Гришина Пелагея Николаевна
Гришина Пелагея Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 13 декабрь 1925 |
Тыуған урыны | Павловский[d], Клинцовский уезд[d], Гомельская губерния[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1995 |
Вафат булған урыны | Сельцо[d], Брянск өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | эшсе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гришина Пелагея Николаевна (13 декабрь 1925 йыл — 1995 йыл) — СССР-ҙың машиналар эшләү сәнәғәте алдынғыһы, Машиналар эшләү министрлығының Брянск химия заводы эшсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пелагея Николаевна Гришина 1925 йылдың 13 декабрендә Брянск өлкәһе Клинцовский районының Павловка ҡасабаһында урыҫ крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбендә ете класты тамамлаған.
1943 йылдың көҙөндә, ул йәшәгән территория немец оккупанттарынан азат ителгәндән һуң, мобилизация буйынса Сенцово ҡасабаһына ебәрелә. Унда 121-се хәрби заводты тергеҙеүҙә эшләй. 1944 йылда был заводта хеҙмәт юлын башлай. 1-се цехтың төп ҡорамалдарын етештереү оҫтаханаһында эшләй. Һуғыш тамамланыу менән тыуған ерҙәренә ҡаймайынса, заводта ҡала. Был предприятие миналар, реактив снарядтар, ут залпы системаларын сығара.
Пелагея Гришина заводтың иң яҡшы эшсәндәренең береһе була. Үҙ планын 150—160 %-ҡа арттырып үтәй, йәш эшселәр өсөн иң яҡшы остаз була.
1971 йылдың 26 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы етештереүҙә юғары һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн Гришина Пелагея Николаевнаға маҡтаулы «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
Пелагея Гришина КПСС-тың Брянск район комитеты ағзаһы, завод парткомы ағзаһы була, бер үк предприятиела хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй. Артабан Сельцо ҡалаһында йәшәй. 1995 йылда вафат була, ошо ҡала зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булған:
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- "Ураҡ һәм Сүкеш"алтын миҙалы (26.04.1971)
- Ленин ордены (26.04.1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.07.1966)
- «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы(1950)
- башҡа миҙалдар.
- СССР Машиналар эшләү министрлығының иң яҡшы хеҙмәткәре.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гришина Пелагея Николаевна . «Герои страны» сайты.
- Гришина П. Н.
- 13 декабрҙә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Брянск өлкәһендә вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- Машина төҙөүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Брянск өлкәһендә тыуғандар