡатнаша, Ижевск ГЭС-ы төҙөлөшөнә етәкселек итә (1927—1936). Графтио илдең барлыҡ гидроэлектростанциялары өсөн проекттар эшләгәндә, шул иҫәптән Днепрогэс төҙөгәндә, кәңәшсе була. 1941—1945 йылдарҙа ул илдең көнсығышында гидроэнергетика үҫеше буйынса бик күп эш башҡара. Тыныс йылдар башланғас, Һуғыш ваҡытында емерелгән Днепр һәм Түбәнге Удинск гидроэлектростанцияларын төҙөү һәм реконструкциялауҙа ҡатнаша. Ул гидроэлектростанциялар төҙөлөшөндәге эшен фәнни эҙләнеүҙәр менән бергә алып бара.

1949 йылдың 30 апрель Ленинградта вафат була. Большеохтинский зыяратында ерләнгән. Уның ҡәберендәге һәйкәлгә ғүмере дауамында эшләгән эштәре биҙәкләп яҙылған.

Ил буйынса төрлө төбәктәрҙәге урамдарға, төрлө объекттарға, шул иҫәптән Түбәнге Свирь ГЭС-ына уның исеме бирелгән.

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #142333883 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Графтио Генрих Осипович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Лошади моего сердца. Из воспоминаний коннозаводчика / Яков Бутович. — М.: Изд-во им. Сабашниковых, 2013.
  4. Ректоры университета 1866—2001. СПбГЭТУ. 2017 йыл 29 апрель архивланған.
  • Г. О. Графтио — строитель первых гидроэлектростанций в СССР / Под общ. ред. Г. М. Кржижановского. — М.: Изд-во АН СССР.
  • Григорьев С. Графтио // Адреса Петербурга. — СПб., 2007. — № 25/38. — С. 4—5.
  • Махобей К. М. Внесок академіка Генріха Осиповича Графтіо в гідроенергетичну науку (укр.) // Наукові праці історичного факультету Запорізького національного університету. — Запоріжжя: ЗНУ, 2015. — В. 43. Архивировано из первоисточника 4 март 2016.