Эстәлеккә күсергә

Гроздова Светлана Христофоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гроздова Светлана Христофоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 29 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Махаличев Евгений[d]
Һөнәр төрө спорт гимнасы, гимнаст
Уҡыу йорто Ростов дәүләт педагогия университеты
Масса 41 килограмм[1]
Спорт төрө спорт гимнастикаһы[d]
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 1976[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены заслуженный мастер спорта СССР
Бейеклеге/буйы 156 сантиметр

Гроздова Светлана Христофоровна (29 ғинуар 1959 йыл) — СССР гимнасы, олимпия чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Светла́на Христофо́ровна Гроздо́ва (никахтан һуң Маха́личева) ташсы ғаиләһендә тыуа. Спорт менән Ростовтың 6-сы спорт мәктәбендә ете йәштән шөғөлләнә[2], үҙен акробатикала, спорт гимнастикаһында, бейеүҙәрҙә һынап ҡарай. 1968 йылдан спорт гимнастикаһы менән етди шөғөлләнә башлай. Тәүге тренеры Зинаида Васильевна Насонова була. Бер йылдан Вероника Владимировна Якубова һәм Руслан Спиридонович Лавров етәкселегендәге гимнастар төркөмөнә инә[3].

1974 йылдан Армияның спорт клубы (СКА) составына инә[4].

1980 йылда Ростов дәүләт педагогия институтын тамамлай, Мәскәүҙә Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантанаһында ҡатнаша.

Йәрәхәттәрҙән һуң һаулығы менән булған проблемалары арҡаһында спорт гимнастикаһын ҡалдырып торорға мәжбүр була[5]. Шул уҡ 1980 йылда Тольяттиға күсә, унда Виталий Гройсманда спорт акробатикаһы менән шөғөлләнә башлай.

Спорт акробатикаһында сығыштар буйынса партнеры Евгений Махаличевҡа кейәүгә сыға. 1988 йылда ғаиләРостовҡа күсеп килә[6].

1990 йылда спорт карьераһын тамамлай, шунан һуң тағы дүрт йыл Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Виктор Шемшур етәкселегендә цирк артистарының «Акробат- вольтижерҙар айыуҙар менән юғарыға сөйә торған таяҡтарҙа» номерында сығыш яһай.

1993 йылда цирк оркестрындағы музыкант Леонид Марецкий менән таныша, ике йыл үткәс улар өйләнешәләр, һәм бер аҙ ваҡыттан һуң Мәскәүҙә бер бүлмәле фатир һатып алалар. Улдары Максим 2000 йылда тыуа, уның тыумыштан йөрәк ауырыуын табалар. Улдарын дауалау мәсьәләһе буйынса фекерҙәр төрлөлөгө арҡаһында, бер-береһе менән аралашмай һәм һөйләшмәй, парҙар ғәмәлдә тарҡала. 2004 йылда, әсә ихтыярына ҡаршы[7] Максимға операция яһала, һәм ул уңышлы үтә, баланан инвалидлыҡ алына.

Светлана мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүен дауам итә[8]: 2008 йылдан ул Мәскәүҙең «Көнсығыш Дегунино» исемле ғаилә һәм балаларға социаль ярҙам итеү үҙәгендә физкультура буйынса инструктор вазифаһын башҡара[9].

Спорт ветераны. Хеҙмәт ветераны. ЦСКА ветераны.

Юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Спорт ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1974 йылда «Мәскәү яңылыҡтары» гәзите призына спорт гимнастикаһы буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа тәүге уңыштарға өлгәшә, һәм ил чемпионатында алтын миҙал яулай. 1974 йылдың мартында СССР-ҙың спорт мастеры исеменә лайыҡ була, ә октябрь айында — халыҡ-ара класлы спорт мастеры була. Шул уҡ йылда СССР йыйылма командаһы составына инә.

1976 йылда «Мәскәү яңылыҡтары» гәзите призына ярыштарҙа күпбәйгеләрҙең еңеүсеһе була. 1976 йылда спорт гимнастикаһы буйынса йәйге олимпия уйындарында Советтар Союзының йыйылма командаһына инә һәм уның менән бергә команда зачетында алтын миҙал яулай. Шулай уҡ РСФСР-ҙың һәм СССР Ҡораллы көстәренең бер нисә тапҡыр чемпионы була.

1980 йылда спорт акробатикаһы менән шөғөлләнеп, спорт дисциплинаһын алмаштыра. Ҡатнаш парҙар менән сығыш яһай, унда уның партнеры Махаличев Евгений була. Белгестәр парҙың сығышында ышаныс, башҡарыу маһирлығын билдәләй[10]. Хәрәкәттәрҙең лиризмы, нәфислеге ауыр сальто элементтары менән берләшә, һәм был дуэтта Светлананың төп роле билдәләнә[11]. Парҙар ике тапҡыр донъя, Европа чемпионы була, донъя кубогын яулай. Светлана спорт акробатикаһы буйынса шулай уҡ күп тапҡыр РСФСР-ҙың, СССР-ҙың, СССР Ҡораллы көстәренең чемпионы була.

1981 йылдың июль айында спорт акробатикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры исеменә лайыҡ була, 1982 йыл ғинуар айында — спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, ә 1983 йылдың июнь айында — спорт акробатикаһы буйынса халыҡ-ара класлы СССР-ҙың спорт мастеры.

Спорт гимнастикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Ярыш Абсолют беренселек Команда Терәк һикереү Брусья Бүрәнәлә Ирекле күнегеүҙәр
1974 СССР чемпионаты 1 1
«Мәскәү яңылыҡтары»

гәзите призына ярыштар

1 2 2 2
1976 СССР чемпионаты 1 2 1

«Мәскәү яңылыҡтары» гәзите призына ярыштар

1 1 1
Олимпия уйындары 9 1 21 12 13 3 (квалиф.)

Спорт акробатикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спорт акробатикаһы буйынса ярыштарҙа ҡатнаш парҙа сығыш яһап, 1984,1988 йылдарҙа абсолют донъя чемпионы һәм 1984, 1988, 1985 йылдарҙа Европа чемпионы була. 1985 йылда донъя Кубогына эйә була[12].

Ҡатнаш парҙа СССР чемпионы (1983[13]-86, 1988 йыл)[14].

  1. Olympedia (ингл.) — 2006.
  2. Гроздова Светлана. Календарь событий спорта. Дата обращения: 6 сентябрь 2017.
  3. Рыбак С.В. Олимпийская слава Дона. Ростовская областная детская библиотека.
  4. Гроздова Светлана Христофоровна. ФАУ МО РФ ЦСКА. Дата обращения: 6 сентябрь 2017. 2017 йыл 6 сентябрь архивланған.
  5. Олимпийцы Дона - знай наших! Светлана Гроздова. Управление по физической культуре и спорту города Ростова-на-Дону (1 март 2017). 2017 йыл 6 сентябрь архивланған.
  6. VIII чемпионат мира и IX чемпионат Европы по спортивной акробатике. Дата обращения: 6 сентябрь 2017.
  7. На пороке счастья // Московский комсомолец. — 2005.
  8. Галина Конькова. Воспитывать приходится родителей. Москвичка (25 октябрь 2011). Дата обращения: 6 сентябрь 2017. 2017 йыл 7 сентябрь архивланған.
  9. Отделение социализации семей и детей (ОССД). Организация поддержки семьи и детства ДТСЗН города Москвы. Дата обращения: 6 сентябрь 2017. 2017 йыл 7 сентябрь архивланған.
  10. Михеев Б. В., Коркин В. П., Болобан В. Н. Задачи подготовки акробатов по итогам V кубка мира / сост. В. М. Смолевский // Гимнастика. — 1986. — Вып. 2. — С. 64. — 79 с. — ISSN 0330-1217.
  11. V чемпионат Европы по спортивной акробатике. Федерация спортивной акробатики России.
  12. 5th World Cup. Result (ингл.). www.sportsacrobatics.info. Дата обращения: 10 сентябрь 2017.(инг.). www.sportsacrobatics.info. 10 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  13. Из истории развития спорта в Ставрополе в 1930-1950 гг. Администрация городского округа Тольятти. — «1983 март. На чемпионате СССР по спортивной акробатике в Баку тольяттинцы завоевали 13 золотых, 13 серебряных и 5 бронзовых наград. Смешанная пара С.Гроздова и Е.Махаличев – 4 золотые и 2 серебряные медали. Женские тройки Г. Замыцкова, Е. Казурова, А. Каримова и Е. Яскельчик, Л. Клюкина и А. Каримова завоевали золотые медали. За коммунизм. 26 марта 1983». Дата обращения: 24 сентябрь 2017.
  14. Светлана Гроздова посетила РОУОР. Ростовское областное училище (колледж) олимпийского резерва (11 ғинуар 2017). Дата обращения: 6 сентябрь 2017.(недоступная ссылка)