Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы Георгиева битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 14 июль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (43 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡортостан Республикаhы, Салауат
Һөнәр төрө шашист

Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы (14 июль 1976 йыл) — спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Рәсәй гроссмейстеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы Георгиева (ҡыҙ фамилияһы Ишморатова) 1976 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған.

1998 йылдан башлап Рәсәй йыйылма командаһына инә.

1999 йылдан алып «Нефтсе» һәм «Башнефть»-Ишембай, «Башнефть»-Өфө профессиональ шашка клубтары өсөн сығыш яһай.

Халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында төп программала Рәсәй чемпионы (2001, 2002, 2004)[1]. Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1998) һәм бронза (1997) призеры. Европа (2002) һәм Рәсәй (2009) шашка конфедерацияһы Кубоктарын яулаусы

2003 йылда Гүзәл Георгиеваға «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» исеме бирелә.

Тренерҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шашка буйынса Ишембай спорт мәктәбе һәм тренер Юрий Чертоктың тәрбиәләнеүсеһе. 1996 йылдан уның менән шулай уҡ ире Александр Георгиев күнекмәләр үткәрә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ире Александр Георгиев. Уларҙың ике балаһы бар: Светлана һәм Сергей. Ғаилә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]