Эстәлеккә күсергә

Васильев Григорий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Григорий Васильев битенән йүнәлтелде)
Васильев Григорий Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1868
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1932
Вафат булған урыны Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө архитектор
Уҡыу йорто Юғары сәнғәт училищеһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]

Васильев Григорий Николаевич (1868—1932) — Рәсәй Империяһы һәм СССР архитекторы, Дондағы Ростов ҡалаһы архитекторы (1901—1917).

Григорий Николаевич Васильев 1868 йылда тыуған.

1895 йылдан башлап Император сәнғәт Академияһында уҡыған, уны 1897 йылда опера театрының проектын эшләгән өсөн Мәскәү сәнғәт йәмғиәтенең оло көмөш миҙалына рәссам-архитектор исеме алып тамамлаған[1].

1901 йылда ул Дондағы Ростов ҡалаһының ҡала архитекторы вазифаһына тәғәйенләнгән. Быға тиклем ул, шәхси практика үтеп, ҡалала бер нисә бай сауҙагәрҙәр йортон үҙенең проекты буйынса һалдырған. Шуларҙың береһе — элекке Дондағы Ростовтың үҙәге булған Оло Баҡса урамындағы П. К. Массолитина йорто.

Уның ҡалала беренсе төҙөгән йорттары Дума үтеүендәге йорт ҡарау һәм кулинария мәктәбе, Скобелев урамындағы (хәҙерге Красноармейская урамы) Урта техник училищеһы биналары. Был биналарҙың йөҙөн формаларҙың төрлөлөгө һәм үҙенсәлекле алымдар менән төҙөлөүе барлыҡҡа килтергән. Йорттарҙың алғы яғын ул төрлө тарихи стилдәрҙең (классицизм, барокко, ренессанс, рус архитектураһы) элементтарын алып төҙөгән[2].

Ростовтағы ҡала биналарын проектлауҙан тыш, архитектор Түбәнге Дон һәм Кубань территорияһындағы күп кенә ҙур ғибәҙәтханаларҙың, мәктәптәрҙең, бәләкәй сиркәүҙәрҙең причт йорттатрын проектлап, сметаларын төҙөү менән дә булышҡан.

Гәзиттәрҙә уның йорттар проектын һәм сметаларын төҙөүе тураһында күп кенә иғландары баҫылып сыҡҡан[3].

Архивтарҙа һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәр буйынса, Васильев — 1912-13 йылдарҙа Обухов утарында төҙөлгән Преображенский сиркәүенең дүрт ҡатлы ҡыңғырау манараһының һәм 1913 йылда Недвиговский утарында төҙөлгән Успение сиркәүенең авторы[4].

Шул уҡ осорҙа Шкуринский станицаһында Васильев проекты буйынса биш башлы сиркәү төҙөлгән (был сиркәү бары тик фотографияларҙа ғына һаҡланып ҡалған.

1913 йылда Ростовта архитектор Васильев проекты буйынса Туғандар зыяратында Вознесение Господня ғибәҙәтханаһы төҙөлгән. Был биш башлы кирбес сиркәү элекке ағас сиркәү урынында төҙөлгән.

Бер үк ваҡытта Васильев ҡалала йорттарпоектлау һәм төҙөтөү эштәрен алып барған. 1912 йылдың Скобелев урамында Урта техник училищеның икенсе корпусы төҙөлөп бөткән. Беренсе бөтә донъя һуғышы алдынан архитектор ҡаланың Оло Баҡса урамындағы урман сәнәғәтсеһе Г. Я. Кистовтың ике ҙур йортон ҡарап төҙөткән[5].

Шул уҡ осорҙа архитектор Васильев Пушкин урамында ҙур булмаған ике ҡатлы ҡала училищеһы бинаһын төҙөткән. Был йорт ашлыҡ сәнәғәтсеһе Е. Т. Парамонов һәм уның вариҫтары аҡсаһына төҙөтөлгән.

Революция алдынан Григорий Николаевич бер нисә сиркәү поекттарын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Шулай итеп, 1911 йылда Александровская станицаһындағы Сретенская сиркәүенең 1915 йылда Иоанн Предтечаның Ростовтағы таш ғибәҙәтханаһының, шул уҡ йылда Үрге Гниловская станицаһындағы Изге Троицы сиркәүенең, ҡала училищеһының проекттарын төҙөп, биналарын һалдырған.

Григорий Николаевич православие сиркәүҙәрен төҙөү менән генә туҡталып ҡалмаған. 1909 йылдың үҙәгендә Ростов ҡалаһының үҙәгендә грек колониялары өсөн гректар мәхәллә кешеләре йыйған аҡсаға Благовещенский грек сиркәүенең төҙөлөш барышын ҡала архитекторы, сиркәүҙең проект авторы, И. П. Злобин менән бергәләшеп күҙәткән .Васильев улай уҡ 1915 йылда Скобелев урамында төҙөлгән Мосолмандар мәсетен дә ҡарап төҙөткән.

Ростов ҡалаһының баш архитекторы вазифаһын Васильев 1917 йылдың октябренә тиклем башҡарған. 1924 йылдың апреленән алып ул Дон округы инженерҙары идаралығында хеҙмәт иткән.

Совет власы йылдарында ул барлығы бер генә бинаны төҙөткән. 1926 йылда уның проекты һәм уның ҡатнашлығында Оло Баҡса урамында биш ҡатлы торлаҡ йорт һалынған.

1925 йылда Г. Н. Васильев ҡалала Хеҙмәт Һарайының эскизын төҙөүҙә Мәскәү архитектура йәмғиәте үткәргән конкурсында ҙур әүҙемлек менән ҡатнашҡан.

Архитектор тәҡдим иткән Хеҙмәт Һарайының эскиз проекты Комиссия ултырышында яраҡлы тип табылған. Ләкин 1926 йылдың мартында архитектор Васильевты бары тик сиркәүҙәр проектлау һәм төҙөү оҫтаһы булған, шуға күрә Хеҙмәт Һарайы ла сиркәүгә оҡшап тороуы бар, тип уны ғәйепләп сығалар. Һуңғараҡ уның йәмғиәт йорттарын проектлауы асыҡланһа ла, архитекторҙы проектты эшләүҙән ситләтәләр[6].

1924 йылдың апреленән алып ул Дон округы инженерҙар идаралығында хеҙмәткәр булып эшләй. Совет йылдарында уның бер генә йорт төҙөтөүе мәғлүм, 1926 йылда уның проекты һәм уның ҡатнашлығында ҡаланың Оло Баса урамында конструктивизм стилендә аҫҡы ҡатында магазинлы биш ҡатлы торлаҡ йорт һалынған[7].

1930 йылда уның проекты буйынса төҙөлгән бер нисә сиркәү бинаһы емертелгән. Васильев быны бик ауыр кисергән[8].

1932 йылда вафат булған, Дондағы Ростов ҡалаһында ерләнгән. Васильевтың һаҡланып ҡалған йорттары мәҙәни мираҫ объекттары статусына эйә.

Сауҙагәр Кистов йорто (хәҙерге Көньяҡ федераль университетының төп корпусы)
  • Дом Масалитиной (1890)
  • Здание школы домоводства и кулинарии (1901)
  • Храм Вознесения Господня (1913)
  • Дом купца Кистова (1914)

и ещё ряд храмов в Ростове и окрестностях[9].

  1. Журнал «Зодчий», 1914 (фото на сайте «Меотида и окрестности»
  2. Васильев Григорий Николаевич ростовский архитектор Ростов-на-Дону история архитектуры Ростов. www.donvrem.dermartology.ru. Дата обращения: 11 февраль 2017. 2017 йыл 12 февраль архивланған.
  3. Дон. епарх. ведомости. — 1904. — № 9, 10, 11
  4. Зодчий (журн., СПб.). — 1914. — № 38. — С. 429.
  5. Ребайн Я. А. Ростов-на-Дону. — М., 1950, ил. 38.
  6. ГАРО. Ф. Р-176. Оп.1. Д. 25 .С.8, 9
  7. Волошинова Л.
  8. Храмы России: Васильев Григорий Николаевич
  9. Список храмовых объектов архитектора Г. Н. Васильева, сооружённых в 1907—1915 гг.