Григорян Сабрина Маркосовна
Григорян Сабрина Маркосовна | |
әрм. Սաբրինա Գրիգորյան | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Италия |
Тыуған көнө | 28 июль 1956 |
Тыуған урыны | Рим, Италия |
Вафат булған көнө | 10 июнь 1986[1] (29 йәш) |
Вафат булған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
Атаһы | Маркос Григорян[d] |
Һөнәр төрө | актёр |
Эш урыны | NBC[d] |
Григорян Сабрина Маркосовна (әрм. Սաբրինա Մարկոսի Գրիգորյան; 28 июль 1956 йыл — 10 июнь 1986 йыл) — итальян сығышлы әрмән актрисаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабрина Григорян 1956 йылдың 28 июлендә Римда рәссам Маркос Григоряндың һәм Флора Адамян ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң атаһы тәрбиәһендә була һәм башланғыс белемде Тәһранда һәләтле балалар өсөн махсус мәктәптә ала. Һуңғараҡ ул Нью-Йоркта урта мәктәптә уҡый. тегеранға ҡабаттан әйләнеп ҡайтҡас, ул урындағы театраль мәктәп директоры, ә шулай уҡ Тегерандағы Халыҡ-ара театраль йәштәр ойошмаһы директоры Патриция Зих менән таныша. ЗихСабринала һирәк осрай торған актерлыҡ талантын күреп ҡала[2].
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Сабрина Лондонғка юллана, тыңлауҙар үтә һәм Гилджолл музыка һәм драма мәктәбенә актерлыҡ оҫталығына өйрәнеү өсөн ҡабул ителә. Ул йылдарҙа ул бик күп сәйәхәт итә, Америка Ҡушма Штаттарына, Швейцарияға, Испанияға, Италияға һәм башҡа бик күп урындарҙа була, ҡайҙа булһа ла, яңы белемдәрҙе үҙенә һеңдерергә тырыша. Ул әрмән, инглиз һәм француз телдәрендә иркен һөйләшә, фарсы, итальян, испан телдәрен аңлай. Студент булараҡ Сабрина Тәһранда һәм Гилдхоллда, ярҙамсынан — алып барыусыға тиклем, төрлө ролдәрҙе башҡарып өлгөрә. Тәһранда актрисаға уҡыған саҡта, ә һуңғараҡ — Гилдхолл музыка һәм драма мәктәбендә Сабрина күп кенә ролдәрҙе башҡара.
Уйнаған ролдәре
Роза Гонсалес — «Йәй һәм төтөн» (Теннесси Уильям), Ипполита — «Йәйге төндәге төш» әҫәрендә һәм Эмилия «Отелло» [ [Уильям Шекспир]], Маша — «Өс апалы-һеңлеле» Антон Чехов, Дина — «Йәмғиәт таянысы», Бельвидера — «Венеция һаҡланды» Томас Оттоуэй, ҡара ханым — «Сонеттарҙың ҡара ханымы», Марго — «Анна Франк: йәш ҡыҙҙың көндәлеге». Мартин — «Таҙ йырсы» (Эжен Ионеско) һәм Медея — «Еврипид» (Джефферс Робинсон) пьесаларын экранлаштырыу[3][4].
Сабрина үҙенең ҡыҫҡа ғүмере эсендә сәхнәлә шул тиклем иҫ китерлек сағыу персонаждарҙы һүрәтләй, тамашасыларҙы, режиссерҙарҙы һоҡландырырлыҡ образдарҙы булдыра[2].
Сабрина Джин Шалиттың NBC каналында «Today» шоуы режиссеры ассистенты һәм редакторы була. Нью-Йорк телекомпанияһында эшләгәндә ул бер нисә театраль һәм музыкаль әҫәр һәм мәҡәлә яҙа, улар Delta Sky Magazine, Ladies Home Journal, Diversion Magazine һәм башҡа периодик баҫмаларҙа нәшер ителә. Шулай уҡ «тура эфирҙа» ҡарау өсөн сценарийҙар әҙерләй[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.kinpedia.net/leaf/q22980352
- ↑ 2,0 2,1 A. Bakhchinyan, «Armenian Figures»
- ↑ The late actress. Sabrina Gregorian
- ↑ 4,0 4,1 Sabrina Gregorian, Biography